Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 648


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СТРЕПТОЦИД
цин; И.: streptomycin; T.: streptomisin) и. фарм.
Аминогликозидтар төркөмөнә ҡараған, төрлө бактерияларға ҡаршы ҡулланылған антибиотик дарыу. □ Стрептомицин. Стрептомициндың ҡулланыу ваҡыты. Стрептомицин менән дауаланыу. Стрептомицин һатып алыу.
СТРЕПТОЦИД [гр. стрептококк + лат. caedere ‘үлтереү’] (Р.: стрептоцид; И.: streptocid; T.: bir ilaç) и. фарм.
Сульфаниламидтар төркөмөнә ҡараған, төрлө бактерияларға ҡаршы ҡулланылған дарыу. □ Стрептоцид. Стрептоцид майы. Стрептоцид яҙыу. Стрептоцидтың ҡулланыу инструкцияһы. ■ Яралыны кире индереп, оҙаҡ ятып тишелгән сей урындарға төйөлгән стрептоцид оно һибеп ҡыуышлатып, резинка түңәрәктәргә күтәреп һалдылар. И. Ғиззәтуллин.
СТРЕСС [ингл. stress ‘көсөргәнеш’] (Р.: стресс; И.: stress; drain; T.: gerilim, stres) и.
Tepe организмдарҙың йәшәүгә кире тәьҫир яһаусы эске һәм тышҡы шарттарҙан (һыуыҡ, аслыҡ, ауыр кисереш һ. б.) көсөргәнешле һаҡланыу реакцияһы. □ Стресс. Стресс ситуацияһы. Стресс факторы. ■ Беҙҙең нервы стрестары заманында бер нәмәгә лә ғәжәпләнергә ярамай. М. Садиҡова. [Таңһылыу:] Невропатолог әйтеүенсә, нервым ҡуҙғалған, стресс. Р. Камал.
СТРИХНИН [гр. strychnos ‘эт ҡарағаты’] (Р: стрихнин; И.: strychnine; T.: striknin) и. мед.
Тропик үҫемлектәр орлоғонан алынған ағыулы матдә; алколоид. □ Стрихнин. Стрихнин етештереү. Стрихнинды тире аҫтына ебәреү. Стрихнин менән дауаланыуҙы билдәләү.
СТРОБОСКОП (стробоскобы) [гр. strobos ‘әйләнеү’ + skopeö ‘ҡарайым] (Р: стробоскоп; И.: disco lights; T: stroboskop) и. физ.
Ҙур тиҙлекле периодик хәрәкәттәрҙе (мәҫәлән, ҡылдың тирбәлеүен, валдың әйләне-үен һ. б.) күҙәтә һәм тирбәлеү һандарын үлсәй торған прибор. □ Стробоскоп. Авто
мобиль стробоскобы. Музыкаль стробоскоп. Ҡеүәтле стробоскоп.
СТРОБОСКОПИИ (Р: стробоскопический; И.: stroboscopic; sampling; T: stro-boskopik) с. физ.
Хәрәкәт итеүсе һүрәтләнештәрҙе һәм шул хәрәкәттең айырым фазаларын тотоп алыу һәм күрһәтеү менән бәйле.
□ Стробоскопический. Стробоскопик прибор. Стробоскопик фото. Стробоскопик эффект.
СТРОНЦИЙ [лат. strontium] (Р: стронций; И.: strontium; T.: stronsiyum) и. хим.
Химик элемент, еңел, ялтыр аҡ металл (радиоактив изотоптары ғилми тикшеренеүҙәрҙә һәм техникала ҡулланыла).
□ Стронций. Тәбиғи стронций. Металдар составындағы стронций. Стронцийҙың ҡайнау температураһы — 1390° С.
СТРОФА [гр. strophe ‘әйләнеш’] (Р: строфа; И.: stanza; strophe; T.: dörtlük; kıta) и. әҙ.
Шиғырҙың билдәле бер үлсәм, ритм, интонацион-синтаксик төҙөлөшө, урынлашыу тәртибе менән бәйләнгән бер өлөшө. □ Строфа. ■ [«Үлмәҫбай» поэмаһында] строфалар, йыр куплеттары кеүек, төҙөк һәм йырлап тора. Ғ. Хөсәйенов. Үҙ нәүбәтендә Таңһылыу ҙа ике строфалы шиғырын уҡыны. М. Садиҡова. Сергей бер ни тиклем ваҡыттан .. артыҡ көс түкмәйенсә йәнә бер строфа өҫтәп ҡуйҙы. А. Абдуллин. Йөрәге яраһынан даръя кеүек урғылған рәнйеүле уй-тойғолары шиғри строфаларға һалынып, хыянатсы дошмандарына ләғнәт ҡарғышын яуҙырҙы Аҡмулла. Я. Хамматов.
СТРОФИКА [рус.] (Р: строфика; И.: science of the metre; T.: şiir biliminin bir dalı) и. әҙ.
1. Шиғыр тураһындағы фәндең строфалар төҙөлөшөн өйрәнгән тармағы. □ Строфика. Строфиканы өйрәнеү. Строфика курсы. Строфика буйынса контроль эш.
2. Шиғырҙың строфаларға бүленеше.
□ Строфика. Эпик строфика. Йыр строфикаһы. Ҡобайыр строфикаһы. Поэманың строфика төҙөлөшө.
СТРУКТУР с. ҡар. структуралы. Структур анализ. Структур схема. Структур
648