СЫНТУҪТАҠ
СЫНАЯҠ ТАБАҒЫ и. диал. ҡар. сынаяҡ аҫты 1. Сынаяҡ табағына сәйҙе һыуытырға һалыу.
СЫНАЯҠ ТӘРИЛКӘҺЕ и. диал. ҡар. сынаяҡ аҫты 1. Сынаяҡ тәрилкәһен ватыу.
СЫНЙЫР [фарс. j^j] (Р.: цепь; И.: chain; T.: zincir) и.
1. Бер-береһенә үткәреүле дүңгәләктәрҙән теҙеп яһалған металл бау. □ Цепь. / Цепной. ■ Булмәлә тик eş сынйырҙың береһенә сукеш, икенсеһенә бығау йоҙағы аҫылған боронғо сәғәт өҙлөкһөҙ текелдәп, уткән ғумерҙең секундтарын һанай. Р. Ғабдрахманов. Сынйырҙа бәйле торған һыйырҙар, Хашимды кургәс, дәррәу баҡырыу менән сәләмләнеләр. Т. Ғарипова. Уны [Баясты] Себергә оҙатҡанда, ике һыбайлы тимер сынйыр менән етәкләп, урам буйлап утәләр. Я. Хамматов. Буҙәр хан .. Алпамышаны ҡорос сынйырҙар менән сырмап, бығаулап арбаға һалып алып ҡайтып китә. «Алпамыша».
2. ҡар. сылбыр 1. Көмөш сынйыр тағылған сәғәт.
3. кусм. Иректе быуған, ирекһеҙ иткән нәмәгә ҡарата. □ Цепь. Колониализм сынйыры. Коллоҡ сынйыры. ■ Сынйырҙары селпәрәмә килһен тәубәһенә ҡайтҡан кешенең. С. Әлибаев.
4. кит. Теҙелеп торған бер төрлө нәмәләр рәте; теҙмә. □ Цепь. Тауҙар сынйыры. ■ Ике яҡта ла бейек тауҙар сынйыры һуҙылған. Ғ. Әмири.
5. Боронғо һуғыш ҡоралы. □ Кистень (древнее боевое оружие). ■ Кайһы бер батырҙар меңәр ботло сынйырҙар менән һуғышалар икән. Әкиәттән.
СЫНЙЫРА (Р: твёрдая опухоль на груди лошади; И.: hard tumour; T: sert şişkinlik, tümer) и. диал.
1. Аттың түшенә сыға торған ҡаты шешек. □ Твёрдая опухоль на груди лошади. Сынйыра сығыу. ■ Элгәре аттың сынйыраһын таҙ кешенән төкөтөп дауалағандар. Экспедиция материалдарынан.
2. Эренле шеш (кешелә). □ Гнойная опухоль (у людей). Сынйыраны дауалау.
СЫНЙЫРА ТӨРТӨҮ (сынйыра терт-) (Р: появление твёрдой опухоли; И.: tumor; T: atların bir tür hastalığı) ҡ.
Йылҡы малының ҡаты шешек менән ауырыуы. □ Появление твёрдой опухоли (у лошадей). Бейәне сынйыра төрткән.
СЫНЙЫРА ӘПСЕНЕ (Р: заговор гнойной опухоли; И.: spell for tumor; T: tümör için okunacak dua) и.
Сынйыраны имләү ысулы. □ Заговор гнойной опухоли. ■ Сынйыраны сынйыра әпсене менән ғәрләндереп имләйҙәр. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
СЫНЙЫРЛАТЫУ (сынйырлат-) ҡ. йөкм. ҡар. сынйырлау, понуд. от сынйырлау. Аяҡ-ҡулды сынйырлатыу.
СЫНЙЫРЛАУ (сынйырла ) (Р: привязывать цепью; И.: chain; T: zincirlemek) ҡ.
Сынйыр (1) һалыу, сынйыр (1) менән бәйләү. □ Привязывать цепью, сажать на цепь. Тотҡондо сынйырлау. ■ Алпамыша батыр бер имән төбөнә килеп, буҙ толпарын сынйырлап бәйләп ҡуйҙы ла ял итергә ятты, ти. «Алпамыша». Дейеуҙең әмере буйынса, Туҙемғолдо, ҡул-аяғын сынйырлап, ҡараңғы зинданға ябып ҡуйғандар, ти. Әкиәттән.
СЫНЙЫРЛЫ (Р: цепной; И.: chain; Т: zincirli) с.
1. Сынйыр (1) менән бәйле. □ Цепной. Сынйырлы эт.
2. Сынйыр (2) тағылған, сынйыры булған. □ С цепью, с цепочкой. Алтын сынйыр. ■ Мостафин, ныҡлап йыуанайырға өлгөрмәгән ҡорһағын киреп, көмөш сынйырлы туш сәғәтен алып ҡараны. Я. Хамматов. Көмөш сынйырлы сәғәт аҫҡан Хәби бай иҙән уртаһына килеп баҫты ла ҡулын бөйөрөнә таянды. Т. Хәбибуллин.
СЫНЙЫРЛЫ РЕАКЦИЯ (Р: цепная реакция; И.: chain reaction; T: zincirleme reaksiyon) и. физ., хим.
Берәр атомдың реакцияһы эҙмә-эҙлекле рәүештә бик күп һандағы атомдарҙың, молекулаларҙың реакцияһын килтереп сығара торған реакция. □ Цепная реакция. Сынйырлы реакция барлыҡҡа килеу.
СЫНТУҪТАҠ (сынтуҫтағы) и. диал.
743