Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 742


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

сын
■ Нурия бигерәк сибек кәуҙәле ине, хәҙер сымырыланыбыраҡ киткән. Н. Мусин.
СЫН (Р.: натуральный; И.: natural; real; T.: doğal, tabii, saf) c.
1. Үҙенән генә торған, башҡа нәмә ҡатнашмаған; яһалма түгел; саф. □ Натуральный, настоящий, неподдельный. Сын алтын. Сын мәрйен. Сын тимер. ■ Сынаяғым сын, имеш, эсе тулы сын емеш. Халыҡ йырынан.
2. ҡар. саф 5. Сын башҡорт телендә һөйләшеу.
3. Иң яҡшы үрнәккә ярашлы; ысын.
□ Истинный, настоящий. Сын дуҫлыҡ. Сын ғалим. Сын кеше. Сын мөхәббәт.
♦ Сын яһау бик матур. □ По-настоящему, добротно, красиво. Сын яһау итеп ке-йендереу. ■ Әҙер өйҙө ни, ҡулы белгән кеше .. ун биш көн тигәндә сын яһау итеп ултыртты. Ф. Иҫәнғолов.
СЫНАҒАС (Р.: разновидность многолетней травы; И.: perennial grass species; T.: çok yıllık bitki çeşidi) и. бот.
Алһыу сәскәле, киң киртләс япраҡлы, ҡаты һабаҡлы күп йыллыҡ үлән. □ Разновидность многолетней травы. Баҡса сынағасы. Ҡыр сынағасы.
СЫНАЙЫР (Р.: мальки сорожек; И.: roach fry; T.: çamça balığı) и. диал. ҡар. ваҡ сабаҡ.
Ваҡ йылға балығы. □ Мальки сорожек. Сынайыр тәңкәһе. Сынайыр тотоу.
СЫНАР [фарс. J-4] (Р: чинара; И.: plane (tree)’, T.: çınar) и. бот.
Платандар төркөмөнә ингән киң киртләс япраҡлы, бейек олонло йылы яҡ ағасы.
□ Чинара, чинар, восточный платан. Сынар емеше. ■ Ауылдың ҡап уртаһындағы тыныс туңәрәк кул .. таң ҡыҙыллығын һәм тирә-яғында уҫеп ултырған өйәңке, сынар ағастарының шәуләләрен йотҡан. И. Көҫәпҡол.
СЫНАЯҠ (сынаяғы) (Р: чашка; И.: сир; T.: fincan) и.
1. Сәй эсеү өсөн сөм һәм йәйенке итеп эшләнгән фарфор йәки фаянс һауыт.
□ Чашка, чашечка (чайная). Буталлы сынаяҡ. Ҡоршаулы сынаяҡ. Бер пар сынаяҡ.
Бер сынаяҡ сәй. ■ Йунирә,.. ҡапыл сынаяғын ситкә этеп, урынынан торҙо. Д. Бүләков. Мәҙинә иртәнсәктән ҡалған бер сынаяҡ бурткән бойҙай һәм картуфты .. төйөп, игеҙәктәрҙең ауыҙына ҡаптыра башланы. Т. Ғарипова. Бәҙғолъямал әбей торҙо ла, бөксәңләп атлап барып, сынаяҡтар ҡуя торған кәштәнән уға [Менәуәрәгә] өскөл хат алып тотторҙо. Н. Мусин. Йәшел дә генә өҫтәл өҫтәрендә алтын батмус, көмөш сынаяҡ. Йырҙан.
2. Юғары сифатлы аҡ балсыҡтан иҙеп, яндырылған матдә. □ Кафель, изразец. / Кафельный, изразцовый. Сынаяҡ стена. Сынаяҡ уйынсыҡ. ■ Стеналар мәрмәр, сынаяҡ иҙән, станцияла таҙа, йыйнаҡлы. Ғ. Сәләм.
♦ Сынаяҡ кеүек ҙур, йомро булып торған (куҙгә ҡарата). □ Огромные (глаза). ■ Диләфруздең оҙон керпектәре кутәреләләр ҙә, .. сынаяҡ кеуек ҙур кук куҙҙәре егеттең йөрәгенә ҡаҙалалар. Б. Бикбай.
СЫНАЯҠ АҪТЫ I (Р: чайное блюдце; И.: saucer; T.: fincan tabağı) и.
1. Сәй эсә торған парлы һауыттың аҫҡа ҡуйылған йәйпәк өлөшө. □ Чайное блюдце. Сынаяҡ аҫтына сәй һалып эсеу. ■ Сынаяҡ аҫтына ҡойолған сәй эселмәй һыуынды. Т. Хәйбуллин.
2. миф. Бүҫерҙе дауалағанда ҡулланылған мифлаштырылған әйбер. □ Чайное блюдце (мифологизированный предмет, применяемый при лечении грыжи). ■ Сынаяҡ аҫтына, ситенә йондоҙ һымаҡ нәмә төшөрөп, яҙып, шул һауыттан эсереп, өсйәнде имләй инек. «Башҡорт мифологияһы »нан.
СЫНАЯҠ АҪТЫ II (Р: морское блюдечко; И.: limpet; T.: deniz minaresi) и. зоол.
Ҡалпаҡҡа оҡшаған ҡабырсаҡлы моллюск. □ Морское блюдечко (лат. Patella). Сынаяҡ аҫты төҙөлөшө.
СЫНАЯҠ ҠУЙҒЫС (Р.: посудница; И.: dish stack; T.: bulaşık rafı) и. диал.
Һауыт-Һаба кәштәһе. □ Посудница. Сынаяҡ ҡуйғыс эшләу.
СЫНАЯҠ ӨҪТӨ и. ҡар. сынаяҡ 1. Сәскәле сынаяҡ өҫтө. ■ Шәрәф сынаяҡ өҫтөн туңкәрҙе. Б. Бикбай.
742