Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 649


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СТУДЕНТЛЫҠ
уҙгэрештәр. Структур үҙенсәлектәр. Иретмәнең структур элементтары.
СТРУКТУРА [лат. structura ‘төҙөлөш, ҡоролош’] (Р.: структура; И.: structure; scheme; state; T.: bünye, yapı) u.
1. Нимәнелер төҙөгән өлөштәрҙең үҙ-ара урынлашыуы һәм бәйләнеше; эске төҙөлөш. □ Структура (состав, строение). Тупраҡ структураһы. Нефтле структура. Тимерҙең структураһы. Тау тоҡомдарының структураһы. Телдең структураһы. Шиғри әҫәрҙең поэтик структураһы. ■ [Абыҙбаев:] Ә уның [ҡыҙыл клеверҙың] тупраҡ структураһын яҡшыртыуҙағы әһәмиәтен бөтәгеҙ ҙә белә. Яр. Вәлиев. Яҡшы һуҙҙәр әйтелгән һыу структураһы — алты мойошлө йондоҙ, йәғни беҙ кургән ҡар бөртөгө, ә насар һуҙ әйтелгәне аңлашылмаған формала була. «Йәншишмә», 14 декабрь 2012.
2. Нимәнеңдер ҡоролошо, ойошторолоу рәүеше. П Структура (организация). Хакимиәт структураһы. Социаль структура. Дәрес структураһы. Ижтимағи производствоның структураһы. Академияның структураһы. Дәуләт структураһы. Идара структураһы. ■ Иң элек, һәр төрлө ғәскәрҙән, берекмәләрҙән йыйылған кешеләрҙе, уҡсы дивизия структураһын нигеҙгә алып, бер тәртипкә һалырға, ҡалыпҡа индерергә кәрәк ине. Д. Исламов. Беҙ деиндустриализациям)! кисерҙек, иҡтисад структураһы ныҡ ҡына боҙолдо. «Йәйғор», 11 февраль 2012.
СТРУКТУРАЛИЗМ [рус.] (Р.: структурализм; И.: structuralism; T.: yapısalcılık) и.
Гуманитар фәндәрҙә структур ысулды, семиотика элементтарын, моделләштереү-ҙе, формаль һәм математик ысулдарҙы файҙаланыу менән бәйләнгән йүнәлеш. □ Структурализм. Структурализмға таяныу. Тарих фәнендә структурализм ҡулланыу. ■ Хәҙерге тел белемендә структурализм тигән йунәлеш киң таралды. Ж. Кейекбаев.
СТРУКТУРАЛИСТ [рус.] (Р: структуралист; И.: structuralist; T.: yapısalcı) и.
Структурализм яҡлы кеше. □ Структуралист. Тәжрибәле структуралист. Структуралистар ойошмаһы.
СТРУКТУРАЛИСТИК (Р: структура-листический; И.: structural; T.: yapısal) с.
Структурализмға, структуралисҡа мөнәсәбәтле. □ Структуралистический. Структуралистик ҡараш. Структуралистик теория. Тел ғилемендәге структуралистик йунәлеш.
СТРУКТУРАЛЫ (Р: структурный; И.: structured; structural; T.: yapısal) с.
Үҙенә бер төрлө, үҙенә башҡа структураға эйә булған. □ Структурный. Структуралы минералдар. Структуралы тоҡомдар.
■ Ел тау ипкендәрендәге структуралы тупраҡты осороп алып китә. Ғ. Аллаяров.
СТРУКТУРАЛЬ (Р: структуральный; И.: structural; T.: yapısal) с. махс.
Структурализм принциптарына нигеҙләнгән. □ Структуральный. Структураль анализ. Структураль метод. Тикшереуҙең структураль ысулы.
СТУДЕНТ [лат. studens ‘тырышып эшләүсе, шөғөлләнеүсе’] (Р: студент; И.: (higher school) student; T.: öğrenci) и.
Юғары уҡыу йорто уҡыусыһы. □ Студент. Көндөҙгө булек студенты. Ситтән тороп уҡыу студенты. БДУ студенты.
■ Малсылыҡ факультетының бишенсе курс студенттары уҡыуҙы ваҡытынан алда тамамларға ҡарар иттеләр. А. Абдуллин. Үткән шәмбе кисте клубта студенттарҙың концерты булды. 3. Биишева. Радик куптән инде ауылда студенттар отрядында йөрөй. Р. Байбулатов. Рәсул Ҡасимов бер төркөм студенттар менән ауылға практикаға барғайны. В. Исхаҡов.
СТУДЕНТЛЫҠ (студентлығы) (Р: студенчество; И.: student body; the students; T.: öğrencilik) и.
Студент булыу йылдары. □ Студенчество.
■ Студентлыҡ йылдары куптән артта ҡалды. Б. Рафиҡов. Студентлыҡ дәуерен кисергән һәр кеше белә: студенттың аҡсаһы бөтмәй, тигән әйтем бар. Н. Мусин. Искәндәр һағышланып ҡуйҙы: уҙенең студентлыҡ йылдары уҙғанға өс йыл тула,
649