СЫҢЛАУ
СЫҢҒЫР-СЫҢҒЫР (Р.: дзинь-дзинь; И.: jingle, clink!; T.: şıngırtı) оҡш.
1. Ҡабат-ҡабат сыңғыр (1) иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Дзинь-дзинь (подражание многократному звуку при ударе металлических предметов). Сыңғыр-сыңғыр килеу. ■ Мөҡсин ағай .. сисенгәнендә орден-миҙалдары сыңғыр-сыңғыр итеп ҡалды. Н. Мусин.
2. Йомшаҡ ҡына- итеп ат кешнәгәндәге тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократному нежному звонкому ржанию жеребят, лошадей. Сыңғыр-сыңғыр кешнэу. ■ Сыңғыр-сыңғыр сыңғыраған йылҡыһы куп Уралтау. Ҡобайырҙан.
СЫҢҠ (Р.: дзинь; И.: tinkle; T.: şıngırtı) оҡш.
Ғәҙәттә, тимер, ҡалай, бик йоҡа быяла кеүек нәмәгә тейеп киткәндә йәки улар бер-береһенә һуғылғанда сыҡҡан яңғырауыҡлы өҙөк тауышты белдергән һүҙ. □ Дзинь (подражание звуку при ударе металлических, стеклянных, фарфоровых предметов). Сыңҡ итеу.
СЫҢҠ-СЫҢҠ (Р: дзинь-дзинь; И.: clink-clank; T.: şıngırtı) оҡш.
Ҡабат-ҡабат сыңҡ иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Дзинь-дзинь (подражание многократному звуку при ударе металлических, стеклянных, фарфоровых предметов). Сыңҡ-сыңҡ итеу. Сыңҡ-сыңҡ килеу. ■ Аттар йән-фарман саба, дуғаға беркетеуле eş ҡыңғырау туҡталмай сыңҡ-сыңҡ тауышлана. Я. Хамматов.
СЫҢҠЫЛДАТЫУ (сыңҡылдат-) (Р: звенеть чем’, И.: make jingle, ding; T.: çınlatmak, şıngırdatmak) ҡ.
Сыңҡ-сыңҡ иттереү; өҙөк-өҙөк яңғырап киткән тауыш сығарыу. □ Звенеть, бренчать чем. Тимер сыңҡылдатыу. ■ Ҡайҙалыр сыңҡылдатып гармун тарталар, ауыл көйөнә йырлайҙар. С. Шәрипов. Сыңҡылдата янып салғымды бесән генә сабам уҙәктә. Халыҡ йырынан.
СЫҢҠЫЛДАУ (сыңҡылда-) (Р: звенеть; И.: ring; jingle; clink; T.: çınlamak, şıngırdamak) ҡ.
Сыңҡ-сыңҡ итеү, сыңҡ-сыңҡ килеү; өҙөк-өҙөк яңғыраған тауыш сығарыу.
□ Звенеть, бренчать. ■ Ҡурай моңо куккә урләй, сыңҡылдай ҡумыҙ сыңы. Ф. Күзбәков. Кырандасҡа егеуле аттар урам буйлап яй ғына елдерә, дуғалағы еҙ ҡыңғырау сыңҡылдай. Я. Хамматов. Урамығыҙ таш икән, даға сыңҡылдай икән. Халыҡ йырынан.
СЫҢЛАТЫУ (сыңлат-) (Р: звенеть чем’, И.: make clang; T.: çınlatmak, şıngırdatmak) ҡ.
1. Сың иттереү, сың-сың килтереү.
□ Звенеть, лязгать чем. Сулпыларҙы сыңлатыу. ■ «Һуғышты, ҡорал сыңлатыуҙы хупламайым икән, мин мәсьәләгә фәлсәфәуи куҙлектән ҡарайым», — тип томанлыраҡ һығымта яһаны Зариф Йәнтурә улы. Ә. Хәкимов. Туҡтағол мендәр аҫтына ҡыҫтырылған янсығын алып, ундағы тәңкәләрҙе сыңлата-сыңлата, икәуһен һайлап алды. Ғ. Ибраһимов.
2. Зыңлап ишетелгән һымаҡ булып ҡолаҡты, башты тондороу. □ Звенеть (в ушах, голове). Сыңлатып йонсотоу.
■ Ҡөнө-төнө уҡыу куҙ ҡабаҡтарын шештерә, башты ауырттыра, ҡолаҡтарҙы сыңлата. X. Назаров.
3. Сың итеп яңғырап торған нәҙек тауыш сығарыу (ғәҙәттә, уйын ҡоралдарында уйнауға ҡарата әйтелә). □ Издавать звон, звенеть чем. // Звон. ■ Бер шәкерт ҡумыҙ сыңлата, ә Шәһит бейей. Ғ. Әмири. Скрипкаһын көйләп алғас, ул [Әминбәк] сыңлатып уйнап ебәргән. Әкиәттән.
СЫҢЛАУ I (сыңла-) (Р: издавать звон; И.: cling, ding; T.: çınlamak) ҡ.
1. Сың итеү, сың-сың итеү, сың-сың килеү (тимер йә металл әйберҙәрҙең бәрелеп һуғылыуынан сыҡҡан тауыш). □ Издавать звон, звенеть. // Звон. Сыңлап тороу. Сыңлап ишетелеу. Буферҙар сыцлауы. ■ Хәсән ағай ҡулын һелтәгән һайын, кукрәгендә орден-миҙалдары сыңланы. Б. Рафиҡов. Хло-пуша бер һелкетеуҙә ук баҡыр сыңлағанын һиҙҙе. Ғ. Ибраһимов.
2. Ҡолаҡта, башта сың иткәндәй тауыш ишетелеү; сеңләү. □ Звенеть в ушах. // Звон в ушах. Ҡолаҡ сыңлай. Баш сыңлап ауырта.
■ [Фәнисә:] Ҡолаҡ төбөмдә сыңлай ғына,
747