СЫР
арҡыры сыр менән биҙәлгән керамик һауыттар.
3. Кешенең битендәге йыйырсыҡ.
□ Морщина (на лице). / Морщинистый. Мацлай сырҙары. Йөҙө сырҙар менән ҡапланған. Битен сырҙар баҫҡан.
СЫР VI (Р.: краска; И.: paint, colour; T.: boya) и. диал. ҡар. буяу.
Нәмәгә ниндәйҙер төҫ бирә торған матдә.
□ Краска. Иҙән сыры. Йөн сыры. Майлы сыр. Тимер сыры. Аҡ сыр.
СЫР VII и. диал. ҡар. сер. Сыр һөйләу. Сыр сисеу. Сырын белеп ҡалыу.
СЫР VIII (Р.: сборка; И.: fold; T.: büzgü) и. диал. ҡар. бөрмә I.
Кейемдең бөрөп, йыйырып теккән урыны. □ Сборка, складка. / Сборчатый, со сборками, со складками. Кулдэк сыры. Сыр һалыу. Кулдәккә сыр тотоу.
СЫР IX (Р.: иней; И.: hoarfrost; T.: kırağı) и. диал. ҡар. бәҫ II.
Сасҡау һыуыҡта ағасҡа йәки башҡа нәмәгә өрпәк кенә булып ҡуна торған ҡырау.
□ Иней, изморозь. Сыр ҡаплау. Ағастар сыр менән ҡапланған. Аттарҙы сыр ҡаплаған.
СЫРА [фарс. ‘йоҡа ғына ағас ярсығы’] (Р: лучина; И.: splinter, chip; T.: çıra) и.
1. Ут тоҡандырып ебәреү өсөн йоҡа ғына итеп ярғысланған ҡоро ағас. □ Лучина, лучинка. Ҡайын сыраһы. Сыра телеп ҡуйыу. Сыра яндырыу. ■ Ситән өйҙә сыра яндырып ғумер иткәндәр куп. В. Исхаҡов.
2. Яҡтылыҡ өсөн яндырылған ҡоро йоҡа ағас. □ Свечка из лучины. Сыра яҡтыртыу. ■ Сыра уты талғын тирбәлә. .. Йырҙар яҙа егет тирмәлә. Р. Бикбаев. Туҙ, сыра, кәрәсинле фонарҙар яҡтыһында Ғәли ҡарт уҙе тыусаның тиреһен арлы-бирле тунаны. С. Шәрипов. Сыуалдың яҡтыһы төшмәгән мөйөштәрҙе сыра менән яҡтырттылар. Я. Хамматов. [Әлибай] сыра яҡтыһына килтереп, әле бер яғын, әле икенсеһен әйләндереп ҡарай торғас, «хан» тигән һуҙен уҡый алды. Ғ. Ибраһимов. • Көн курмәгән көн курһә, көндөҙ сыра яндыра. Мәҡәл.
3. диал. Балауыҙ тотоу өсөн түмәр умарта йәки солоҡ эсенә ҡуйылған нәҙек кенә таяу ағастар; тағара. □ Снозы (палочки, прибиваемые к внутренним стенкам колодочных улъев, на которых пчёлы строят соты). Солоҡ сыралары. Сыралар әҙерләп ҡуйыу.
4. миф. Йортто йә бүлмәне кире, насар энергиянан һәм ҡара көстәрҙән таҙартыу, ҡыуыу өсөн яндырылған ағас киҫәге, тапсыҡ. □ Лучина (как часть огня выполняет очищающую функцию). Ылыҫлы ағас сыраһын яндырыу. Артыш сыраһы йыйыу. ■ Буш өйҙө сыра яғып таҙарталар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
♦ Көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә тапмаҫһың һирәк була торған нәмә хаҡында. □ соотв. Днём с огнём не сыщешь. Көндөҙ сыра яндырып эҙләһәц дә тапмаҫһың ундай зирәк кешене. ■ Ҡасҡын өсөн бынан да уцай урынды көндөҙ сыра яндырып эҙләһәц дә таба алмаҫһың. Т. Ғарипова. Сыра кеүек ҡаҡса ябыҡ кешегә ҡарата әйтелә. □ Худой, тощий как щепка. ■ [Айбулат:] Эй, бала, әсәйең бик насар ҡарай икән һине... Үҙең атлап йөрөйһөң, у ҙең сыра кеуек еп-еңелһең. Ғ. Ибраһимов. Сыра кеүек тоҡаныу ҡыҙыу кешегә ҡарата әйтелә. □ Вспыльчивый, несдержанный. ■ [Управляющий:] Ярар, ярар, һиңә бер нәмә әйтерлек тугел. Сыра кеуек тоҡанып бараһың. Я. Хамматов.
СЫРА БЫСАҒЫ (Р.: косарь; И.: chopper; T.: çıra için bıçak) и.
Сыра телеү өсөн тәғәйенләнгән махсус ҙур бысаҡ. □ Косарь (большой толстый нож; применяется в домашнем хозяйстве). Сыра бысағы һабы. Сыра бысағын уткерләу. ■ Илебеҙҙе, бысраҡ иҙәнде сыра бысағы менән ҡырып йыуған һымаҡ, дошмандан таҙартып, элеккесә ирекле, бәхетле илгә әйләндерге килде. И. Абдуллин.
СЫРАҒАС и. диал. ҡар. сыра 1. Сырағас ярыу. Сырағас әҙерләу. Сырағас менән усаҡ тоҡандырыу. Сырағас менән самауыр ҡайнатыу.
СЫРАЙ (Р.: лицо; И.: facial expression; countenance; look; T.: surat) и.
752