Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 646


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СТРАТИГРАФИК
стратегияға буйһондорорға кәрәк. Ғ. Хисамов.
3. кусм. Ижтимағи, сәйәси көрәшкә етәкселек итеү оҫталығы. □ Стратегия. Көрәш стратегияһы. Сәйәси стратегия. Иҡтисади стратегия. ■ Хәҙер ҡарт нисек әйтә, шулай буласаҡ. Абруй уның ҙур, һуҙе утә. Ҡаҙнабаев та уҙенең киләсәккә стратегияһын ошонан сығып ҡорасаҡ. Д. Бүләков.
СТРАТИГРАФИК (Р.: стратиграфический; И.: stratic; T.: stratigrafik) с.
Стратиграфияға мөнәсәбәтле. □ Стратиграфический. Стратиграфик карта. Стратиграфик схема. Стратиграфик белешмә.
СТРАТИГРАФИЯ [лат. stratum ‘түшәм, ҡатлам’ + гр. graphö ‘яҙам’] (Р.: стратиграфия; И.: stratigraphy; T.: stratigrafi) и.
Тарихи геологияның тау тоҡомдары яһалышындағы эҙмә-эҙлекте һәм уларҙың тәүге урынлашыу тәртибен өйрәнә торған бүлеге. □ Стратиграфия. Стратиграфияны уҙләштереу. ■ [Өлкән геолог:] Был тирәнең ҡатмарлы геологик төҙөлөштәге мета-морфик тоҡомдарҙан тороуы бер куҙ ташлауҙа уҡ куренә. Өҫтәуенә, ҡатмарлы стратиграфияһы ла өйрәнелмәгән. Н. Мусин.
СТРАТИСФЕРА [лат. stratum ‘түшәм, ҡатлам’ + гр. sphaira ‘шар’] (Р.: стратисфера; И.: strata sphere; Т: strata küre) и.
Ер ҡабығының ултырма тау тоҡомдарынан торған өҫкө ҡатламы. □ Стратисфера. Стратисфераны өйрәнеу. Стратисфераны тикшереу.
СТРАТОНАВТ [лат. stratum ‘түшәм, ҡатлам’ + гр. nautes ‘диңгеҙҙә йөҙөүсе’] (Р: стратонавт; И.: stratosphere flier; T.: stratosfer pilotu) и.
Стратосфераға осоусы. □ Стратонавт. Беренсе стратонавт. Стратонавт кейеме. Стратонавт скафандры.
СТРАТОСТАТ [лат. stratum ‘түшәм, ҡатлам’ + гр. statos ‘хәрәкәтһеҙ’] (Р: стратостат; И.: stratostat; Т.: stratostat) и.
Стратосфераға күтәрелеү өсөн ҡулланылған аэростат. □ Стратостат. Тәуге стратостаттар. Стратостатта осоу. Стратостаттан парашютта ырғыу.
СТРАТОСФЕРА [лат. stratum ‘түшәм, ҡатлам’ + гр. sphaira ‘шар’] (Р: стратосфера; И.: stratosphere; upper atmosphere; T.: stratosfer) и.
Атмосфераның тропосферанан өҫтәге ҡатламы. □ Стратосфера. Стратосфераға менеу. Стратосфераның юғары сиге. Стратосфераның тубәнге сиге. Стратосфераның метеорологик параметрҙары.
СТРАУС [нем. Straufl < лат. struthio ‘ҡош’] (Р: страус; И.: ostrich; T.: devekuşu) и. зоол. ҡар. дөйәғош.
Африкала йәшәүсе ҙур кәүҙәле осмай торған ҡош. □ Страус (лат. Struthio camelus). Страус йомортҡаһы. Страус себеше. Страус ояһы. Страус ите.
СТРАУСҠАНАТ (Р: страусник обыкновенный; И.: ostrich fern; T.: eğreltiotugiller ailesinden bir bitki) и. бот.
Ҡаҙаяҡтар ғаиләһенә ҡараған эре япраҡлы күп йыллыҡ үҫемлек. □ Страусник обыкновенный или чёрный папоротник (лат. Matteuccia struthiopteris). Страусҡанаттар Рәсәй территорияһында киң таралған.
СТРАХОВАНИЕ [рус.] (Р: страхование; И.: insurance; assurance; T.: sigorta) и.
Бәлә-ҡазаға дусар булған кешенең йәки ойошманың күргән зыянын алдан түләнә килгән регуляр взнос иҫәбенә аҡсалата ҡаплау сараһы. □ Страхование. Дәуләт страхованиеһы. Ирекле страхование. Мәжбури страхование. Мөлкәт страхованиеһы. Страхование договоры. Страхование агенты. Страхование аҡсаһы. Страхование взносы. Страхование фонды.
СТРАХОВКА [рус.] (Р: страховка; И.: insurance policy; T.: sigorta) и.
Страхование хаҡы; билдәле шарт буйынса зыян күргәндә түләнә торған хаҡ. □ Страховка. Страховкаһын билдәләу. ■ Әхмәди янған туғындар, һалабаштар өсөн бик куп страховка аҡсаһы алды. Ж. Кейекбаев. Страховка аҡсаһы килде, ауыл Советы йорт, бура, бурәнә һатып алыусыларға, бөтә ауылдың аттарын йыйып, өмә ойошторҙо. И. Абдуллин.
СТРАХОВКАЛАНЫУ (страховкалап-) ҡ. төш. ҡар. страховкалау, от страд, стра-
646