СЫПСЫҠ КҮҘЕ
сыҡ дарыһы дауаһы. Сыпсыҡ дарыһы сәскәһе. Сыпсыҡ дарыһы тамыры.
СЫПСЫҠ КҮҘЕ (Р.: незабудка; И.: forget-me-not; T: unutmabeni) и. диал. ҡар. күгәрсен күҙе 1.
Ҡыҙыл күҙле ваҡ ҡына зәңгәр сәскә.
□ Незабудка (лат. Myosotis). Һаҙ сыпсыҡ куҙе. Ялан сыпсыҡ күҙе.
СЫПСЫҠ ҮЛӘНЕ (Р: гвоздика; И.: carnation; pink; T.: karanfil) и. диал. ҡар. ҡәнәфер I.
Ҡәнәферҙәр ғаиләһенә ҡараған төрлө төҫтә сәскә атыусы күп йыллыҡ үҫемлек.
□ Гвоздика (лат. Dianthus). Сыпсыҡ уләне гөлләмәһе. Сыпсыҡ уләне орлоғо. Сыпсыҡ уләне түтәле.
СЫПСЫҠ ҺАБЫНЫ (Р: гвоздика цветная; И.: pink species; T.: karanfil familyasından çiçek) и. бот. диал.
Ҡәнәферҙәр ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ сәскә төрө. □ Гвоздика цветная (лат. Dianthus). Сыпсыҡ һабыны уҫтереу. Сыпсыҡ һабыны сәсеү. Сыпсыҡ һабыны буләк итеу.
СЫП-СЫП (Р: кап-кап; И.: pit-a-pat; Т.: şıp şıp) оҡш.
Һыулы ергә тамсы тамғанда, еүеш аяҡ менән баҫҡанда һ. б. сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Кап-кап (подражание многократному звуку капели, хлюпанья). Сып-сып итеу. Сып-сып итеп тамсы тама. Сып-сып килгән тауыш сыға. ■ Өй баштарынан көн буйына тиерлек сып-сып килеп тамсы тама. С. Агиш.
СЫПТАҒАЙ (Р: высокое прямое дерево; И.: tall straight tree; T.: uzun düz ağaç) и. диал. ҡар. һырғый.
Бейек һәм төҙ булып үҫкән, ботаҡтары башында ғына булған ағас. □ Высокое прямое дерево (у которого имеются ветви только на самой вершине). Сыптағайға әйләнгән. Сыптағай булып уҫкән. Ялан уртаһындағы яңғыҙ сыптағай.
СЫПТЫРЛАТЫУ (сыптырлат-) (Р: лить слабой струёй; И.: pour quietly; T.: yavaş akıtmak) ҡ.
Әҙ генә, яй ғына ҡойолтоу (шыйыҡлыҡҡа ҡарата). □ Лить слабой струёй (без напора).
Сыптырлата башлау. Сыптырлатып тороу. Сыптырлатып һыу ағыҙыу. Сыптырлатып ямғыр яуа. ■ Аҡ халатлы ханым юғары күтәреп сыптырлатҡан йылтыр һемәкле шприц.. куҙгә салына. Й. Солтанов.
СЫПТЫРЛАУ (сыптырла-) (Р: литься слабой струёй; И.: outgush feebly; T.: yavaş akmak) ҡ.
Әҙ генә, яй ғына ҡойолоу (шыйыҡлыҡҡа ҡарата). □ Литься слабой струёй, сочиться. Сыптырлап ята. Сыптырлай башлай. Сыптырлап тора. Һемәктән сыптырлап ҡына һыу аға. ■ Ҡараһа, һыу йыйыла торған соҡор күптән тулған, сыптырлап шишмәләр аға ла аға. Ғ. Хисамов.
СЫПТЫРЫУ (сыптыр-) (Р: хлестать;
И.: lash; T.: çubukla vurmak) ҡ. ҡар. һыҙырыу.
Сыбыҡ менән һуҡҡылау. □ Хлестать, стегать прутиком. Сыптырып алыу. Ары-бире сыптырып тороу. ■ [Сабир:] Был хәтле лә ҡыр кәзәһе булыр икән. .. Их, сыптырып, аҡылға өйрәтер кешеһе юҡ шул. 3. Биишева.
СЫПЫЙ (Р: воспалённый и слезящийся; И.: sore and watery; T.: iltihaplanmış) с. диал. ҡар. бысый 2.
Сейләнеп, йәше ҡойолоп, ҡыҙарып торған (куҙгә ҡарата). □ Воспалённый и слезящийся (о глазах). Сыпый куҙ. Уң куҙе сыпый. Сыпый куҙлегә әйләнеп ҡалды.
СЫПЫЙЛАНЫУ (сыпыйлан-) (Р: слезиться; И.: water; T.: iltihaplanmak) ҡ. диал. ҡар. бысыйланыу 2.
Йәшләнеп, ҡыҙарып тороу (куҙгә ҡарата).
□ Слезиться. Куҙе сыпыйланып бөткән. Ике куҙе лә сыпыйланып тора. Башмаҡтың күҙенә дегәнәк төшөп сыпыйланыу. Куҙе бик оҙаҡ сыпыйланып йөрөу.
СЫПЫЛДАТЫУ (сыпылдат ) (Р: плескаться; И.: splash; T.: şıpırdatmak) ҡ. ҡар. сапылдатыу.
Сып-сып иттереү, сып-сып килтереү.
□ Плескаться, шлёпать (по воде). // Шлёпанье. Ялан аяҡ сыпылдатыу. Сыпылдатып тороу. Сыпылдата башлау. Сыпылдатып тамыҙыу. ■ Хәйретдингә бысраҡ сабатаһын сыпылдатып [түргә] үтеүе әллә нисек тойолдо. Я. Хамматов.
750