Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 745


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

сыңғыл-сыңғыл
каливание, закал. Рухи яҡтан сыныҡтырыу.
■ Алмашсыһын яуға сыныҡтырыу — ҡарт быуындың намыҫ-бурысы! Ш. Бикҡолов.
СЫҢ I (Р.: дзинь; И.: jingle; T.: şıngırtı) оҡш.
Тимер, быяла кеүек нәмәләргә һуҡҡанда йәки улар бер-береһе менән бәрелешкәндә яңғырап сыҡҡан оҙайлы нәҙек тауышты белдергән һүҙ. □ Дзинь (подражание звуку при ударе металлических, стеклянных, фарфоровых предметов). Гәлсәр һауыттар бер-береһенә бәрелеп сың итеп ҡалды.
СЫҢ II (Р.: звон; И.: tinkling; T: çınlama) и.
Сыңлап сыҡҡан тауыш. □ Звон, звенящий звук. Көмөш сыңы. Салғы сыңы. Ҡылыс сыңы. Бокалдар сыңы. ■ Хашимдың һабантурғай сыңын ишеткеһе килә, ә куҙҙәре йомолғандан-йомола, рәшәһе дерелдәп торған йылы тупраҡ уны уҙенә торған һайын нығыраҡ тарта. Т. Ғарипова. Ҡоштар йыры, тау шишмәһе моңо ҡушылып аҡты салғым сыңына. С. Ғәбиҙуллин. Мин ғашиҡмын аяҙ көн йөҙөнә, һауаларҙың көмөш сыңына. Р. Шәкүр.
СЫҢАЛТАЙ и. диал. ҡар. сыңғарсай бармаҡ. Сыңалтайҙың шәбеһе.
СЫҢАРСАЙ и. диал. ҡар. сыңғарсай бармаҡ.
СЫҢАРСАҠ (сыңарсағы) и. диал. ҡар. сыңғарсай бармаҡ.
СЫҢҒА (Р: металлическое кольцо; И.: metal ring; T: madenî halka) u.
Дуға, йүгән, сынйыр кеүек нәмәләге тимер түңгәләк. □ Металлическое кольцо (на дуге, узде или у цепи). Йугәндең сыңғаһы.
■ Тетрәнеп, сыңғырлап ҡуя ауыҙлыҡ сыңғалары. X. Назаров.
СЫҢҒАЛАУ (сыңғала-) (Р: снабдить что-л. металлическим кольцом; И.: supply with a ring; T: madenî halka koymak) ҡ.
Сыңғалы итеү, сыңға ҡуйыу. □ Снабдить что-л. металлическим кольцом. Дуғаны сыңғалау.
СЫҢҒАРСАЙ БАРМАҠ (бармағы) (Р: мизинец; И.: small finger; T.: serçeparmak) и. анат.
Ҡул-аяҡтың ситтәге иң бәләкәй бармағы. □ Мизинец. Сыңғарсай бармаҡты ауырттырыу. Сыңғарсай бармағы шешкән. ■ [Мифтахетдин] сыңғарсай бармағы менән ҡолағын соҡоп алды, ә теге тауыш һис юғалмай, ҡайҙандыр геуләп килә. Ф. Янышев.
СЫҢҒЫҘ (Р: название родовых подразделений башкир; И.: Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән, ҡыпсаҡ ырыуҙарына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название родовых подразделений башкир племён бурзян, кыпчак. Сыңғыҙ аймағына ҡараған кеше.
СЫҢҒЫЛ (Р: дзинь; И.: jingle, tinkle; T: şıngırtı) оҡш.
Бәләкәй еҙ ҡыңғырауҙың өҙөк тауышын йәки йоҡа тимер нәмәгә тейеп киткәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Дзинь (подражание звону маленького медного колокольчика или при ударе металлического предмета). Еҙ ҡыңғырау сыңғыл итеп ҡалды.
СЫҢҒЫЛДАҠ (сыңғылдағы) (Р: маленький медный колокольчик; И.: little copper bell; T: küçük bakır çan) и. диал.
Бәләкәй еҙ ҡыңғырау. □ Маленький медный колокольчик. Пар аттарға сыңғылдаҡтар тағылған.
СЫҢҒЫЛДАТЫУ (сыңғылдат-) (Р: звенеть; И.: ring; T.: çınlatmak, şıngırdatmak) ҡ.
Сыңғыл-сыңғыл иттереү. □ Звенеть, бренчать чем. Йугән сыңғылдатыу. И Туҡтамыш Кинйәнән куҙен алмай, өҫтәлдә ултырған көмөш һауытҡа сыңғылдатып һуға. М. Буранғолов.
СЫҢҒЫЛДАУ (сыңғылда-) (Р: звенеть;
И.: tinkle; T.: çınlamak, şıngırdamak) ҡ.
Сыңғыл-сыңғыл итеү, сыңғыл-сыңғыл килеү; сыңғырлау. □ Звенеть, бренчать. Н [Һәуезәнең] урмәуес осона тағылған ҙур көмөш тәңкәләре һәм асҡыстары бер-береһенә һуғылып сыңғылданылар. Я. Хамматов.
СЫҢҒЫЛ-СЫҢҒЫЛ (Р: дзинь-дзинь; И.: jingle; T.: şıngırtı) оҡш.
Ҡабат-ҡабат сыңғыл иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Дзинь-дзинь (подражание
745