СЫРЛАМА
СЫРҠЫЛДАШЫУ (сырҡылдаш-) ҡ. урт. ҡар. сырҡылдау, взаимн. от сырҡылдау. Сырҡылдашып һайрау. Сырҡылдаша башлау. ■ Баш осонда ғына ҡоштар сырҡылдаша. Д. Бүләков. Ҡыҙҙар, бер-береһенә ҡарашып сырҡылдашып көлдөләр ҙә, Байсаның артынан эйәрҙеләр. Н. Мусин.
СЫРҠЫРАТЫУ (сырҡырат-) (Р.: тонко ржать; И.: neigh feebly; T.: uzakta kişnemek) ҡ.
1. Нәҙек тауыш менән яңғыратыу. □ Тонко ржать (о лошади). // Тонкое ржанье. ■ Шу л саҡ сырҡыратып ат кешнәне. Уның көмөш тауышы, осһоҙ-төйөнһөҙ бер моңға ойошоп, аҡлан өҫтөнә осто. Т. Килмөхәмәтов.
2. йөкм. ҡар. сырҡырау, понуд. от сырҡырау. ■ Һыбайҙар, сыйырсыҡ тыуына ярып ингән ҡыйғырҙар төҫлө, йылҡыны сырҡыратып өйөрә. М. Буранғолов. Тауҙың үңерендә беҙҙең олатайҙар йәйләгән. Ҡороҡтарын һөйрәп, ҡаҙыҡ ҡағып, сырҡыратып ҡолон бәйләгән. Халыҡ йырынан.
3. ҡар. сырҡылдатыу. Сырҡырата бәреү. Сырҡыратҡансы сатнатып ватыу. Сырҡырата бәреп төшөрөү. ■ Ҡәримдә егеттән үс алыу, яғаһынан тотоп башын сырҡырата һуғыу теләге тыуҙы. Я. Хамматов.
4. диал. Яфа сиктереү; ғазаплау, ыҙалатыу. □ Замучить. Сырҡыратып илатыу. Сырҡыратып йәшәтеү. Сырҡыратып йөрөтөү. Сырҡыратып эшләтеү. Алһыҙ-ялһыҙ йөрөү сырҡырата.
5. диал. Шаулатыу, тауышландырыу, ығы-зығыландырыу, ғауғалатыу. □ Создать беспорядок, шум-гам. Сырҡырата башлау. Кешене бушҡа сырҡыратыу. Бала-сағаны сырҡыратып алыу. Бөтәһен дә сырҡыратып сыҡты.
СЫРҠЫРАУ (сырҡыра-) (Р: ржать (тихо)', И.: neigh slightly; T: kişnemek) ҡ.
1. Нәҙек тауыш менән өҙәләнеп кешәнләү. □ Ржать. // Ржанье. Тау битләүендә ҡолондар сырҡырай. ■ Айғыр уларҙың тышында, ҡуршылдай-ҡуршылдай, әсе сырҡырап, бүреләр менән алыша. Ғ. Ибраһимов.
Бурыл бер аҙҙан сыҙамайынса сырҡырап ҡуя. Әкиәттән. Ярһыу айғыр үҙе елә-елә өйөрөн ҡыуа .. ҡуршылдап, әсе сырҡырай һәм үткер тештәре менән ерҙе кимерә. «Ҡуҙыйкүрпәс».
2. диал. Өҙәләнеп, әрнеп илауға ҡарата әйтелә. □ Плакать (обиженно). // Плач. Сырҡырап илау. Сырҡырап һыҡтау. Сырҡырап ултырыу. Сырҡырай башлау.
3. диал. ҡар. сырхау 1. Сырҡырап тороу. Сырҡырап йөрөү.
СЫРҠЫРАШЫУ (сырҡырат-) ҡ. урт. ҡар. сырҡырау, взаимн. от сырҡырау. ■ Ташүҙәк буйҙарының ғәләмәт матур сағы хәҙер, сырҡырашып ҡоштар һайрайҙыр, ҡуҙғалаҡ, ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ әскелтем һутҡа тулышып үҫкәндер. С. Шәрипов. Алыҫтағы айғыр тағы кешнәне, оҙаҡламай әллә ни саҡлы тояҡтарҙың тупырлауы, бейәләр сырҡыратҡаны ишетелде. Ғ. Ибраһимов.
СЫРҠЫУЫШ (Р: голосистый; И.: loudvoiced; T: yüksek sesli) с. диал.
Көслө тауышлы. □ Голосистый. Сырҡыуыш кеше. Сырҡыуыш ир. Сырҡыуыш бала. Сырҡыуыш тауыш.
СЫРЛАҠ I (Р: визгливый; И.: squealing, sqeaqy; T: keskin sesli) c.
1. Сыр-сыр итеп ҡысҡырған; сырылдаҡ.
□ Визгливый. Сырлаҡ турғай. Сырлаҡ ҡоштар. ■ һауала төрлө сырлаҡ ҡош .. сыр-сыу килә. Ғ. Дәүләтшин.
2. Әҙ генә тейгәнгә лә ғауғалап барған.
□ Визгливый. Сырлаҡ бала. Сырлаҡ ҡыҙ бала. Сырлаҡ әҙәм булыу.
СЫРЛАҠ II (сырлағы) и. диал. ҡар. сырлауыҡ. Сырлаҡ ояһы. ■ Сырлаҡ — күсмә ҡош. Сырлаҡ яҙғыһын һәм йәйгеһен бөжәктәр, көҙгә ҡарай үлән орлоҡтары һәм иген менән туҡлана. Э. Ишбирҙин.
СЫРЛАМА (Р: лепёшка; И.: sort of flat cake; T: bir tür börek) и. диал. кул.
1. Йәймәнең уртаһын тишеп, табала майға ҡайнатып әсе ҡамырҙан бешерелгән йоҡа икмәк. □ Лепёшка (из дрожжевого теста, жаренная в кипящем масле). Сырлама әҙерләү. Сырлама өсөн йәймә. ■ Фариза .. күпертеп бешерелгән сырламаларҙы ..
25'- 1.0072.15
757