СТУДЕНТТАРСА
э быларҙың .. иң зауыҡлы, хәсрәтһеҙ миҙгелдәре. Ә. Хәкимов.
СТУДЕНТТАРСА (Р.: по-студенчески; И.: students like; T.: öğrenciler gibi) p.
Студенттарға хас булғанса. □ По-студенчески. Студенттарса йәшәу. Студент-тарса Яцы йыл. Студенттарса көн итеу. Студенттарса шаярыу.
СТУДИЯ [ит. studio ‘тырышлыҡ, шөғөлләнеү’] (Р.: студия; И.: studio; atelier; T.: stüdyo; atölye) и.
1. Рәссам йәки скульптор оҫтаханаһы.
□ Студия (мастерская). Яцы студия. Рәссамдар студияһы. Һынлы сәнғәт студияһы.
2. Уҡыу дәрестәре ижади тәжрибә менән бергә алып барылған сәнғәт мәктәбе.
□ Студия (школа, класс). Музыка студияһы. Хор студияһы. Театр студияһы. Студияла уҡыу. К Беҙҙец филармонияла быйыл бейеу ансамбленә бейеуселәр әҙерләу өсөн ике йыллыҡ студия асыла. Н. Мусин. Яцыраҡ төҙөлгән цирк бинаһында башҡорт милли цирк труппаһын ойоштороу маҡсатында асыласаҡ студияға уҫмер малайҙар һәм ҡыҙҙар ҡабул ителә ине. М. Садиҡова. 1931 йылдыц көҙөндә Хөсәйен Әхмәтов ошо студияныц йырсылар булегендә уҡый башлай. Ә. Вәли. Талантлы бер төркөм йәштәр, Мәскәу консерваторияһыныц башҡорт студияһын тамамлап ҡайтып, халыҡ араһына тәу тапҡыр сыҡтылар. Б. Бикбай.
3. Киноға, фотоға төшөрөү йәки телевидение һәм радио тапшырыуҙары эштәрен башҡарған ойошма. □ Студия (помещение). Тапшырыуҙар студияһы. Кино студияһы. Радио студияһы. ■ Телевидение студияһына барып етмәҫ борон, капитан ағай туҡтаны. Ә. Бикчәнтәев. [Редакция мөдире — Арын-баҫаровҡа:] Улайһа, сәғәт икегә тура студияға килегеҙ, бөгөнгә уҙегеҙҙе генә яҙабыҙ. Д. Бүләков.
СТЮАРДЕССА [ингл. stewardess] (Р: стюардесса; И.: stewardess; T.: hostes) и.
Самолёт йәки караптағы пассажирҙарҙы хеҙмәтләндергән ҡатын-ҡыҙ. □ Стюардесса. Стюардесса вакансияһы. Стюардессалар курсы. Стюардесса булып эшләу. ■ Само
лётика ултырғас, осоусылар костюмы кейгән бик яғымлы стюардесса пассажирҙарға кәнфит таратып сыҡты. Й. Мостафин. Стюардесса, микрофонға өрөп, радионыц нисек эшләуен тикшерҙе. Ғ. Хисамов. Бығаса уйҙар диңгеҙенә сумып килгән Батыр Йәнтилин, стюардессаныц «Урал» тигән һуҙен ишетеу менән, ошонда, ошо тәцгәлдә булырға тейеш, тип боролоп аҫҡа ҡараны. И. Ғиззәтуллин.
СУАН ҪАКАЛ (Р: водяной; И.: water spirit; T.: Su îyesi) и. миф. ҡар. һыу эйәһе.
Мәжүси йола буйынса, һыуға хужа булып, шул һыуҙы һаҡлап йәшәгән мифик зат. □ Водяной. И Суан ҫаҡал ҫыуға килдем, мицә ҫыу бир, тип әйтергә кәрәк. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
СУББОТНИК (субботнигы) [рус ] (Р: субботник; И.: voluntary Saturday work, litter pick; T.: cumartesi günü ücretsiz çalışma) и.
Дөйөм файҙаға ял көнөндә ойошторолған ирекле күмәк эш (башта шәмбе көндәрҙә уткәрелер булған)-, шәмбе өмәһе. □ Субботник. Субботникта ҡатнашыу. М Субботникта ҡатнашыусыларҙыц бөтәһе лә тамаҡ туйҙырғас, Зайлалов таралышмаҫҡа, бер урынға йыйылырға әмер бирҙе. Ш. Янбаев. Шәмбе көн кис һәм йәкшәмбе көн бөтә институт тип әйтерлек субботникҡа сыҡҡан. Ә. Вәли. Пристангә субботникҡа төштөк, баржанан тоҙ ташыныҡ. М. Тажи. Бухгалтер беҙгә председателдән алып тотош ауыл халҡыныц юл төҙөу эшенә субботникҡа китеуҙәре тураһында һөйләне. А. Игебаев.
СУБВЕНЦИЯ [лат suhvenire ‘ярҙамға килеү’] (Р: субвенция; И.: subvention; Т.: destekleme, sübvansiyon) и.
Үҙәк органдарҙың урындағы органдарға маҡсатлы аҡса ярҙамы. □ Субвенция. Субвенция һорау. Субвенция алыу. Маҡсатлы субвенция. Мәктәп учреждениеларына субвенция биреу. Субвенция ярҙамында төҙөлгән.
СУБОРДИНАЦИЯ [лат. sub ‘аҫтына’ + ordinatio ‘тәртипкә килтереү’] (Р: субординация; И.: subordination; T.: sübordinasyon, itaat) и. кит.
650