СЫЛТЫРТ
1. Ҡабат-ҡабат сылтыр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Звяк-звяк, дзинь-дзинь (подражание многократному звяканью металлических предметов). Сылтыр-сылтыр итеу. Сылтыр-сылтыр килеу. ■ [Конби-кәнең] оҙон толомдарына таҡҡан сулпылары сылтыр-сылтыр килә. Н. Мусин. Йорт хужаһы сылтыр-сылтыр ишек биктәре менән бутала башланы. Б. Рафиҡов. Шпор таҡҡан итектәр ялтырап тора, сылтыр-сылтыр киләләр. Ғ. Ғүмәр.
2. Һыу ташҡа бәрелеп аҡҡанда сыҡҡан йәки яғымлы нескә тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку журчания речки или непрерывной звонкой речи. Сылтыр-сылтыр көлөу. ■ Аҫтан сылтыр-сылтыр килеп аҡҡан һыу ағышы ишетелде. Ғ. Аллаяров. Юл буйындағы канауҙарҙан сылтыр-сылтыр гөрләуектәр аға. В. Исхаҡов. Эргәлә генә сылтыр-сылтыр тау шишмәһе аға. М. Кәрим. Саф һыуҙың сылтыр-сылтыр ағышы Нәфисәнең уйҙарын әллә ҡайҙарға алып китте. Ш. Янбаев.
СЫЛТЫРТ оҡш. ҡар. сылтыр I, 1. ■ Ватылды тәҙрә шырт итеп, шырт ҡына тугел шул, ул бит ҡыйрай сылтырт итеп. Ш. Бабич.
СЫЛЫМ I (Р: слизь; И.: mucus; T.: sümük) и. диал. ҡар. лайла.
Ҡайһы бер хайуан һәм үҫемлек күҙәнәктәре тарафынан бүленеп сығарылған, һуҙылып торған масса. □ Слизь. Йукә сылымы. Сылым буялыу.
СЫЛЫМ II и. диал. ҡар. сыуын. Сылым һалыу.
СЫЛЫМ III (Р: корочка на голове у новорождённого; И.: crust (on baby’s head); T.: bebeğin kafasındaki kabuk) и. диал.
Бәпестең башындағы ҡауаҡ. □ Корочка на голове у новорождённого. Баланың сылы-мын ҡуптарыу.
СЫМ (Р: провод; И.: wire; T.: tel) и.
1. Электр үткәреү өсөн хеҙмәт иткән сыбыҡтимер. □ Провод. Телефон сымы. Электр сымы. Сым һуҙыу. ■ Телефон сымдары буйлап боевой бойороҡтар траншеяларға, окоптарға килеп тоташты. Ғ. Аллаяров. Закиров беренселәрҙән бу
лып тышҡа ырғылды һәм, электр сымдарын айырып, хәуефле ялҡынды .. һундерҙе. Ә. Байрамов. Тантана ҡоролтай барған залда ғына тороп ҡалманы, тиҙҙән ҡала урамдарына урләне, телефон сымдары, телеграф аша төбәк һәм уҙәктәргә осто. Р. Байымов. Телеграф сымдарына, нота станындағы тамғалар һымаҡ, ҡарлуғастар теҙелешеп ултырған. Ә. Бикчәнтәев.
2. ҡар. сыбыҡтимер. ■ Кабинаның бер яҡ ишегенә еҙ сым уралған. Р. Байбулатов. Зәйтунә тракторҙан һабанды ысҡындырҙы, вагончик эргәһенән машиналарҙы береһенә-береһен тағырға ҡорос сым алып килде. Ф. Әсәнов.
СЫМ-СЫҠЫР и. диал. ҡар. сыр-сыу.
Сым-сыҡыр килеу.
СЫМ-СЫРЫҠ (Р: тихо; И.: softly silently; T.: yavaş, sessizce) p.
Шым ғына; шым-шырыҡ. □ Тихо; молча. Сым-сырыҡ ултырыу. Сым-сырыҡ йөрөу.
СЫМЫЛДЫҠ (сымылдығы) (Р: полог; И.: bed curtain; T: perde) и.
1. Сатыр һымаҡ итеп ҡорола торған урын; түшәк шаршауы. □ Полог. Ебәк сымылдыҡ. Сымылдыҡ элеу. ■ Вәлит аҡрын ғына, тын да сығармайынса, ҡыҙыл сымылдыҡтың бер ситен кутәреп ауырыуға ҡараны. С. Агиш. Бишбармаҡ ашалып, бауырһаҡ, тәм-том, бәлеш менән сәй эсеп, ҡашығаяҡ йыуылғас, Мәҙинә сымылдыҡ эсендәге карауатына ятты. Т. Ғарипова. Өйҙөң бер мөйөшөндә эре япраҡ биҙәкле ситсаларҙан тегелгән сымылдыҡ. Ғ. Хәйри.
2. Ҙур киндер йәймә. □ Ткань, сотканная из грубого холста. Сымылдыҡ ағартыу.
СЫМЫЛДЫРЫҠ (сымылдырығы) и. диал.
1. ҡар. сымылдыҡ 1. Сәңгелдәк сымылдырығы. Сымылдырыҡты асыу.
2. ҡар. битлек 1.
СЫМЫР (Р: брр; И.: ugh, it’s cold!; T: üşürken çıkarılan ses) оҡш.
Тәндә нимәлер йөрөгән кеүек йәки ҡапыл өшөп киткән һымаҡ булғанды белдергән һүҙ; семер. □ Брр (подражание ощущению озноба, мурашек на теле). Тәнем сымыр итеп ҡуйҙы.
740