СЫЛТЛАУ
белмәгән һымаҡ әле бында, әле тегендә ҡуйҙы. А. Карнай.
СЫЛТЛАУ I (сылтла-) (Р.: звенеть; И.: tingle; T.: çınlamak) ҡ.
Сылт (I) итеү. □ Звенеть, звякать, бренчать. // Звон, звяканье, бренчание. ■ Бер аҙ ваҡыт уҙғас, .. Фатиманың йугергән саҡта бер-береһенә һуғылып сулпы тәңкәләре сылтлауы ла, һурелгән ут эргәһендә ҡалыусы кешеләрҙең һөйләшкән тауыштары ла баҫылды. Я. Хамматов.
СЫЛТЛАУ II (сылтла-) (Р.: моргать; И.: blink; T.: gözlerini kıpıştırmak) ҡ.
Күҙҙе бер туҡтауһыҙ асып йомоу. □ Моргать. ■ [Вәзирҙең]буй-буй ҡара эҙ ҡалдырып, маңлайынан тир аға, куҙҙәре ғәҙәттәгенән дә йышыраҡ сылтлап йомола. М. Кәрим.
СЫЛТ-СЫЛТ I (Р: дзинь-дзинь; И.: clink-clank; T.: çın çın) оҡш.
Ҡабат-ҡабат сылт иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Дзинь-дзинь (подражание звуку, возникающему от многократного удара металлических предметов). Сылт-сылт итеу. Сылт-сылт килеу. ■ Ҡарағай ҙа такта, тимер ҡапҡа сылт-сылт итә ел өргән саҡта. Халыҡ йырынан.
СЫЛТ-СЫЛТ II оҡш. ҡар. сырт-сырт. ■ Варя куҙҙәрен сылт-сылт йомғолай ҙа, ҡабаланып, селтәрен бәйләргә керешә. Ә. Бикчәнтәев. Хәмиттең куҙҙәре сылт-сылт йомолдо. Д. Бүләков. Сабир ҡыҫын-ҡыраҡ һоро куҙҙәрен сылт-сылт йомғоланы, бәләкәй генә танауын, ҡулы менән һыйпап, мыш-мыш итеп тартты. Ә. Вәли. Аҫылбикә, куҙҙәрен сылт-сылт йомоп, баш эйҙе. Ғ. Ибраһимов.
СЫЛТ-СЫЛТ СӘСКӘ (Р.: василистник вонючий; И.: kind of perennial grass; T.: bitki çeşidi) и. бот.
Лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, һаҫыҡ еҫле күп йыллыҡ үлән. □ Василистник вонючий (лат. Thalicirum foetidum). Беҙҙең яҡтарҙа сылт-сылт сәскәне лә осратырға мөмкин.
СЫЛТЫЙ и. диал. ҡар. селбәрә. Сыл-тый балыҡтар.
СЫЛТЫЛДАҠ и. диал. ҡар. сыртлаҡ.
СЫЛТЫЛДАТЫУ (сылтылдат) (Р.: звенеть чем\ И.: jingle; T.: çınlatmak, şıkırdatmak) ҡ.
Сылт-сылт иттереү, сылт-сылт килтереү.
□ Звенеть чем. // Звон. Тәңкәне сылтылдатыу. Сылтылдатып йоҙаҡты асыу.
СЫЛТЫЛДАУ (сылтылда-) (Р.: звенеть; И.: clink; T.: çınlamak, şıkırdamak) ҡ.
Сылт-сылт итеү, сылт-сылт килеү.
□ Звенеть. // Звон. ■ Нәғимә баҡҡан тәҙрә сылтылдап ябылды. Й. Солтанов.
СЫЛТЫР I (Р: звяк; И.: jingle!; T.: şıkırtı) оҡш.
1. Йоҡа сынаяҡ, быяла йәки ваҡ тимер бер-береһенә бәрелгәндә йәки ҡапыл ватылып, ҡойолоп киткәндә сыҡҡан нескә тауышты белдергән һүҙ. □ Звяк, дзинь (подражание звяканью металлических предметов, звону стекла). Быяла сылтыр итеп ҡалды. ■ Юғары класс уҡыусылары епшек ҡар менән бәрешә ине. Ырғытышҡан ыңғайы тәҙрә сылтыр итеп ҡалды. Р. Байбулатов. Илшат йоҙроғо менән быялаға килтереп һуҡты. Быяла сылтыр итеп ҡойолоп төшто. А. Ғирфанов. Шунда уҡ бер нисә урында сылтыр итеп магазин тәҙрәләре урамға ҡойолдо. И. Насыри. Сылтыр ғына сылтыр, ай ни, сылтыр, ун ике лә суҡлы беләҙек. Халыҡ йырынан.
2. Сылтырап аҡҡан шишмә тауышын, саф, яңғырауыҡлы итеп көлгәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание журчанию воды или звуку непрерывной звонкой речи. ■ Байрамбикә менән Татлыбайға бәхетле тормош, шатлыҡ теләгәндәй, урман шаулай башланы, көмөш һыулы Урал йылғалары сылтыр килеп аҡтылар ҙа аҡтылар. Ш. Шәһәр. Сылтыр ғына шишмә атылып сыға тау итәге сауыл төбөнән. Халыҡ йырынан.
СЫЛТЫР II с. ҡар. сылтырауыҡ. ■ Шафиҡ улән араһында аунай-тулай уйнаны, .. һыуһағас, сылтыр шишмәнән ятып һыу эсте. Ғ. Хисамов.
СЫЛТЫРАҠ с. ҡар. сылтырауыҡ. Сылтыраҡ тинлектәр.
СЫЛТЫРАТЫУ (сылтырат-) (Р: звякать; И.: jingle; tinkle; T.: şıngırdamak) ҡ.
738