СЫН ҺИҘӘП
1. ҡар. сынаяҡ 1. Сынтуҫтаҡ менән сәй эсеу.
2. Йәйпәк ауыҙлы, тар төплө тотҡаһыҙ сынаяҡ; каса. □ Пиала. Сынтуҫтаҡҡа ҡымыҙ һалыу.
СЫН ҺИҘӘП (һиҙәбе) (Р.: перламутровая пуговица; И.: pearl button; T.: sedeften yapılmış düğme) и.
Перламутрҙан эшләнгән һиҙәп. □ Перламутровая пуговица. Матур сын һиҙәп.
СЫНЫҒЫУ (сыныҡ-) (Р: закаляться; И.: temper; T.: sağlamlaşmak; dayamklığı artmak) ҡ.
1. Юғары температурала ҡыҙҙырып, ҡапыл һыуытҡандан ҡатыға, ныҡҡа әйләнеү (металға һ. б. ҡарата). □ Закаляться, закаливаться. // Закаливание, закалка. Ҡорос юғары температурала сыныға. ■ Мартендарҙа ҡарап торғаным бар утта сыныҡҡанын ҡоростоң. В. Ишмырҙин.
2. Эш, күнегеүҙәр менән физик яҡтан нығыныу, төрлө тәьҫирҙәргә бирешмәҫ булыу. □ Крепнуть, окрепнуть; натренироваться. Эшләп сынығыу. Үҫә килә сынығыу. Сынығып китеу. ■ Һәр иртә саф һауала зарядкаға теҙелеу, уҙеңде уҙең ҡарап, хәстәрләп, тәрбиәләп өйрәнеу — тормоштағы тәуге етди сынығыу ҙа ул. «Башҡортостан ҡыҙы», № 4, 2012. [Фатима:] Походта йөрөу өсөн сынығырға кәрәк. Ә. Бикчәнтәев. Бәләкәй сағында сирләшкәрәк булһа ла, мәктәптә уҡыған йылдарында сынығып уҫте Сәлим. С. Шәрипов. Тағы бер йәй сынығып, буйға еткән ҡурайҙы һайлап яһап бирһәм дә, бер өрөуҙән артманы, куңелеңде тапманы. Ҡобайырҙан.
3. кусм. Ауыр тормош шарттарында, көрәштә һ. б. нығынып, рухи яҡтан көслөгә, сыҙамлыға әйләнеү. □ Закаляться, закаливаться. // Закаливание, закалка. ■ Яу яланында сынығыу алған ана шул кешеләр [Имән батыр кеуектәр] тәу башлап ҡулына ҡылыс һәм хәнйәр алыусыларҙы һуғыштың аяуһыҙ ҡанунын тормошҡа ашырырға .. өйрәтә. Н. Мусин. Һуғышта сынығыу алып тәжрибә туплаған иллегә яҡын яҡташыбыҙ .. Берлинға табан атлай. «Ағиҙел», № 9,
2008. • Ҡорос ҡайнауҙа сыныға, батыр майҙанда сыныға. Әйтем.
СЫНЫҠҠАНЛЫҠ ( сыныҡҡанлығы ) (Р: закалённость; И.: tempering; hardening; T.: dayanıklılık) и.
1. Юғары температурала ҡыҙҙырғандан һуң, ҡапыл һыуытып, ҡатыға, ныҡҡа әйләнеү күренеше. □ Закалённость, закалка. Ҡоростоң сыныҡҡанлығын тикшереу.
2. Физик яҡтан нығыныу, төрлө тәьҫирҙәргә бирешмәүсәнлек хәле. □ Натренированность, выносливость; закалка. Организмдың сыныҡҡанлығы.
3. кусм. Нығынып, рухи яҡтан көслөгә, сыҙамлыға әйләнеү хәле. □ Закалённость, закалка. Рухи яҡтан сыныҡҡанлыҡ. Ауырлыҡты куп кургәне, сыныҡҡанлығы һиҙелә.
СЫНЫҠТЫРЫЛЫУ (сыныҡтырыл-) ҡ. төш. ҡар. сыныҡтырыу 2. страд, от сыныҡтырыу 2. Сыныҡтырылған тән. ■ Һоло менән сыныҡтырылған мыҡты аттар кусергә ҡыуырға ирек бирмәй .. алға барыуҙарында ине. Ғ. Дәүләтшин.
СЫНЫҠТЫРЫУ (сыныҡтыр-) (Р: закаливать; И.: temper, harden; T.: suyu verilip sertleşmek, sağlamlaşmak; dayamklığım artırmak) ҡ.
1. Юғары температурала ҡыҙҙырғандан һуң, ҡапыл һыуытып, ҡатыға, ныҡҡа әйләндереү. □ Закаливать, закалять кого-что. // Закаливание, закал. Ҡоросто сыныҡтырыу.
2. Эш, физик күнекмә һ. б. ярҙамында тәнде көслө, ныҡ итеү, ауырыу-сырхауға бирешмәҫ итеү. □ Укреплять, закаливать (здоровье, организм). // Закаливание. Физик яҡтан сыныҡтырыу. Баланы сыныҡтырыу. Организмды сыныҡтырыу менән шөғөлләнеу. ■ Сәләмәтлеген нығытыу маҡсатында сабыйға сыныҡтырыу процедураларын ойоштороғоҙ. «Башҡортостан ҡыҙы», № 2,
2013. Ҡыш балыҡ ҡармаҡлау кешенең сәләмәтлеген нығыта, тәнен сыныҡтыра. Ш. Нафиҡов.
3. кусм. Ҡемделер ауыр тормош шарттарына, көрәшкә һ. б. күнектереп, рухи яҡтан көслө итеү, сыҙамлыға әйләндереү. □ Закаливать, закалять кого-что. // За-
744