Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 739


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЫЛТЫР-СЫЛТЫР
1. Металл, быяла һ.б. нәмәләрҙең береһен икенсеһенә бәрелдереп сылтыраған тауыш барлыҡҡа килтереү. □ Звякать, звенеть, дребезжать, тренькать чем. // Звякание, звон, дребезжание, треньканье. Сулпыларын сылтыратыу. ■ [Ҡыҙҙар] сәс тәңкәләрен сылтыратып, соландан өйгә инер-инмәҫ булып өймәкләшеп, оялышып торалар, һ. Дәүләтшина. Ҡойма буйлап, сынйырҙарын сылтыратып, ике эт лар-лор өрөп, йөрөп тора. 3. Ураҡсин. Ҡара ерән ҡашҡа йүгән ауыҙлығын сылтыратып һелкенде лә алдындағы һолоға ҡалын ирене менән ҡабаттан үрелде. Я. Хамматов.
2. Нескә саф тауыш сығарып көлөү. □ Звонко смеяться. ■ Ҡатын, бөтә магазинды яңғыратып, сылтыратып .. көлөп ебәрҙе. С. Агиш. Роза сылтыратып көлөп ебәрҙе, үҙенең бит остары янып сыҡты. Д. Бүләков. Фәхерниса .. түҙмәй, сылтыратып көлөп ебәрҙе. Й. Солтанов. Усынан ҡойолоусы тамсылар ыңғайына Мәүсилә үҙе лә ҡушылып сылтыратып көлдө. Д. Бүләков.
СЫЛТЫРАУ (сылтыра-) (Р.: звякать; И.: tinkle; T.: şıngırdamak) ҡ.
1. Металл, быяла һ. б. әйберҙәр бәрелеп, яңғырауыҡлы нәҙек тауыш барлыҡҡа килеү. □ Звякать, звенеть, дребезжать, тренькать. // Звякание, звон, дребезжание, треньканье. Сылтырап ҡойолоу. Сылтырап китеү. ■ Ишек башына эленгән боронғо ҡыңғырау күңелле итеп сылтыраны. И. Абдуллин. Тигеҙ генә ухылдап юртып килгән ат тояғы һәм бер ыңғайға ғына сылтырап килгән кырандас тәгәрмәсе тауышы ишетелде. С. Агиш. Саяфтың ярайһы ҡалын йоҙроғо төшөүҙән сынаяҡтар сылтырап, ҡалтырап ҡуйҙы. Т. Ғарипова. Сылтырап быяла ҡойолған тауыш ишетелеп ҡалды. В. Исхаҡов.
2. Сылтыр-сылтыр итеү, сылтыр-сылтыр итеп ағыу (һыуға ҡарата). □ Журчать. // Журчание. ■ Түбәндәрәк ер биҙәге — зәңгәр күл ялтырай, йәнәшәлә сылтырап шишмә аға, ә уның эргәһендә был яҡтар өсөн ят яңғыҙ ҡарағас үҫеп ултыра. А. Абдуллин. Йылға сылтырауына ҡурай тауышы ла ҡушылһа, ул саҡта һин һауаларға күтәреләһең, ҡайҙалыр
йомшаҡ ҡына бәүеләһең. Ғ. Аллаяров. Оло Эйек йылғаһы, үҙенең мәңге шат, шаян йырҙарын һандуғас моңдарына мансып, ҡыуана-көлә бер өҙлөкһөҙ сылтырап аға ла аға. 3. Биишева. Пётр Филиппович, таштар араһынан сылтырап ағып ятҡан ҡар һыуы аша һаҡлыҡ менән генә атлай-атлай, кире боролдо. Ә. Бикчәнтәев. Түбәндә мәңге тынмаҫ Сәрмәсән сылтырай. М. Ғиләжев. Утарҙы уртаға ярып, тоноҡ һалҡын шишмә сылтырап ағып ята. Һ. Дәүләтшина.
СЫЛТЫРАУЫҠ (Р.: журчащий; И.: purling; T.: şarıldayan, şırıl şırıl akan (çay) c.
Сылтырап аға торған (йылға), сылтырап сыҡҡан (тауышҡа ҡарата). □ Журчащий (ручеёк), звонкий, звенящий, тонкий (голос, голосок). Сылтырауыҡ тәңкә. Сылтырауыҡ шишмә. ■ Ҡыҙға .. сылтырауыҡ шишмә буйҙары, һөҙәк тауҙар бик оҡшай икән. 3. Ғәлимов.
СЫЛТЫРАШЫУ (сылтыраш-) ҡ. урт. ҡар. сылтырау, взаимн. от сылтырау. ■ [Гөльямалдың] үргән сәсе осонда .. көмөш тәңкәләр сылтыраша. Я. Хамматов. Йылғалары сылтырашып, таштан ташҡа һикереште, ҡайындары шаулай-шаулай япраҡ үрҙе. Р. Низамов. Гөрләүектәр сылтырашып аға, үлән морон төртә, ҡаҙ бәп-кәһеләй йомшаҡ умырзая баш ҡалҡыта. Ғ. Хисамов. Ҡайҙа ҡарама, буръяҡланып ваҡ ҡына йылғалар сылтыраша. Ә. Хәкимов.
СЫЛТЫРЛАҠ с. ҡар. сылтырауыҡ. Сыл-тырлаҡ йылға.
СЫЛТЫРЛАТЫУ (сылтырлат ) ҡ. ҡар. сылтыратыу 1. Асҡысты сылтырлатыу.
СЫ Л ТЫРЛАУ (сылтырла-) ҡ. ҡар. сылтырау 1, 2.
СЫЛТЫРЛАУЫҠ (сылтыр лау ығы) (Р: деревянная чашка; И.: wooden bowl; T.: ahşap fincan) и. диал.
Һабына ағастан сыңға ҡуйып яһалған сеүәтә. □ Деревянная чашка с деревянным кольцом на рукоятке. Сылтырлауыҡҡа һалып эсеү.
СЫЛТЫРМАҠ (сылтырмағы) и. диал. ҡар. суҡ I, 3. Йүгән сылтырмағы.
СЫЛТЫР-СЫЛТЫР (Р: звяк-звяк; И.: tinkle; T.: çıngırtı) оҡш.
739