Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 762


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЫР-СЫУЛАШЫУ
□ Гомонить (о птицах). Сыр-сыу килеп осоу. Сыр-сыу килеп ҡысҡырышыу. Сыр-сыу килә башлау. ■ Баш осонда аҡсарлаҡтар осалар сыр-сыу килеп. Ш. Бикҡол.
2. Күмәкләп ҡысҡырышыу; шаулашыу.
□ Галдеть. Сыр-сыу килеп йөрөу. Сыр-сыу килеп уйнау. ■ Сыр-сыу килеп көлөшөп, урамдан бала-саға йугерешеп уҙһа, Ну-ранияның ирекһеҙҙән куҙенә йәш төйөлә. Ә. Хәкимов. Һуғыш ҡыҙған һайын, Працен ҡалҡыулығы, туҙҙырып ташланған ҡырмыҫҡа иләуендәге шикелле, сыр-сыу килеп ҡайнаны. Я. Хамматов.
СЫР-СЫУЛАШЫУ (сыр-сыулаш-) (Р.: гомонить; И.: make a racket; T.: cıvıldamak) ҡ.
1. Сыр-сыу килеп ҡысҡырышыу (ҡош-ҡортҡа ҡарата). □ Гомонить. // Гомон. Турғайҙар сыр-сыулашыуы. Кош-ҡорт сырсыулаша.
2. Сыр-сыу килеп шаулашыу. □ Галдеть. // Галдёж. Сыр-сыулашып утеп китеу.
■ Урамда балалар сыр-сыулашып тау шыуа. Р. Низамов. Ығы-зығы килеп, сыр-сыулашып һыу буйҙарында ҡарға бутҡаһы байрамдарын ойоштороуҙар онотолмай. X. Назаров. Байрастың зарын ишетеп, ауыл ярлылары, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға сыр-сыулашып илашып ҡалған. Я. Хамматов.
СЫРТ I (Р: крепко (зажмурить глаза); И.: narrow one’s eyes firmly; T.: sıkı)/?.
Ныҡ итеп ҡыҫып, йомоп (куҙгә ҡарата).
□ Крепко (зажмурить глаза). Куҙҙе сырт йомоу. Куҙҙе сырт ҡыҫыу. ■ [Катын] куҙҙәрен сырт йомоп, кәмәнең ситенә тотондо. И. Абдуллин. Юламан ҡарт, куҙҙәрен сырт йомоп, ҡаҡ тау башындағы сал ҡылған шикелле, бәуелеп ултырҙы. 3. Биишева.
СЫРТ II (Р: подражание резкому отрывистому звуку; И.: sound imitative word; T.: çıt) оҡш.
Сыртлап сыҡҡан нәҙек тауышты белдергән һүҙ (теш аша төкөргәндә, ҡоро ағас һынғанда һ. б.). □ Подражание резкому отрывистому звуку, треску. Сырт иттереп һыныу. Сырт иттереп төкөрөу. Сырт иттереп сыртлағын элеп ҡуйҙы.
■ Бала-саға сырт та сырт көнбағыш яра.
Р. Ғабдрахманов. Тәмәке тартып ултырған Әбубәкер тағы ла бер тапҡыр сырт иттереп ергә төкөрҙө. С. Агиш. [Радмир менән Йәмил] маташа торғас, эске ишек тә сырт итеп асылды ла ҡуйҙы. Р. Байбулатов.
СЫРТЛАҠ I (сыртлағы) (Р: застёжка; И.: fastener; T.: çıtçıt) и.
Бер-береһенә батырып эләктерә торған бәләкәй генә түңәрәк ҡаптырма. □ Застёжка, кнопка (для одежды). Иҙеу сыртлағы. Еңгә сыртлаҡ ҡуйыу. Кауырһын сыртлаҡ. ■ Кинйә Айымына .. кулдәк сыртлаҡтары, хушбый алып ҡайтты. Ғ. Ибраһимов.
СЫРТЛАҠ II (сыртлағы) с. ҡар. сыртлаҡлы. ■ Аҡъял, ҡарашын .. өҫтәлдә ятҡан сәхтиән тышлы, көмөш сыртлаҡ ҡаптырмалы китаптарға кусерҙе. Ә. Хәкимов.
СЫРТЛАҠЛЫ (Р: с застёжкой; И.: having a fastener; T.: çıtçıtlı) с.
Сыртлаҡ ҡуйылған, сыртлағы йә ҡаптырмаһы булған; ҡаптырмалы. □ С застёжкой, с кнопкой (для одежды). Сыртлаҡлы кулдәк. Сыртлаҡлы куртка. Тимер сыртлаҡлы ирҙәр кулдәге. Сыртлаҡлы балалар костюмы.
СЫРТЛАҠ ТАЛ (Р: ракита, ломкий тальник; И.: brittle willow; T.: kinlik söğüt) и. бот. диал.
Һыныусан тал. □ Ракита, ломкий тальник, ива ломкая (лат. Salix fragılis). Сыртлаҡ тал сәскәһе. Сыртлаҡ тал һындырыу. Борон сыртлаҡ тал ағасынан дуға .. бөккәндәр, төрлө һауыт-һаба яһағандар. Сыртлаҡ тал еуеш уҙәндәрҙә, йылға, кул буйҙарында уҫә. Сыртлаҡ талдың бейеклеге — 20, йыуанлығы 1 метрға саҡлы етә.
СЫРТЛАМА и. диал. ҡар. сыртлаҡ I. Еҙ сыртлама. Сыртламаны эләктереу. Сыртламаны ыскындырыу.
СЫРТЛАМАЛЫ с. диал. ҡар. сыртлаҡлы. Сыртламалы кейем. Көмөш сыртламалы. Кулдәгенең еңдәре сыртламалы.
СЫРТЛАТЫУ (сыртлат-) (Р: цокать; И.: clatter; T.: dilini şapırdatmak) ҡ.
1. Телде өҫкө аңҡауға ҡағып, сырт иткән тауыш сығарыу; сырт иттереү. □ Цокать,
762