Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 751


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЫР
СЫПЫЛДАУ (сыпылда-) (Р.: звонко капать; И.: drip; noisily; T.: şıpırdamak) ҡ. ҡар. тыпылдау.
Сып-сып итеү, сып-сып килеү. □ Звонко капать. Сыпылдап бөттө. Сыпылдай башланы. һаман сыпылдап тороу. ■ Ҡыйыҡ баштарынан сыпылдап тамсы тама. И. Ниғ-мәтуллин.
СЫПЫЛЫУ (сыпыл-) (Р: сечься; И.: split; cut; T.: sökülmek) ҡ. диал. ҡар. һүтелеү.
Тегелгән, ишелгән, уралған, үрелгән нәмәнең, туҡыманың, бәйләмдең ебе һурылыу, һүрелеү, тағатылыу. □ Сечься (о ткани, волосах). Сыпыла башлау. Сыпылып тороу. Сәсурмес сыпылыу. Ситтән сыпылып сығыу.
СЫПЫРЛАТЫУ (сыпырлат-) (Р: хлюпать; И.: [make] squelch; T: şıpırdatmak) ҡ. диал.
Сыпыр-сыпыр иттереү, сыпыр-сыпыр килтереү. □ Хлюпать, плескать, һыуҙы сыпырлатыу. Сыпырлатып ҡойоу. Сыпырлатып ағыҙыу. Сыпырлатып һыу кисеу. ■ Хәҙисә .. мейес башына йылғыр ғына менеп китте, һауытҡа сыпырлатып бал ҡойҙо. Н. Мусин.
СЫПЫРЛАУ (сыпырла-) (Р: хлюпать;
И.: squelch; T: şıpırdamak) ҡ.
Сыпыр-сыпыр итеү, сыпыр-сыпыр килеү. □ Хлюпать, плескать. // Хлюпанье, плескание. Сыпырлап йыуыныу. Сыпырлап тороу. Сыпырлай башлау. Сыпырлап, һыу менән булыу. Балыҡтары һаман тере, биҙрә эсендә сыпырлайҙар.
СЫПЫР-СЫПЫР (Р.: подражание звуку плескания в воде; И.: sound imitative word; T: şıp şıp) оҡш.
һыу сәсрәткәндә, ҡойонғанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку плескания в воде. Сыпыр-сыпыр ҡойоноу. Сыпыр-сыпыр килеу. Сыпыр-сыпыр иткән тауыш сығарыу. ■ Ағайыма суртан ҡапты, миңә сабаҡ эләкте. Сыпыр-сыпыр йөҙә улар, сайҡалдырып силәкте. С. Муллабаев.
СЫПЫШ (Р: куцый; И.: dock-tailed; Т: kısa) с. диал. ҡар. сомтор.
Оҙонлоғо, буйы ғәҙәттәгенән кәм (кешенең йәки йәнлектәрҙең буйына, тән ағзаларына ҡарата әйтелә). □ Куцый; ко
роткий. Сыпыш ҡөйроҡ. Сыпыш ҡуллы. Сыпыш аяҡлы тауыҡтар. Һыңар аяғы сыпыш.
СЫР I [рус.] (Р: сыр; И.: cheese; T: peynir) и.
Махсус әсеткән һөттөң һыуын һарҡытып эшләнелгән ашамлыҡ. □ Сыр. / Сырный. Бәләбәй сыры. Голланд сыры. Сыр заводы. Сыр эшләу. Сыр киҫәге. Сыр менән бутерброд. ■ Өҫтәлгә дуңгәләк-дуңгәләк итеп колбаса киҫеп ташланды, сыр теленде, бер нисә төрлө кәнфит ҡуйылды. Ә. Бикчәнтәев.
СЫР II (Р: жидкий навар; И.: lean soup; T.: kef) u.
Ябыҡ итте йәки балыҡты бешергәндә һурпа өҫтөнә ҡалҡҡан ваҡ-ваҡ ҡына түңәрәктәрҙән ғибәрәт һөҙлөк. □ Жидкий навар. ■ Туйға килгән туйлыҡтың, бешерәйем тиһәм, сыры юҡ. Туй йырынан. • Ашаған ашында суртан сыры ла юҡ. Әйтем.
СЫР III (Р: подражание высокому голосу, визгу или крику; И.: onomatopoetic word; T: çığlık) оҡш.
Ҡалтырап сыҡҡан нәҙек кенә тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание высокому голосу, визгу или крику. Сыр итеу. Сыр килеу. Сыр килеп уйнайҙар. Сыр иткән тауыш яңынан башланды.
СЫР IV [фин-уғыр телдәренән](Р.: малёк; И.: small fry; fingerling; T: balık yavrusu) и. диал. ҡар. селбәрә.
1. Иң ваҡ йылға балығы. □ Малёк. Сырҙар ғына сиртә. Тик сырҙар ғына ҡармаҡҡа эләгә. Быуа-кулдәрҙә сырҙар урыны-урыны менән көтөу-көтөу булып йәшәй.
2. Ыуылдырыҡтан яңы сыҡҡан балыҡ балаһы; йотҡолоҡ. □ Малёк. Сыр көтөуе. Ваҡ сыр. Быуала сырҙар урсегән.
СЫР V (Р: узор; И.: pattern; T.: bezek) и. диал. ҡар. һыр.
1. Ағас һ. б. ҡаты нәмәләргә уйып, соҡоп яһалған биҙәк. □ Узор, складка. Сыр яһау. Кулдәккә сыр һалыу.
2. Бер буйы соҡорланып, бер буйы киртләсләнеп торған буй-буй һыҙат. □ Выпуклый узор. Сырҙар менән эшләнгән ваза. Сырҙар менән эшләнгән картина. Сырҙар менән биҙәлгән балсыҡ көршәктәр. Буй һәм
751