Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 644


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

стоик
Стихиялы нәмәләргә хас сифат. □ Стихийность. / Стихийный. Тәбиғәт көстәренең стихиялылығы. Стихиялылыҡ теорияһы. Диңгеҙҙәрҙең стихиялылығы. ■ 1755 йылдың май ваҡиғалары стихиялы ихтилалдар характерын ала, ләкин аныҡ программаның булмауы, стихиялылыҡ ыңғай һөҙөмтәләргә алып килмәй. Ф. Нәҙершина.
СТОИК (стоигы) [гр. stöikos] (Р.: стоик; И.: stoic; T.: stoacı) и. фәлс.
Стоицизм фәлсәфәһе яҡлы кеше. □ Стоик. Үҙен стоик итеп таныу. Стоиктар фәлсәфәһен ҡабул итеу.
СТОИЦИЗМ [гр. stoa ‘портик’] (Р.: стоицизм; И.: Zenonism; stoicism; T.: stoacılık) и. фәлс.
Антик фәлсәфәлә кешенең үҙ теләгенән, нәфсеһенән өҫтөн булыуын талап иткән йүнәлеш. □ Стоицизм. Стоицизм тәғлимәте. Стоицизм куҙлегенән ҡарау.
СТОЙКА [рус.] (Р.: стойка; И.: stance; Т.: esas duruş, amut) и.
1. хәрби, спорт. Кәүҙәне хәрәкәт иттермәй, ҡулдарҙы ике яҡлап тәнгә ҡыҫып, турайтҡан аяҡтарҙы бергә килтереп туп-тура баҫып торған хәл. □ Стойка. Хәрби стойка. Стойкаға баҫыу.
2. спорт. Спортсмендың көрәште, уйынды һ. б. башлар өсөн баҫҡан хәле. □ Стойка. Башланғыс стойка. Боксёр стойкаһы. Көрәшсе стойкаһы.
3. Ҡулдарға таянып йәки башты терәп, аяҡтарҙы юғары күтәреп, баш түбән торған хәл. □ Стойка. Гимнастик стойка. Ҡулдарға таянып стойка яһау.
СТОЛБНЯК (столбнягы) [рус.] (Р: столбняк; И.: tetanus; T.: tetanoz) и. мед.
Тупраҡтағы үҙенә бер төрлө микробтың йәрәхәт аша тәнгә үтеүенән килә торған йоғошло ауырыу. □ Столбняк. Столбняк йоҡтороу. Дауамлы столбняк. Ҡабатланыу сан столбняк. Тиҙ көсәйеусән столбняк. Столбняктан прививка яһау.
СТОЛЯР [рус.] (Р: столяр; И.: joiner; woodfinisher; T.: marangoz) и. ҡар. ағас оҫтаһы.
Ағастан төрлө әйберҙәр эшләүсе оҫта; балта оҫтаһы. □ Столяр. / Столярный. Столяр
ға уҡыу. Столяр өҫтәле. Столяр ҡоралы. ■ Был танытма столярҙар әҙерләусе һәнәр мәктәбен тамамлаусы Исхаҡов Фәхригә бирелә. Ф. Иҫәнғолов.
СТОЛЯРЛЫҠ (столярлығы) (Р: столярничество; И.: joinery; timbering; timber work; T: marangozluk) и.
Столяр һәнәре, шөғөлө. П Столярничество. Столярлыҡ һәләте. Столярлыҡҡа уҡыу. Столярлыҡ менән булышыу. ■ Утарҙа столярлыҡ менән дә шөғөлләнәләр, хужалыҡ кәрәк-яраҡтарын да нығыталар, аттар ҙа дағалайҙар. Ә. Байрамов. Йәш ваҡыттан уҡ өйрәнгән столярлыҡ һәнәрем бар ине, шуға тотондом. А. Карнай.
СТОМАТОЛОГ [рус.] (Р: стоматолог; И.: dental surgeon; T.: dişçi) и. мед.
Стоматология буйынса белгес. □ Стоматолог. Стоматологҡа уҡыу. Стоматолог кабинеты. Яҡшы стоматолог. Ҡатын-ҡыҙ стоматолог. ■ Календарҙың 9 феврале .. Халыҡ-ара стоматолог көнө билдәләнә. «Һаҡмар», 10 февраль 2012.
СТОМАТОЛОГИК (Р: стоматологический; И.: stomatologic; T.: diş hekimliği) с.
Стоматологияға мөнәсәбәтле. □ Стоматологический. Стоматологик клиника. Стоматологик операция. Стоматологик тикшеренеуҙәр.
СТОМАТОЛОГИЯ [гр. stoma ‘ауыҙ’ + logos ‘фән’] (Р: стоматология; И.: stomatology; T: diş hekimliği) и. мед.
Медицинаның урт, яңаҡ, бит, теш ауырыуҙарын өйрәнгән бүлеге. □ Стоматология. Стоматология кабинеты. Стоматология клиникаһы. ■ Белла Артамонова ике йыллыҡ стоматология мәктәбен тамамлағандан һуң, бер аҙ тәжрибә туплап алғас, теш врачы булды. М. Садиҡова.
СТОПА [рус.] (Р: стопа; И.: measure; Т.: ölçü, vezin) и. әҙ.
Шиғырҙағы ижек һаны менән килгән ритмик берәмек. □ Стопа. Өс ижекле стопа. Ямб стопаһы. Хорей стопаһы менән яҙылған шиғыр.
СТОП-КРАН [рус.] (Р: стоп-кран; И.: conductor’s valve; guard’s valve; T.: acil fren) и. m. юл.
644