СЫР-СЫУ КИЛЕҮ
СЫРМАУЫҠ (сырмауығы) (Р.: ясменник; И.: wort; T.: belumotu) и. бот. диал.
Ваҡ ҡына аҡ сәскәләре сатыр рәүешендә ойошҡан, һабағы аҫтан ағаслана торған күп йыллыҡ үҫемлек; һырмауыҡ. □ Ясменник (лат. Asperula). Сырмау ыҡ сәскәһе. Алһыу сырмауыҡ. Ялан сырмауығы. Ҡырым сырмауығы. Еҫле сырмауыҡ.
СЫРПАҠЛАНЫУ (сырпаҡлан-) ҡ. төш. ҡар. сырпаҡлау, страд, от сырпаҡлау. Сырпаҡланып һыныу. Сырпаҡланып тороу. Сырпаҡланып сабыла. Сырпаҡланып ярылыу. Ярҡалар шул тиклем ныҡ серегән, ярайым тиһәң, сырпаҡланып тора. ■ Сергей имән тумәрен ярмаҡсы булды. Тумәр, ахырыһы, куптән ятҡан, ян-яғы сырпаҡланып бөткән. Р. Низамов.
СЫРПАҠЛАУ (сырпаҡла) ҡ. ҡар. сәрпәкләү. Ағасты йәшен атып сырпаҡлаған.
СЫРПАЛАНЫУ (сырпалан-) (Р: подхалимничать; И.: be toady; pretend; T.: yaltaklanmak) ҡ. диал. ҡар. юхаланыу.
Татлы һүҙ менән алдаштырып ярамһаҡланыу. □ Подхалимничать. Сырпаланып йөрөу. Сырпаланып тороу. Сырпала-нырға яратыу. Сырпаланып ҡалыу. Сыр-палана башлау.
СЫРПЫ I (Р: крышка для улья; И.: kind of bee-hive cover; T: arı kovanı kapağı) и. диал.
Талдан үрелгән умарта япмаһы. □ Крышка для улья (сплетённая из прутиков). Сырпы уреу. Сырпы менән ябыу. Сырпы менән ҡаплап ҡуйыу.
СЫРПЫ II и. диал. ҡар. сытыр. Сырпы яғыу. Сырпы ойоу. Усаҡлыҡ сырпы әҙерләу.
СЫРПЫ III и. диал. ҡар. сәрпәк. Сыр-пыһы осоп тороу. Эре сырпылар. Сырпылары сәселеп тороу.
СЫРПЫ IV (Р: щель; И.: crack, cleft; chink; T: delik) и. диал. ҡар. ярыҡ.
Тар буй тишек. □ Щель. Иҙән сырпыһы. Сырпыны һылап ҡуйыу. Мәмерйәлә ярғанат сырпы ҡатына һырығып тора.
СЫРПЫЙ и. диал. ҡар. селбәрә 1, 2. Сырпый һөҙөп уйнау. Һыу буйы сите тулы сырпый. Сырпый йыйылып китеу.
СЫРПЫҠ (сырпығы) (Р: снозы; И.: skewer through skep; T: arıcılıkta gümeçleri tutmak için ağaç kovuğuna veya kovanlara koyulan çubuklar) и. диал. ҡар. тағара.
Балауыҙ тотоу өсөн түмәр умарта йәки солоҡ эсенә ҡуйылған нәҙек кенә таяу ағастар. □ Снозы (палочки, прибиваемые к внутренним стенкам колодочных ульев, на которых пчёлы строят соты). Солок сырпыҡтарын яңыртыу. Сырпыҡтар әҙерләп ҡуйыу. ■ Балауыҙ сырпыҡтары өсөн һөйән ағасы һәйбәт. Экспедиция материалдарынан.
СЫРСА I и. диал. ҡар. сыр II. Сырсаһыҙ һурпа. Ябыҡ иттең сырсаһы.
СЫРСА II и. диал. ҡар. сирса. Сырсаһы шешеп тороу. Сырсаһы ҡанһырау. Сырсаны аҡ сәскә төнәтмәһе менән сайҡау.
СЫРСАЙ и. диал. ҡар. селбәрә 1, 2.
Сырсай сиртеу.
СЫР-СЫР (Р: подражание повторяющемуся визгу, высокому голосу или крику; И.: sound imitative word; T: cıvıl cıvıl) оҡш.
Ҡабат-ҡабат сыр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание повторяющемуся визгу, высокому голосу или крику. Сыр-сыр итеу. Сыр-сыр ҡысҡырыу. ■ Ҡоштар сыр-сыр килешеп, кутәрелә һауаға. Ф. Рәхимғолова. Һарайҙағы сыбар тай сыр-сыр кешенләй. Әкиәттән.
СЫР-СЫУ (Р: гомон; И.: racket; hubbub; T: cıvıltı) и. йыйн.
1. Күмәк шау-шыу, ығы-зығылы сыр-сыр иткән тауыш (ҡош-ҡортҡа ҡарата). □ Гомон, галдёж (о птицах). Ҡоштар сыр-сыуы. Сыр-сыу ҡубыу. Сыр-сыу килеу. Сыр-сыу итеу. Сыр-сыу иткән тауышҡа һиҫкәнеп китеу. ■ Уны [Емеште] аҡсарлаҡтар сыр-сыуы ҡаршыланы. 3. Биишева.
2. Шаулашҡан ығы-зығы, күмәк шау-шыу, шаулашҡан тауыш. □ Галдёж. Сыр-сыу килешә башланылар. Сыр-сыу ҡупты. Бисә-сәсә сыр-сыуы.
СЫР-СЫУ КИЛЕҮ (сыр-сыу кил-) (Р: гомонить; И.: make a din; T: cıvıldamak) ҡ.
1. Күмәкләп сырылдашыу, сыр-сыр килеп ҡысҡырышыу (ҡош-ҡортҡа ҡарата).
761