СЫПСЫҠ ДАРЫҺЫ
Ите ашарға яраҡһыҙ өйрәк төрө. □ Поганка (водоплавающая птица из породы уток, мясо которой имеет неприятный привкус) (лат. Podiaps cristatus). Аҡбаш сыпҡай. Ҡара сыпҡай. Ҡолаҡлы сыпҡай. Сыпҡай өйрәк.
СЫПРАНЛАҠ (Р.: нетерпеливый; И.: impatient; T.: sabırsız) с. ҡар. түҙемһеҙ.
Тик тормаған, бушҡа ығы-зығы килгән. □ Нетерпеливый, невыдержанный. Сыпранлаҡ бала. Сыпранлаҡ мал. ■ [Әүлиә:] һеҙ, үҙ илендә күсенеп йәшәр халыҡтар, .. сыпранлаҡ була күрмәгеҙ. Әкиәттән.
СЫПРАНЛАТЫУ (сыпранлат) ҡ. йөкм. ҡар. сыпранлау, понуд. от сыпранлау. Баланы сыпранлатма. Сыпранлатып ебәреү. Бушҡа сыпранлатыу. ■ Илмырҙа өндәшмәне, атын сыпранлатып бейетә-бейетә алға үтте. Я. Хамматов. Алаҡай күҙҙәрен аларта, ҡойроғон сыпранлата. Яр. Вәлиев.
СЫПРАНЛАУ (сыпранла-) (Р: проявлять нетерпение; И.: get impatient, fidget; T: sabırsızlanmak) ҡ.
1. Тик тормай, бушҡа ығы-зығы килеү, унда-бында һуғылыу; түҙемһеҙләнеп сәбәләнеү. □ Проявлять нетерпение. Сыпранлай башлау. Сыпранлап тороу. ■ [Йыһаншин:] Бына, иптәш Янһаров бик тура һәм ҡаты сығыш яһаны. .. һин, Солтанов, юҡҡа сыпранлама. Б. Бикбай. [Ниғмәтулла:] Ирһеҙ оҙаҡ йәшәгән бисә өйрәтелмәгән тай менән бер була бит ул. Сыпранлай-сыпранлай ҙа, теҙгенен ҡыҫҡараҡ тотҡан эйәһе табылғас та, йыуашая. Я. Хамматов.
2. диал. Ярһыу, сабырһыҙлыҡ күрһәтеү, сәбәләнеп илау. □ Разъяриться, плакать навзрыд. Сыпранлап йөрөү. Сыпранлап ултырыу. Сыпранлап илай башлау. ■ Ул [Йыһаншин], ят кешене танығас, сыпранлап китте. Р. Байбулатов.
СЫПРАНЛАШЫУ (сыпранлат-) ҡ. урт. ҡар. сыпранлау, взаимн. от сыпранлау. Сыпранлаша башлау. Сыпранлашып торалар. Күмәкләп сыпранлашып йөрөү.
СЫП-СЫБАР с. артыҡл. дәр. ҡар. сыбар. превосх. от сыбар. Сып-сыбар булып күренеү. Сып-сыбарға әйләнеү. Сып-сыбар туҡыма. ■ Мәктәп эргәһендәге йәшел си
рәм йөҙәрләгән халыҡтан сып-сыбар. Б. Рафиҡов.
СЫП-СЫЙТЫ I с. диал. ҡар. сей I. Сып-сыйты йомортҡа. Сып-сыйты икмәк. Сып-сыйты бәлеш.
СЫП-СЫЙТЫ II р. диал. ҡар. сей II. Сып-сыйты булыу. Сып-сыйты килеш мейестән алыу.
СЫПСЫҠ (сыпсығы) (Р: трясогузка; И.: wagtail; T: kuyruksallayan) и. диал. ҡар. сәпсек.
1. Бәләкәй генә нәҙек оҙонсараҡ кәүҙәле, бәүелсәк ҡойроҡло, йүгереп йөрөгән турғай.
□ Трясогузка (лат. Motacilla). Аҡ сыпсыҡ. Сыбар сыпсыҡ, һарыбаш сыпсыҡ, һары сыпсыҡ. Миләш сыпсығы. Шоморт сыпсығы. ■ «Хоҙай йән биргәнгә йүн бирә, илдә сыпсыҡ үлмәй», — тине Маһинур. Т. Ғарипова.
2. диал. Сыбар көрән һыртлы, буҙ ҡорһаҡлы ваҡ ҡош; турғай. □ Воробей (лат. Passer domesticus). Сыпсыҡ балаһы. Сыпсыҡтар туплауы. ■ [Ирҙәр] сымға ҡунған сыпсыҡтар кеүек теҙелешеп, бүрәнәлә урын алалар ҙа гәп һуғалар. 3. Ураҡсин.
СЫПСЫҠ БОРСАҒЫ (Р: горошек за борный; И.: bush vetch; T: dere baklası) и. бот. диал.
Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған, 30—60 сантиметр бейеклектәге күп йыллыҡ үлән.
□ Горошек заборный, вика заборная (лат. Vida sepium). Сыпсыҡ борсағы орлоғо. Сыпсыҡ борсағы ялан ҡаплап үҫкән. Сыпсыҡ борсағы сәскәһе.
СЫПСЫҠ БОРСАҠ (борсағы) (Р: жёлтая акация; И.: caragana; T: bezelye çalısı) и. бот. диал.
Хуш еҫле һары сәскә атыусы, ҡуҙаҡлы ҡыуаҡ. □ Жёлтая акация (лат. Caragana arborescens). Сыпсыҡ борсаҡ сәскә атҡан мәл. Сыпсыҡ борсағыныц ботаҡтары.
СЫПСЫҠ ДАРЫҺЫ (Р: валериана; И.: valerian; T: kediotu) и. диал. ҡар. бесәй үләне.
Һыу буйҙарында, дымлы ерҙә үҫеүсе, оҙон һабаҡлы, ҡара-ҡаршы япраҡлы, ваҡ суҡ алһыу миләүшә төҫлө сәскәле күп йыллыҡ дарыу үләне; бесәй уты. □ Валериана (лат. Valeriana). Сыпсыҡ дарыһы төнәтмәһе. Сып
749