СЫМЫРЫЛАНЫУ
СЫМЫРҒАНЫУ (сымырған-) (Р.: чувствовать озноб; И.: shiver; T.: üşümek) ҡ.
Ниндәйҙер хистән тән тартылыу йәки ҡалтыранып ҡуйыу. □ Почувствовать дрожь, лёгкий озноб (от неприятной мысли, вестей и т. п.). Сымырғанып китеу. ■ [Нәркәс:] Уныц [Һәубәндец] ҡаны ҡойолһа, сымырғаныр тәнем. «Аҡбуҙат». Сымырғанды тәнем ҡурҡыуҙан. Халыҡ йырынан.
СЫМЫРҘАУ (сымырҙа-) ҡ. ҡар. сымырлау 1. ■ Вәсиләнец ире бәхетһеҙлеккә осрап вафат булған, тигән хәбәрҙән Рә-шиттец арҡа уҙәге сымырҙап китте. Б. Рафиҡов. Дин, Алла тураһында быға тиклем уйланмаған Линараныц тәне сымырҙап китте. Л. Якшыбаева.
СЫМЫРЛАТЫУ (сымырлат-) (Р: вызывать лёгкий озноб; И.: cause a slight shiver; T.: üşütmek) ҡ.
Сымыр иттереү, сымыр-сымыр килтереү; семерләтеү. □ Вызывать лёгкий озноб, знобить. Сымырлатып утеу. ■ Тон яғынан иҫкән әсе ел, кергәзин еләндәрҙән утеп, тәндәрҙе сымырлата башланы. М. Ғафури. Гөжләп сыҡҡан ҡурай тауышы тәндәрҙе сымырлата. Т. Хәйбуллин.
СЫМЫРЛАУ (сымырла ) (Р: почувствовать дрожь; И.: feel shivers; have jitters; T.: üşümek) ҡ.
1. Тәндә нимәлер йыбырлап йөрөгән кеүек йәки ҡапыл өшөп киткән һымаҡ тойғо кисереү; семерләү. □ Почувствовать дрожь, лёгкий озноб (от неприятной мысли, вестей и т. п.). ■ Менәуәрәнец йөрәге жыу итеп ҡалды, арҡа һабаҡтары сымырлап ҡуйҙы. Н. Мусин. Оҫолло ецгәнец .. ҡымыҙын бер-ике алдыр эсеу менән, башыца сығып, быуындарыц сымырлап,.. бөтә тәнецә тарала. Ғ. Дәүләтшин.
2. Шыйыҡлыҡ төбөнән ваҡ ҡына булып һауа ҡалҡыу; бызырлау. □ Шипеть. // Шипение (о кумысе и т. п.). Ҡымыҙы сымырлап ултыра.
СЫМЫР-СЫМЫР (Р: брр; И.: ugh, it’s cold!; T.: üşürken çıkarılan ses) оҡш.
Ҡабат-ҡабат сымыр иткәнде белдергән һүҙ. □ Брр (подражание многократно
му ощущению озноба, мурашек на теле). Сымыр-сымыр итеу. Сымыр-сымыр килеу.
СЫМЫРЫ I (Р: прилежный; И.: diligent; T.: çalışkan) с. диал. ҡар. тырыш.
Еренә еткереп эшләүсән. □ Прилежный. Сымыры кеше. Эшкә сымыры егет. ■ [Ҡорбан] бик матур итеп йорттар һала, йәнә башҡа нәмәләр яһай белә торған сымыры балта оҫтаһы ине. X. Мохтар. Сәлимә ..сымыры ҡыҙыҡай булып сыҡты. Ф. Иҫәнғолов. Сымыры шул Мәҙинәһе, матур көтә донъяны. Т. Ғарипова. Иҙеукәй һынатмаған: фарман көтөп ятмаған, эш ҡырған уҙе белеп, ханы әйтмәҫтән элек. Ҡарар ҡылған Сытмырхан: «Бынан сығыр сымыры хан». Ҡобайырҙан.
СЫМЫРЫ II (Р: крепкий; И.: stout; Т.: sağlam) с. диал. ҡар. баҙыҡ I, 2.
Кәүҙәгә ныҡлы, таҙа. □ Крепкий, здоровый. Сымыры бала. Сымыры кәуҙәле. Сымыры ҡул. ■ Сымыры кәуҙәһенә хәрби кейем кейеп тыуған, изге тупрағын һаҡлау өсөн килгән был йәш ҡыҙ. Д. Юлтый.
СЫМЫРЫ III (Р: крепко; И.: hard; resolutely; T.: kati olarak; güvenle) р. диал. ҡар. ныҡ.
Ныҡ итеп, ышаныс менән. □ Крепко; твёрдо; решительно, уверенно. Сымыры баҫып атлау. Сымыры һөйләшеу. ■ Ҡыҙ,.. сымыры баҫып, тургә табан атланы, һ. Дәүләтшина. Егет.. торған һайын сымырыраҡ ишә башланы. Ф. Иҫәнғолов. Ассистенттарҙан Филзә генә куренә, ғәҙәттәгенән сымырыраҡ баҫып, буласаҡ тапшырыу өсөн кәрәк-яраҡ әҙерләй. Д. Бүләков.
СЫМЫРЫЛАНЫУ I (сымырылан ) (Р: становиться, быть аккуратным; И.: become diligent; T.: çalışkan hale gelmek) ҡ.
Сымырыға (I) әйләнеү, сымыры булыу. □ Становиться, быть аккуратным, прилежным (в работе). Эшкә сымырыланыу.
СЫМЫРЫЛАНЫУ II (сымырылан-) (Р: стать крепким; И.: become hearty; T.: sağlamlaşmak) ҡ.
Нығынып баҙыҡҡа әйләнеү, баҙыҡ булыу. □ Стать сильным, здоровым, крепким, крепнуть. Йыл һайын сымырылана барыу.
741