Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 643


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

стихиялылыҡ
лаштырыу. Матди яҡтан стимуллаштырыу. Етештереүсәнлекте стимуллаштырыу. ■ [Баш инженер — председателгә:] Райком, райсовет алдында йөҙөгөҙ яҡты, подрядсы таптығыҙ, комплекс срогында сафҡа инә — шуны стимуллаштырыу өсөн резерв табалар бит инде?! Т. Сәғитов.
СТИМУЛЯТОР [рус.] (Р.: стимулятор; И.: stimulator; T.: teşvik, dürtücü etken) и.
Нимәнеңдер үҫешенә, барышына стимул биргән матдә. □ Стимулятор. Биологик стимулятор. Нервы эшмәкәрлегенең стимуляторы. Үҫемлектәрҙең үҫеш стимуляторы.
СТИПЕНДИАТ [лат. stipendiatus\ (Р.: стипендиат; И.: grant-holder; T.: burslu) и.
Стипендия алып уҡыған студент йәки уҡыусы. □ Стипендиат. Президент стипендиаттары. Завод стипендиаты. Стипендиат дипломы. ■ Мөсфирәнең ҡалала уҡыусы игеҙәктәре әле каникулда. Совхоз стипендиаттары. Б. Рафиҡов.
СТИПЕНДИЯ [лат. stipendium ‘оклад, эш хаҡы’] (Р: стипендия; И.: allowance; grant; scholarship; T.: burs) и.
Дәүләт йәки шәхси ойошмалар тарафынан төрлө уҡыу йорттарындағы уҡыусы, студент, аспирант һәм докторанттарға бирелә торған аҡсалата пособие. □ Стипендия. Дәүләт стипендияһы. Завод стипендияһы. Район стипендияһы. Президент стипендияһы. Стипендия алыу. Өҫтәмә стипендия. ■ Бибинур .. педтехникумда уҡый ине, ләкин стипендия аҙ, өйҙән ярҙам юҡ тип, уҡыуын ташлап ҡайтып килде. Б. Бикбай. [Гөлкәй:] Был көндө мин стипендия алғайным. 3. Биишева. [Мәйшәриф:] Әҫтәмдә стипендияға алған ап-аҡ күлдәк. В. Исхаҡов. [Зөбәйлә:] Мин бит колхоз стипендияһы менән уҡыйым. Н. Мусин.
СТИХИЯ [гр. stoicheion ‘башланғыс, элемент’] (Р: стихия; И.: element; environment; T.: unsur) и.
1. фәлс. Боронғо материалистик грек фәлсәфәһендә: тәбиғәттә нимәнеңдер нигеҙендә ятҡан төп элементтарҙың береһе (ут, һыу, һауа, ер). П Стихия. Ут стихияһы, һыу стихияһы. Ер стихияһы. ■ Күк диңгеҙе — күңелде тарта торған сихырлы
донъя һәм шул уҡ ваҡытта ифрат талапсан, көнсөл, аямаусан ҡырағай стихия. А. Мағазов.
2. Көслө, емергес тәбиғәт күренеше.
□ Стихия. / Стихийный. Стихия күренеше.
■ Мәгәр яугирҙар ҙа йылға стихияһына ғына бирешергә теләмәнеләр. И. Ғиззәтуллин. Башҡорт халҡының эпик репертуарында .. боронғо дәүер кешеһенең стихия көстәренә ҡаршы көрәштә еңеп сығыуын күрһәткән .. ҙур ғына эпик әҫәр барлығы асылды. К. Мәргән.
3. Ижтимағи тормоштоң һис бер тәьҫиргә буйһонмаған ҡеүәтле күренеше; бола.
□ Стихия. / Стихийный. Стихия рәүешендә башланыу.
4. күсм. Күнеккән мөхит, өйрәнгән тормош. □ Стихия. Күңелгә яҡын стихия.
■ Үҙ стихияһында наҙланып ултыра тере сәскәләр. 3. Биишева. Һәр кемдең үҙ стихияһы, үҙ бәхете. Д. Исламов.
СТИХИЯЛЫ (Р: стихийный; И.: uncontrolled; disastrous; T.: feci, felaket getiren) c.
1. Стихия (2) тыуҙырған; ҡеүәтле, емергес тәбиғәт күренешенә хас. □ Стихийный (бедственный). Стихиялы күренеш. Стихиялы буран. Стихиялы ут. ■ һәр төбәк өсөн теге йәки был төрҙәге стихиялы бәлә хас, һөҙөмтәлә, уның ғәҙәттән тыш хәлде тыуҙырыуы ихтимал, «һаҡмар», 23 сентябрь 2012.
2. Кеше, йәмғиәт тәьҫиренән тыш барған, тәбиғи, үҙ аллы ғәмәлгә ашҡан. □ Стихийный. Стихиялы үҫеш. Стихиялы сығыш. Стихиялы закон. Стихиялы хәрәкәт. К «Ауырыу — стихиялы бәлә», — тине Сергей. А. Абдуллин. Был артель хужалығының стихиялы рәүештә үҙенән-үҙе моронлай башлауы булғандыр инде. Б. Бикбай. Халыҡ стихиялы ҡуҙғалып китһә, улар араһына инеп, улар араһында ҡотҡо йөрөтөргә, юлдар күрһәтергә беҙҙең ҡулдан килер ине. Д. Юлтый.
СТИХИЯЛЫЛЫҠ (стихиялылығы) (Р: стихийность; И.: spontaneity; T.: feci, felaket getiren) и.
643