Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 758


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЫРЛАН
һауыт-һауыт итеп батмуслы ашъяулыҡҡа теҙҙе. Һ. Дәүләтшина. Ҡаҙан аҫтындағы усаҡ икмәк, сырлама .. кеуек нәмәләр бешерә торған урын хеҙмәтен утәй. Ғ. Дәүләтшин. Көндөҙ батшаның иң кесе ҡыҙы сырламалар бешереп, көтөусегә аш килтерә. Әкиәттән.
2. Йомортҡаға ғына йомшаҡ ҡамыр баҫып, йәйгәндән һуң, өсмөйөшләп ҡырҡып, майҙа ҡайнатып бешерелгән ризыҡ, ҡош теле. □ Хворост. Сырлама бешереу. Сырлама таратыу. Сырлама өсөн ҡамыр. Сырлама менән һыйлау.
СЫРЛАН I и. диал. ҡар. сырмалсыҡ II. Сырлан сәскәһе. Сырландан утап ҡына ҡотолоп була. Сырлан ҡарағат ҡыуаҡтарын һырыған.
СЫРЛАН II (Р.: репейник; И.: agrimony; T: dulavrat otu) и. бот. диал.
Эре киң япраҡлы, һандал сәскәле, сәнскеле тумалаҡ орлоғо йәбешкәк үҫемлек. □ Репейник, репей, лопух. / Репейный (лат. Arotium lappa). Сырлан һырыу. Сырлан япрағы. Сырлан орлоғо. Сырлан тамыры менән сәс сайҡау. ■ Сырлан сәскә атҡан мәлдә бал өлгөрә. Һынамыш.
СЫРЛАТМА (Р: быстрина; И.: main stream (of river); T.: ivinti yeri) и. диал.
Йылға, шишмәнең сөрөлдәп аҡҡан урыны. □ Быстрина, стрежень, стремнина. Сырлатманы кисеп сығыу. Сырлатманан һыу алыу. ■ Сурәгәй өйрәк балаһы сырлатма йылға буйында. Халыҡ йырынан.
СЫРЛАТЫУI (сырлат-) ҡ. ҡар. соролдатыу. ■ Шул арала теге малайҙарҙың береһе сырлатып һыбыҙғы һыҙғыртып ебәрҙе. Р. Ғабдрахманов.
СЫРЛАТЫУ II (сырлат) ҡ. йөкм. ҡар. сырлау II. понуд. от сырлау II. Тәҙрә яҡтарын сырлатыу. Ойоҡбаш ҡунысын сырлатыу. Кунәк тышын сырлатып эшләу. Стенаны сырлатып буяу.
СЫРЛАУ I (сырла ) ҡ.
1. ҡар. сырылдау 1. Сырлап йөрөу. Сырлай башлау. Сырлап тороу. Сиңерткә сырлауы. Сырлап осоп китеу. Һыуыҡҡа өшөгән бәпкәләр ары-бире сырлап ҡуя. Н Бейектә — куҙ куреме етмәҫ ерҙә — һабан
турғайы сырлай. Т. Ғарипова. Турғай сырлап, былбыл йырлап һайраша. Я. Хамматов.
2. Әкрен генә сөрләп ағыу (йылғаға, һыуға ҡарата). □ Журчать. // Журчание. Шишмә сырлауы. Крандан һыу сырлап ҡына тора. ■ Инйәр сырлап ҡына ағып ята. М. Тажи.
СЫРЛАУ II (сырла-) (Р: делать резьбу; И.: make a carving; T.: sırlamak) ҡ. диал. ҡар. һырлау.
1. Уйып, соҡоп һыр яһау, һырлы итеү.
□ Делать резьбу, резать. // Резьба. Ағасты сырлау. Һөйәкте сырлау. Кунде сырлау. Сырлай башлау. Сырлап ҡуйыу. Ашъяулыҡ осон сырлау.
2. Буй-буй һырлы, һыҙатлы итеү. □ Вязать резинкой. Ойоҡ ҡунысын сырлап бәйләу. Ең остарын сырлап ҡуйыу. Башлыҡ ситен сырлау.
3. диал. Биҙәк эшләү, һалыу; биҙәкләү.
□ Отделать узорами. Сырлап сигеу. Сырлап ҡайыу. Торт ситтәрен сырлап сығыу.
СЫРЛАУ III (Р: лучковая пила; И.: frame-saw; T.: bir tür bıçkı) u.
Йәйәгә оҡшаған ағас, тимер, таш ҡырҡа торған үткер тешле ҡорал; йәйә бысҡы.
□ Лучковая пила. Сырлау уткерләп алыу. Сырлау менән бысыу. Сырлау эшләтеу. Сырлау менән эш итеу.
СЫРЛАУЫҠ I (сырлауығы) (Р: полевой жаворонок; И.: meadow lark; T.: tarla kuşu) и. диал. ҡар. һабан турғайы.
1. Күккә менеп һайрай торған һорғолт буҙ һыртлы эре турғай; буҙ турғай. □ Полевой жаворонок (лат. Alauda arcensis). Сырлауыҡ һайрауы. Сырлауыҡ йомортҡалары. ■ Сырлауыҡ ояһы ерҙә була. Э. Ишбирҙин. Ялан да ғына ерҙең сырлауығы һауаларға етмәй сырламай. Халыҡ йырынан.
2. ҡар. сәпсәү. Сырлауыҡ ояһы. Сырлауыҡ ташлы тауҙарҙа йәшәй.
СЫРЛАШЫУ (сырлаш ) ҡ. диал. ҡар. серләшеү. Сырлашып тороу. Кыҙҙар сырла-ша. Сырлашып бөтөу. Сырлашып алыу.
СЫРЛЫ (Р: сборчатый; И.: folded; Т.: bürülmüş) с. диал. ҡар. бөрмәле.
758