Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 760


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЫРМАЛСЫҠ
СЫРМАЛСЫҠ IV (сырмалсығы) (Р.: запутанность; И.: confusion; T.: karışık) и.
Буталсыҡ, аңлауы ҡыйын хәл. □ Запутанность, сумбурность. Ваҡ-төйәк сырмалсыҡтар. Тормош сырмалсығы. Сырмалсыҡтан сығыу. ■ Мөхәббәт кешегә эшендә дәрт өҫтәй, илһам бирә, тиҙәр. Ә ул [Шәм-сун] әллә ниндәй сырмалсыҡҡа инеп буталды. Н. Мусин.
СЫРМАЛСЫҠ V (сырмалсығы) (Р.: повилика; И.: dodder; T.: küsküt) и. диал. ҡар. кесерткән ебәге.
Үләнгә уралған ал төҫтәге бау һымаҡ тамырһыҙ, япраҡһыҙ паразит сүп үләне.
□ Повилика (лат. Cuscuta). Сырмалсыҡ орлоғо. Сырмалсыҡ сәскәһе. Сырмалсыҡ утау. Сырмалсыҡ уҙе уралған уҫемлеккә һурғыстарын батырып, һуты менән туҡлана.
СЫРМАЛСЫҠЛАНЫУ (сырмалсыҡ-лан-) ҡ. диал. ҡар. сырмалыу 1. Куҙлут сыр-малсыҡланып ята. Сырмалсыҡланып бөтөу. Сырмалсыҡлана башлау.
СЫРМАЛЫУ I (сырмал-) (Р: обволакивать; И.: envelope; T.: sarılmak) ҡ.
1. Нимәнеңдер араһына инеп буталыу, нимәгәлер уралыу (уҫемлектәргә ҡарата).
□ Обволакивать, обвивать что-л. (о вьющихся растениях). Сырмалып уҫеу. Ҡарағат ҡыуаҡтарына сырмалыу. ■ Был дегәнәк, кул аша сығып, Ҡуҙыйкурпәс менән Маянһылыу ҡәбере өҫтөнә уҫкән алма ағасына сырмалды, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
2. төш. ҡар. сырмау I. страд, от сырмау I. Бинт менән сырмалыу. ■ Башы сырмалған мулланы кырандасҡа һалып, атын ауыл яғына бороп ебәрҙеләр. Я. Хамматов. Аҙымлап та улсәнгән юл сырмалған йомғаҡ булып. Бер тағатып, бер һуткәндә малай саҡ килер сығып. Ф. Күзбәков. [Сәлимә] ҡарышҡан шикелле һоҫаһындағы епкә сырмалып ҡына бөттө. 3. Биишева.
3. диал. Араға ҡыҫылып, бергә буталып йөрөү. □ Путаться, мешаться, вмешиваться. Аяҡ аҫтында сырмалыу. Сырмалып йөрөу. Сырмалып тороу.
4. диал. Күпләп йәбешеү; һырыу. □ Облеплять, облепить. Үләнгә сырмалыу. Дегәнәк сырмалыу. Бесән вағы сырмалыу.
5. кусм. Баштан сыҡмау, күңелдә йөрөү.
□ Путаться в голове. Әйткән һуҙҙәре башта сырмала. Уйҙар сырмалып бөттө.
■ Шул [Гөлйөҙөм тураһындағы] уйҙар Ай-булаттың башында аҙаҡҡы тапҡыр уралдылар, сырмалдылар ҙа уны йоҡоға алып киттеләр. Һ. Дәүләтшина.
СЫРМАЛЫУ II (сырмал-) ҡ. ҡар. солғаныу. ■ Ҡырҙар нурланған, бөтә ер-куге нурға сырмалған. Ш. Бабич.
СЫРМАТЫУ (сырмат-) ҡ. йөкм. ҡар. сырмау, понуд. от сырмау. Сырматып бәйләу. Сырматып ҡуйыу. Сырмата башлау. Сырматып бөтөу.
СЫРМАУ I (сырма-) (Р: обвить; И.: wind round; T.: sarmak) ҡ.
1. Тирә-яҡтан уратып алыу, уратып үҫеү.
□ Обвить. ■ Ҡурай еләге һабаҡтары, шомбоя сырмап ташлағанлыҡтан, .. бына-бына һәләк булабыҙ тигәндәй, һерәйешеп ултыралар. Р. Ғабдрахманов. Алма ағасын сырмаған дегәнәктән ике ҡарға сығып, теге ике ҡоштоң ояһын туҙҙыра башланы, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
2. Еп йәки башҡа берәй нәмә менән ян-яҡтан ҡат-ҡат уратыу, уратып-уратып бәйләү. □ Обматывать. // Обматывание. Сырмап бөтөрөу. Сырмап ташлау. Аяҡ-ҡулды сырмау. Сырмап бәйләу. ■ Хашим: «Бумалаһы тарала ла китә, тимерсыбыҡ менән сырмап бирҙем», — тип көлөмһөрәне. Т. Ғарипова.
СЫРМАУ II (сырма-) ҡ. ҡар. солғау 1, 2.
■ Гөльямалдың йөрәген ҡурҡыу сырмап алды, ҡапыл ағарынды. Я. Хамматов. Сырмап алған ер йөҙөн бер эс бошорғос ғәмле көй. Ш. Бабич.
СЫРМАУ III (Р: обмотка; И.: winding; Т: sarma) и.
Нимәнелер сырмаған бау. □ Обмотка, обвязка. Сырмауҙы тағатыу. Сырмау ысҡыныу. Сырмау ҙы нығытыу. Сырмау урынына ҡулланыу.
760