Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 642


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

стиль
Рәсемде стилләштереп төшөрөү. ■ Реставраторҙар ике төҫтәге баҙыҡ, еңелсә стилләштерелгән ҡуйы яллы йөнтәҫ аттарҙы, ә йәнәштәрендә трапецияны хәтерләткән ҡатмарлы геометрик фигураларҙы куреп хайран ҡала. С. Бәҙретдинов.
СТИЛЬ I [фр. style < гр. stylus ‘яҙыу таяҡсаһы’] (Р.: стиль; И.: style; T.: üslup, tarz, stil) и.
1. сәнғ., әҙ. Идея йөкмәткеһе, художество формаһы яғынан билдәле осор һәм йүнәлеш сәнғәтен йәки сәнғәт оҫталарының индивидуаль алымын асҡан билдәләр йыйымы. □ Стиль. Барокко стиле. Готика стиле. Ренессанс стиле. Рус опера стиле. ■ Иҙәндә — шәреҡ стилендә туҡылған келәм. Ғ. Хәйри. Йорттар береһе икенсеһенән айырылып торған үҙенсәлекле стиль һыҙаттарын һаҡлағанғамы, майҙанға айырата бер йәм өҫтәп торалар ине. В. Исхаҡов. Графиняның түшәме барокко стилендә сыбарланғайны, ә унда йөҙләгән гәлсәр тамсылар эленгән барокко стилендәге люстра аҫылғайны. И. Абдуллин. Таллы ауылының түбән осонда.. торло ҙурлыҡтағы һәм стилдәге ағас өйҙәр барлыҡҡа килде. Ә. Вәли.
2. Нимәгәлер хас, нимәнелер айырып торған билдәләр, үҙенсәлектәр йыйымы.
□ Стиль. Баттерфляй стиле. Бюрократик стиль. Канцелярия стиле. ■ Малайҙар оҫталығы менән бер-беребеҙгә йөҙөү һәм сумыу стилдәре күрһәтәбеҙ. Б. Дим.
3. әҙ. Тел сараларының айырым яҙыусыға йәки әҙәби әҫәргә, йүнәлешкә, жанрға хас ҡулланылыу алымдары. □ Стиль. Шәхси стиль. Нәфис әҙәбиәт стиле. Әҙәби стиль. Роман стиле. ■ «Үлмәҫбай» поэмаһының поэтик стиле бик тәбиғи ағыштағы ябай әңгәмә стиленә тартым. Ғ. Хөсәйенов. Шуныһы һушын алды Рәүефтең: «Тимерсе» стилендә, тел йәһәтенән тап уныҡына оҡшаш аһәңдә яҙылған тағы ике хикәйәт бар ине ул китапта. Ә. Хәкимов.
4. лингв. Әҙәби телдең функциональ төрө.
□ Стиль. Ғилми стиль. Ижтимағи-сәйәси стиль. Публицистик стиль. Гәзит стиле. Һөйләү теле стиле. Эш ҡағыҙҙары стиле.
■ Ирекле стиль, ғәҙәттә, һөйләү теленә хас. Ж. Кейекбаев.
5. күсм. Нимәнелер үҙенсәлекле алымдар менән башҡарыу ысулы. □ Стиль (способ, манера). Уҡытыу стиле. Тәрбиә стиле. ■ Хафизовтың етәкселек стилен шик аҫтына алыусылар ҙа табылды. Ә. Байрамов. Взвод командиры сержант Шербань етәкселегендә отделение командирҙарының да эш стиле үҙгәрҙе. Я. Хамматов.
СТИЛЫЦфр . < гр. stylus ‘яҙыу таяҡсаһы’ | (Р.: стиль; И.: calendar; T.: takvim) и.
Йыл иҫәбен алып барыу ысулы. □ Стиль. Иҫке стиль. Яңы стиль. ■ Был газетаның 3 майҙа (иҫке стиль менән) 20 йыллыҡ юбилейы булды. М. Ғафури.
СТИМУЛ [лат. stimulus ‘хайуандарҙы ҡыуыу өсөн ҡулланылған таяҡ’] (Р: стимул; И.: impetus; incitement; motivation; T.: teşvik, dürtücü etken) и. ҡар. этәргес.
Нимәнелер тормошҡа ашырыуға ынтылыш биргән, эшкә ҡыҙыҡтырған сәбәп.
□ Стимул. Стимул эҙләү. Матди стимул. Әхлаҡи стимул. Эш стимулы. Стимул биреү.
■ Берәүҙәр колхоз эшенең алға бармауын шәхси стимул булмауҙан күрә. Т. Ғарипова. [Кәшфи:] Орден алыу уйын эш түгел. Тағы ла дәртләнеберәк эшләргә стимул тип ҡарарға кәрәк. Д. Бүләков.
СТИМУЛЛАУ (стимулла-) (Р: стимулировать; И.: inspire; incite; induce; stimulate; T: dürtmek, teşvik etmek) ҡ.
1. Нимәгәлер стимул биреү йәки стимул булып тороу, уның эшләнеүен, тормошҡа ашырылыуын тиҙләтеү; ҡеүәтләү. □ Стимулировать. Аҡсалата стимуллау. Хеҙмәт етештереүсәнлеген стимуллау. Балаларҙы уҡыуға стимуллау.
2. мах. Төрлө саралар ярҙамында айырым ағзаның йәки организмдың ниндәйҙер системаһының эшмәкәрлеген көсәйтеү.
□ Стимулировать (деятельность организма). Кан йөрөшөн хәрәкәт стимуллай. Матдәләр олмашыныуын стимуллау. Ашҡаҙан эшмәкәрлеген стимуллау.
СТИМУЛЛАШТЫРЫУ (стимуллаштыр-) ҡ. ҡар. стимуллау. Хеҙмәтте стимул
642