СТРАТЕГИЯ
Тимер юл вагондарында поезды кәрәк саҡта тиҙ генә туҡтатыу өсөн ҡуйылған тормоз краны. □ Стоп-кран. Поезды стоп-кран менән туҡтатыу. Стоп-кранға баҫыу.
СТОП-СИГНАЛ [рус.] (Р.: стоп-сигнал; И.: brakelight; T: fren sinyali) и.
Автомобилдә, троллейбуста һ. б. арттан килгән транспорттың шофёрын тормозға һалырға иҫкәрткән утлы сигнал приборы. □ Стоп-сигнал. Стоп-сигналға баҫыу. ■ Егеттәр шофёр менән хушлашып, уны стоп-сигналдың ҡыҙыл уты .. куҙҙән юғалғансы оҙатып ҡалды. Ф. Лоҡманов.
СТРАЖНИК (стражнигы) [рус.] (Р.: стражник; И.: (royal) guard; T: muhafız) и. тар.
Революцияға тиклемге Рәсәйҙә ауыл ерендәге түбәнге полиция дәрәжәһе һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Стражник. Стражниктың әмере. ■ Кырандаста башына аҡ фуражка кейгән, ҙур мыйыҡлы, һап-һары битле, йыуантыҡ стражник ултыра ине. Б. Бикбай. Толобон һалып ташлағандарының береһе, мундирына ҡарағанда, өлкән генә поручик, ҡалғандары — казак стражниктар. Ғ. Хөсәйенов. Ауылдың старостаһы менән бер стражник, ә икенсе сана эргәһендә урядник, ауыл писары һәм бер стражник өйҙән өйгә инеп йөрөй башланылар. Б. Хәсән.
СТРАМ [рус. срам} (Р: срам; И.: shame; disgrace; reproach; T.: rezalet, ayıp) и. диал. ҡар. хурлыҡ.
Кәмһетелгән, мыҫҡыл ителгән хәл; оят. □ Срам. Страм булыу. ■ Ҡайһы бер әсе теллерәктәре: «Китсе, китсе, әҙәм страмы!» Р. Өмөтбаев. «Бындай уҫал ҡыҙҙы, хәйерсе балаһын, алып та йунле эш сыҡмаҫ, улай итһәң, страм, бына хурлыҡ, шул ҡыҙҙан шундай һуҙҙәрҙе ишетеуҙән улем артыҡ», — тип уйлай, дәхи асыулана ине Ғариф. М. Ғафури.
СТРАТЕГ [гр. strategos ‘ғәскәр башлығы’] (Р: стратег; И.: strategist; T.: stratejist) и.
1. Хәрби операциялар менән етәкселек иткән кеше, ғәскәр башлығы. □ Стратег. Яҡшы стратег. Хәрби стратег. Тәжрибәле стратег.
2. кусм. Ижтимағи, сәйәси көрәшкә етәкселек итеү оҫтаһы. □ Стратег. Билдәле стратег. Тормош стратегтары. ■ Беҙ фильмда К. Маркс менән Ф. Энгельсты революцияның бөйөк стратегтары итеп ку-рәбеҙ. Р. Солтангәрәев.
СТРАТЕГИК (Р: стратегический; И.: strategic; T.: stratejik) с.
1. хәрби. Һуғыштың дөйөм маҡсаты күҙлегенән әһәмиәт тотҡан, стратегия (1) талаптарына яуап биргән. □ Стратегический. Стратегик ҡорал. Стратегик оборона. Стратегик резерв. Стратегик авиация. Стратегик разведка. Стратегик тыл. Стратегик фронт. ■ Кутузов яуап ҡайтарҙы: «Левонтий Левонтьевич, бер ҙә урынһыҙға ҡыҙаһығыҙ. Наполеондың стратегик һәм тактик алымдарын яҡшылап өйрәнгәнгә шулай эшләйем мин». Я. Хамматов. Стратегик яҡтан еңеуҙе генералдар ойоштора, тактик яҡтан уны урта командирҙар хәл итә. И. Ғиззәтуллин. Атлы дивизия — Кыҙыл Армияның стратегик ғәскәре ул. Р. Өмөтбаев.
2. кусм. Ниндәйҙер мәлдә дөйөм бер оло маҡсатҡа ирешеү өсөн әһәмиәтле. □ Стратегический. Стратегик тактика. Стратегик принцип. Сәйәсәттә стратегик план ҡороу.
СТРАТЕГИЯ [гр. stratos ‘ғәскәр’ + agö ‘алып барам’] (Р: стратегия; И.: strategics; strategy; T.: strateji) и.
1. Һуғыш алып барыу тураһындағы фән. □ Стратегия (наука). Стратегия курсы. Стратегия буйынса лекциялар. ■ Муса Ырымбурҙа, Силәбелә саҡта һәм артабан форсат тейгән арала стратегия, тактика буйынса китаптар уҡыштырҙы. Р. Солтангәрәев.
2. хәрби. Эре хәрби операцияларҙы һәм дөйөм һуғышты алып барыу оҫталығы. □ Стратегия. Һөжум стратегияһы. ■ Николай — Ырымбурҙа, Иван — Верхнеурал һәм Белорет тарафтарында, ҡыҙыл отрядтар ойоштороп, хәрби стратегия өсөн әһәмиәтле булған мәғдән заводтарын баҫып алалар, ҡорал әҙерләйҙәр. Р. Байымов. Хәрбиҙәр теленә әйләндереп әйтһәң, тактиканы
645