Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 748


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЫҢЛАУ
зәһәр һуҙҙәр мейемде һеңкетә генә. Р. Камал. Тынлыҡтан ҡолаҡ сыңлағандай тойола.
3. Ураҡсин.
3. Яңғырап, асыҡ, сағыу булып ишетелеү, саф булыу, моңло ишетелеү (уйын ҡоралдарының, кешенең тауышына ҡарата).
□ Звучать. // Звучание. Ҡурай сыңлауы. Скрипка сыңлауы. Йырсының тауышы сыңлап тора. ■ Ҡайҙа булған һуң әсәйҙең сыңлап торған матур тауышы? М. Кәрим.
4. кусм. Онотолмай, юғалмай ишетелгән һымаҡ булыу. □ Звучать. // Звучание. Ҡолаҡ төбөмдә сыңлаған һуҙҙәр. ■ Мин онотмам һинең йырҙарыңды, куңелемдә сыңлар гел генә. Ҡ. Даян. Шундайын итеп өҙҙөрөп йырланылар, шул моң әле лә Юламандың ҡолағында сыңлай төҫлө. Д. Бүләков.
СЫҢЛАУ II и. диал. ҡар. сеңләү. Сыңлауҙан өҙөк. Сыңлау һамаҡлау. Сыңлау әй-теу. Сыңлау йолаһын атҡарыу.
СЫҢЛАШЫУ (сыңлаш-) ҡ. урт. ҡар. сыңлау, взаимн. от сыңлау. Ҡыңғырауҙарҙан сыңлашыу.
СЫҢРАУ I (сыңра-) (Р.: курлыкать; И.: give a clang; T.: (turnalar) ses çıkarmak) ҡ.
1. Иңрәгән һымаҡ яңғырауыҡлы нәҙек тауыш сығарыу (торна һ. б. ҡоштарға ҡарата). □ Курлыкать. // Курлыканье. Сыңрай башлау. Сынрап осоу. Сыңрап ебәреу. Торналар сыңрай. ■ Сыңрай-сыңрай зәңгәр һауаларҙа торналар ҙа осоп киттеләр. Р. Сафин. Салт аяҙ зәңгәрһыу кук йөҙөндә һабан турғайының сыңрауы, йылы ел йәнгә уҙенә бер төрлө еңеллек өрҙө. И. Абдуллин.
2. Иңрәгән һымаҡ яңғырауыҡлы нәҙек тауыш сығарыу (йылҡы малдарына ҡарата).
□ Нежно ржать (о жеребятах, лошадях). // Ржанье. Яланда аттар сыңрай. Йылҡы өйөрө тау артында булырға тейеш, ҡолондарҙың куңелле сыңрауы ишетелә.
3. Моңло, һағышлы тауыш сығарыу (көй-моң менән бәйле). □ Печально звучать. // Печальный звон. Скрипка сыңрай. Сыңрай башлау. ■ Бер мәлгә клуб эсенә йәнә кукрәктән һыҙылып сыҡҡан ҡурай моңо менән гармун сыңрауы тарала. Н. Мусин. Ғәйнә ҡыҙҙары кейеме — әуернәле ашъяулыҡ,
сыңрап тора ҡумыҙҙары, тыңлап таң ҡала халыҡ. Ф. Ғөбәйҙуллина.
СЫҢРАУ II (Р: грустный; И.: sad, forlorn; T: hüzünlü) с.
Тауышы моңло, һағышлы (торнаға ҡарата). □ Грустный, печальный, тоскливый (о звуках, издаваемых журавлём). ■ Сыңрай-сыңрай осоп килде сыңрау торнаҡай. Р. Ғарипов. Боронғо башҡорт ҡәбиләләренең ҡоштарға табыныуын дәлилләу ниәтендә, сәйәхәтсе Ибн Фаҙлан атаҡлы «Сыңрау торна» легендаһының ҡыҫҡаса йөкмәткеһен килтерә. Ф. Нәҙершина. Сыңрау торналарҙың сыңы куктән ҡойола кеуек. Ф. Күзбәков. • Сыңрау торна бейегән ерҙә иген уңмай. Әйтем.
СЫҢРАШЫУ (сыңраш-) ҡ. урт. ҡар. сыңрау 1, 2, 3. взаимн. от сыңрау 1, 2,
3. Ары-бире сыңрашып ҡуйыу. Йыраҡта сыңрашыу. Тау артында сыңрашыу.
СЫҢ-СЫҢ (Р: дзинь-дзинь; И.: clinkclank; T: çın çın) оҡш.
1. Ҡабат-ҡабат сың иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Дзинь-дзинь (подражание многократному звону металла женских предметов украшения или колокольчика). Сың-сың итә көмөш сулпылар. Сың-сың итеп ҡуя һырғалар. Сәсмәу тәңкәләре сың-сың килә. ■ Сың-сың килә еҙ ҡыңғырау моңдары. Ә. Атнабаев.
2. Төрлө тимер әйберҙәрҙең сың иткән тауышын белдергән һүҙ. □ Дзинь-дзинь (подражание многократному звону металлических предметов). Ҡылыс сың-сың килә. Сың-сың итеп ҡала салғы тауышы. Сың-сың килә биҙрә ҡылысы. Сың-сың иткән тауыш сығарып бысаҡ менән эш итеу. ■ Куп тә утмәй, кунәккә сың-сың, сыж-сыж килеп аҡ ептәр ағыла башланы. Т. Ғарипова.
СЫН и. диал. ҡар. ситән. Сып уреу. Тал сып. Сыпты яңыртыу.
СЫПАНЛАУ (сыпанла-) ҡ. ҡар. сыпранлау. ■ Аҫ ау айғыр .. бер урында сыпанлап бейеп торҙо ла туҙмәй елдереп сығып та китте. Й. Солтанов.
СЫПҠАЙ (Р: поганка; И.: grebe; Т: Ьа-tağan) и. зоол.
748