Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 756


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЫРҘЫ
СЫРҘЫ I (Р.: название башкирского рода; И.: name of a Bashkir tribe; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бер башҡорт ырыуының, араһының исеме. □ Название башкирского рода и родового подразделения. Сырҙы ырыуы. Сырҙы этнонимы. Сырҙылар тирмәһе. Сырҙыларҙың сығышы. Сырҙы затынан булыу.
СЫРҘЫ II и. диал. ҡар. селбәрә 1, 2. Һыла сырҙылары. Сырҙы көтөүе. Йомро сабаҡ сырҙылары. Һары табан сырҙылары.
СЫРҘЫЙ и. диал. ҡар. селбәрә 1, 2. Таран сырҙыйы. Сырҙый һөҙөү. Ҡармаҡҡа сырҙый ҡаба.
СЫРЖЫЙ и. диал. ҡар. селбәрә. Йылға ситенә өймәкләшкән сыржыйҙар. Сыржый йөҙәүен күҙәтеү. Быуалағы ялтыр сабаҡ сыржыйҙар.
СЫРЙЫН (Р: малёк; И.: small fry; T.: balık yavrusu) и. зоол.
Саҡ ҡына йәшкелт күгелйем сағылышлы, ҡабырғалары менән ҡорһағы һарғылт аҡ булған бер йәшлек балыҡ. □ Малёк.
■ Сырйынды һаҡмарҙа, Димдә, Инйәрҙә кү-кем тиҙәр, Димдә тағы күк ҫырт тигән атама билдәле. Ш. Нафиҡов.
СЫРҠ (Р.: чирик!; И.: chirp!; T.: cıvıl) оҡш.
Ваҡ ҡош, сиңерткәнең өҙөк тауышын белдергән һүҙ. □ Чирик! (подражание щебетанию, чириканью птиц или стрекотанию кузнечиков). Сырҡ иткән тауыш.
■ Сиңерткәләр сырҡ килеп, беҙҙе ҡотлап уйнайҙар. А. Игебаев.
СЫРҠРАУ (сырҡра-) ҡ. диал. ҡар. сырҡырау. Сырҡрап кешнәү. Сырҡрай башлау. Урман яңғыратып сырҡрау.
СЫРҠ-СЫРҠ (Р: чирик-чирик; И.: chirp! chirp! sound imitative word; T: civil civil) оҡш.
1. Ҡабат-ҡабат сырҡ иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Чирик-чирик (подражание длительному щебетанию, чириканью птиц или стрекотанию кузнечиков). Сырҡ-сырҡ итеү. Сырҡ-сырҡ һайрау. Сырҡ-сырҡ сырҡылдау. ■ Иртән ҡарлуғастар, сырҡ-сырҡ килеп, аҫтан ғына кәйелеп оса.
3. Ураҡсин.
2. Сырҡылдап көлгәнде белдергән һүҙ.
□ Подражание звонкому смеху. Сырҡ-сырҡ көлөп алыу. ■ Әбүбәкер тағы сырҡ-сырҡ көлә, көлгән ыңғай күҙҙәре зәңгәр нур сәсрәтә. Т. Ғарипова. Бисәләрҙең ҡайһылары, ауыҙ баҫып, сырҡ-сырҡ көлөшөп алды. Ә. Хәкимов.
СЫРҠЫЛДАҠ ТУРҒАЙ (Р.: бормотуш-ка; И.: booted warbler; T.: küçük mukallit) и. зоол.
Турғайҙан бәләкәйерәк, һырты һорғолт көрән, ҡанаттары арҡыры аҡ һыҙыҡлы ҡара көрән, кәүҙәһенең аҫ яғы аҡҡа һарғылт һипкелле булған күсмә ҡош. □ Бормотушка (лат. Hippolais caligata). Сырҡылдаҡ турғай ояһы. ■ Сырҡылдаҡ турғай әберсә турғайынан ҡарараҡ булыуы менән айырыла.
Э. Ишбирҙин.
СЫРҠЫЛДАТЫУ (сырҡылдат-) (Р.: заставить чирикать; И.: make chirp; T: cıvıldatmak) ҡ.
Сырҡ-сырҡ иттереү, сырҡ-сырҡ килтереү, шуға оҡшаш тауыш сығарыу (күберәк ҡош-ҡортҡа ҡарата). □ Заставить тонко звенеть; чирикать. ■ Тауыҡтар ят себештәрҙе сырҡылдатып талай. Сырҡылдатып баҫтырыу. Сырҡылдатып ҡыуалау. ■ Көслө һауа тулҡыны кәбәккә етеп килгән кешеләрҙе штрек стеналарына сырҡылдатҡансы һуҡты. Я. Хамматов.
СЫРҠЫЛДАУ (сырҡылда-) (Р.: чирикать; И.: chirp, chirrup; T: cıvıldamak) ҡ.
1. Сырҡ-сырҡ итеү, сырҡ-сырҡ килеү.
□ Издавать тонкий звонкий звук; чирикать. ■ Сиңерткә сырҡылдай. Турғайҙар сырҡылдай башланы. Бер туҡтауһыҙ сырҡылдау. ■ Төн йоҡоһон онотҡан аҡһыл һыу ҡошо атынып-атынып, ҡойроғон күл көмөшөнә тейҙерә яҙып, сырҡылдап осоп үтте. С. Шәрипов. Бер аҙҙан көндөҙгө эҫелә әлһерәгән ҡоштар телгә килде, урман эсенән сутылдаған, сырҡылдаған, сипылдаған тауыштар ишетелә башланы. Н. Мусин.
2. диал. Әсе тауыш менән ғауғалап ҡысҡырыу. □ Визжать, пищать. // Визг, визжание, писк. Сырҡылдап тороу. Сырҡылдап ҡысҡырыу. Сырҡылдап йөрөү. Сырҡылдай башлау.
756