Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 753


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЫРАҠ
1. Кешенең булмышын, физик хәлен сағылдырған бит, йөҙ. □ Лицо, лик, вид. Ҡарт кешенең сырайы. Һөйкөмлө, һылыу сырай. ■ Шәһәрбаныу ҡыҙҙар кеуек кенә, сырайы бик аҡһыл, сирле микән был, тип ҡарап та ҡуйҙым уҙенә. Т. Ғарипова.
2. Кешенең рухи хәленең, уй-тойғоһоноң, кисерештәренең йөҙҙәге, төҫтәге сағылышы. □ Лицо, лик. Яҡты сырай. Асыҡ сырай. Ҡөләс сырай. Ҡараңғы сырай. ■ Сырайы йонсоу, кейем-фәләне лә иҫ китмәле тугел Миңлегәрәйҙең. С. Шәрипов. Вәлимә -нең сырайы иһә тағы ҡыуаныс-шатлыҡҡа мансылды, башын ҡыйшайтҡылап, торған еренән ҡуҙғалмайынса, һандуғасты курергә тырышты. Н. Мусин. • Сырайы юҡтың ырайы юҡ. Әйтем.
♦ Ҡараңғы (йәки ҡара) сырай менән яратмай, ризаһыҙлыҡ белдереп. □ С хмурым лицом. Ҡараңғы сырай менән ҡаршылау. Ҡараңғы сырай менән йөрөу. Сырайҙан ҡалыу йәмһеҙләнеү. □ Стать некрасивым. Утта бешеп, сырайҙан ҡалған. Олоғая килә сырайҙан ҡалған. Сырай китеү (йәки ҡасыу) ағарынып төҫ боҙолоу. □ Измениться в лице. ■ Асыуҙан сырайы ҡасҡан, куҙе аларған Рәфҡәт тороп баҫты, уҙен өйләндереп алған ҡыҙҙарға буре кеуек ҡараны. Н. Мусин. Был һуҙҙе ишеткәс, Этҡолдоң сырайы китеп, төҫө уҙгәрҙе. Ғ. Дәүләтшин. Сырай ҡараңғыланыу йөҙ боҙолоп, кәйеф китеү. □ Хмуриться. ■ Туғандары сит-тәнерәк куҙәтеп торған Сәмиәрҙең шул мәлдә ирене тартышып ҡуйҙы, сырайы ҡараңғыланды. Ф. Аҡбулатова. Сырай<ҙы> һытыу нимәнәндер ҡәнәғәт, риза булмай йөҙҙөң тәбиғи хәлен үҙгәртеү, боҙоу. □ Нахмуриться, насупиться. ■ Пристав Ныязғолдоң һөйләгәнен сырайын һытып тыңланы. Һ. Дәүләтшина. Ни тиклем генә ҡаты туҡмаһалар ҙа, Байрас дошмандарына бер генә һуҙ ҙә әйтмәй, хатта сырайын да һытмай. Я. Хамматов.
СЫРАЙЛЫ (Р.: с лицом; И.: ...faced; Т.: yüzlü) с.
Йөҙөндә ниндәйҙер уй-кисереш һыҙаты беленгән, һиҙелгән; йөҙлө. □ С лицом, ...ли-
цый (вторая часть сложных прилагательных). Аҡ сырайлы бала. Оло сырайлы кеше. Сөгөлдөр сырайлы. Ҡараңғы сырайлы. ■ Әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан йонсоу сырайлы ят кешегә, буре кургән һымаҡ, аҫтан һөҙөп, асыулы ҡараш ташлай ҙа Әнуәр, ҡурҡынып артҡа тартыла. Ә. Хәкимов.
СЫРАЙҺЫҘ I (Р: непривлекательный; И.: unattractive, unseemly; T.: çirkin) с.
1. Төҫкә-башҡа күркһеҙ, төҫһөҙ. □ Непривлекательный. Сырайһыҙ ҡатын. Сырайһыҙ ҡыҙ. Элекке сырайһыҙ йөҙө тулышып матурланып киткән.
2. Ағарынып төҫө боҙолған, риза булмай сырайы йә төҫө ҡасҡан. □ Хмурый (о лице). Сырайһыҙ кеше. Сырайһыҙ йөҙлө булып куренеу. Ҡуңелгә шом һалған сырайһыҙ әҙәм.
СЫРАЙҺЫҘ II (Р: хмуро; И.: gloomily; T.: somurt) р.
Ағарынып, төҫө ҡасып. □ Хмуро (о лице). Сырайһыҙ ултырыу. Сырайһыҙ йөрөу. Сырайһыҙ булыу. Сырайһыҙ куренеу. Сырайһыҙ ғына ҡайтып инеу.
СЫРАЙҺЫҘЛАНЫУ (сырайһыҙлан-) (Р: хмуриться; И.: frown; T.: somurtmak) ҡ.
Ағарынып төҫ боҙолоу, ризаһыҙлыҡты һиҙҙереп төҫө ҡасыу. □ Хмуриться. Ҡапыл сырайһыҙланыу. Сырайһыҙланып китеу. ■ [Тимерҙең] ҡашы маңлайына һикерҙе, йөҙө уғата сырайһыҙланып китте. Ә. Хәкимов.
СЫРАЙЫШЫУ (сырайыш-) (Р: хмуриться; И.: frown; T.: somurtmak) ҡ.
Ризаһыҙлыҡ күрһәтеп төҫтө боҙоу.
□ Хмуриться. Сырайышып йөрөу. Сырайышып тороу. Сырайыша башлау. ■ Байҙар, бейҙәр Алпамышаның кәмһетелгән бер ырыу кешеһе икәнен белеп сырайышалар. «Алпамыша».
СЫРАҠ (сырағы) [фарс. ‘йоҡа ғына ағас ярсығы’] (Р: лучина; И.: chip; torch; T.: çıra) и.
1. Яҡтылыҡ өсөн берәй ҡулайламаға ҡуйып яндырылған ҡоро йоҡа ағас телеме.
□ Лучина, свечка из лучины. Сыраҡ яндырыу. Сыраҡ менән яҡтыртыу. ■ Мәмерйә
25- 1.0072.15
753