Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 647


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СТРЕПТОМИЦИН
ховкалау. Страховкаланған йорт. Страховкаланған автомобиль. ■ Рәсәйҙә граж-дандарҙы медицина страховкалауының ике торо: мотлаҡ һәм уҙ иркең менән страховка-ланыу формалары барлыҡҡа килә. «Атайсал», 24 май 2013.
СТРАХОВКАЛАТЫУСЫ (Р.: страхова тель; И.: insurant; T.: sigortacı) и.
Страховка яһатыусы. □ Страхователь. Страховкалатыусылар һаны артты. Ғумерен страховкалатыусы. Мөлкәтен страхов -калатыусы.
СТРАХОВКАЛАУ (страховкала-) (Р.: страховать; И.: insure (against); T.: sigortalamak) ҡ.
1. Страхованиеға беркетеү, теркәү.
□ Страховать, застраховать. Йорт-ҡураны страховкалау. Гумерҙе страховкалау. Машинаны страховкалау. ■ Хәҙерге заманда .. страховкалау — һәр кешенең социаль яҡлауға хоҡуғын билдәләусе иц мөһим сараларҙың береһе. «Атайсал», 24 май 2013.
2. спорт. Берәй спорт элементы башҡарған кешене ҡолауҙан һаҡлау. □ Страховать, подстраховать. Страховкалап тороу. Гимнасты страховкалау. Акробатты страховкалау. Арҡан ярҙамында страховкалау.
СТРАХОВКАЛАУСЫ (Р.: страховщик; И.: insurer; T.: sigortacı) и.
Страхование менән шөғөлләнеүсе учреждение йәки шәхес. □ Страховщик. Страховкалаусы булып эшләу. Страховкалаусы саҡырыу. ■ «Ингосстрах» страховкалау компанияһы 1980 йылда Мәскәуҙә уҙған йәйге Олимпия уйындарының генераль страховкалаусыһы була. «Башҡортостан», 13 октябрь 2012.
СТРЕЛЕЦ [рус.] (Р: стрелец; И.: strelets; T.: atıcı) и. тар.
XVI—XVII быуаттарҙағы Рус дәүләтендә махсус даими ғәскәргә инеп, атыу ҡоралы менән ҡоралланған йомошсо хеҙмәткәр.
□ Стрелец. Стрелецтар полкы. ■ [Пётр беренсе] 1695 йылдың яҙында, йылғалар боҙҙан әрселеу менән, Преображенск, Семё-новск полктарынан һәм стрелецтарҙан торған егерме меңлек һайланма ғәскәрен ҡайыҡ-кәмәләргә, оло каснуйҙарға ултыр
тып, Дон буйлап, көньяҡҡа яуға ҡуҙғалды. Ғ. Хөсәйенов. Царицынға барып еткәнсе Имән батыр воеводаның уларҙы оҙата барыусы стрелецтар сотнигы ҡушыуы буйынса эш итергә тейеш. Н. Мусин.
СТРЕЛКА [рус.] (Р: стрелка; И.: point(s), switch; T.: demir yolu makası) u.
1. m. юл. Рельслы юлдарҙа транспортты бер юлдан икенсеһенә күсерә торған ҡулайлама. □ Стрелка. Тимер юл стрелкаһы. Трамвай стрелкаһы. ■ Вагондар, бер-береһенә туҡышып, стрелкаларҙан шалтыр-шолтор итеп уҙа ла станция сигендәге запас юлда туҡтай. Ә. Хәкимов. Куҙ асып йомғансы, стрелка ла борола, контейнер ҙа кутәрелә, хатта кран уҙе лә, урынынан ҡуҙғалып, рельс буйлап әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа йөрөй башлай. Ә. Бикчәнтәев.
2. Төрлө үлсәү приборҙарында була торған күсәрендә әйләнгән башы осло йоҡа тар пластинка; тел. □ Стрелка. Компас стрелкаһы. Сәғәт стрелкаһы. Барометр стрелкаһы. ■ Сәғәт стрелкаһы көндөҙгө берҙе курһәтте. Ә. Ихсан. «Былай эшләгән ваҡытта атмосфера баҫымы илленән артһа, манометр стрелкаһы һикерә башлай», — тип Хөсәйенов уҙе эшләгән скважина хаҡында һөйләне. Я. Хамматов. Магнитометрҙың стрелкаһы ауыша биреп, ауыша биреп ҡуя, ләкин руда ятышы барлығын белдерерлек хәлгә һис тә яҡынламай ине. Н. Мусин.
СТРЕЛКАСЫ (Р: стрелочник; И.: pointsman, shunter; T.: makasçı) и. m. юл.
Тимер юл стрелкаһын күсереп тороусы эшсе. □ Стрелочник, стрелочница. Стрелкасы будкаһы. Стрелкасы булып эшләу. Стрелкасы һәнәре. Стрелкасы ҡыҙ.
СТРЕПТОКОКК (стрептокогы) [гр. streptos ‘сылбыр’ + coccus ‘кокк’] (Р: стрептококк; И.: streptococcus; T: streptokok) и. мед.
Төрлө ауырыу тыуҙырған йомро бөртөксә рәүешендәге, ишәйгәндә сылбыр хасил иткән бактерия төрө. □ Стрептококк. Стрептококк ангинаһы. Эренләткес стрептококк. Гемолитик стрептококк.
СТРЕПТОМИЦИН [гр. streptos ‘сылбыр’ + туһёэ (myketos) ‘бәшмәк’] (Р: стрептоми
647