СЫРХАУ
цыкнуть. Сыртлатып төкөрөү. Тел сыртлатыу. Сыртлатып ҡуйыу. Сыртлатып тороу. ■ [Ғәли ҡарт] сыртлатып төкөрә лә, төрөпкәһен тоҡандырып, саҡ ҡына ял итер өсөн оҙонса тәҙрә төбөндәге түмәргә барып ултыра. Ә. Әһлиуллин.
2. Сырт тигән тауыш сығарыу. □ Лузгать, сплёвывать. Көнбағыш емешен сыртлатыу. ■ Рәфҡәт,.. сыртлатып төкөрөп, кеҫәһенән тәмәкеһен һәрмәй-һәрмәй, ҡапҡаға табан атланы. Н. Мусин.
СЫРТЛАУ (сыртла-) (Р.: трещать; И.: crack; creak; T.: çatırdamak) ҡ.
Сырт (2) итеү, сырт-сырт килеү. □ Трещать, потрескивать, хрустеть. // Хруст, потрескивание. Сыртлап һынып тороу. Кипкән үлән сыртлауы. ■ Икебеҙ ҙә сыбыҡтарҙың сыртлап яныуына мәрәкә итеп ҡарап ултырабыҙ. Ғ. Аллаяров.
СЫРТЛАУЫҠ I (сыртлауығы) и. диал. ҡар. сыртлаҡ I. Сыртлауыҡ тағыу. Ялтырап торған сыртлауыҡ.
СЫРТЛАУЫҠ II (сыртлауығы) (Р.: снег с дождём; И.: sleet; wintry shower; T.: karlı yağmur) и. диал.
Ҡар ҡатыш ямғыр. □ Снег с дождём. Көҙгө сыртлауыҡ. Яҙғы сыртлауыҡ. Сыртлауыҡ мәле етеү. ■ Сыртлауыҡта көтөүгә сыҡҡан малға ла, көтөүсегә лә ҡыйын. Экспедиция материалдарынан.
СЫРТЛАУЫҠЛЫ с. диал. ҡар. сыртлаҡлы. Сыртлауыҡлы салбар. Сыртлауыҡлы иҙеү. Еҙ сыртлауыҡлы гимнастёрка.
СЫРТ-СЫРТ (Р: подражание повторяющемуся резкому отрывистому звуку; И.: sound imitative word; T.: çatır çatır) оҡш.
Ҡабат-ҡабат сырт (2) иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание повторяющемуся резкому отрывистому звуку, треску. Сырт-сырт итеү. Сырт-сырт төкөрөү. Сырт-сырт һыныу. Сырт-сырт яныу. Сырт-сырт иткән тауыш яңғыраны. ■ Шығырлап туңған тәҙрәләр сырт-сырт килә лә шартлай. Т. Йосопов.
СЫРТЫЛДАҠ ( сырты л д ағы) и. диал. ҡар. сыртлаҡ I. Сыртылдаҡты эләктереү. Сыртылдаҡлы кейем. Көмөш сыртылдаҡтар.
СЫРТЫЛДАҠ ЭЛМӘК (элмәге) и. диал. ҡар. сыртлаҡ I. Сыртылдаҡ элмәк тағыу. Сыртылдаҡ элмәкле күлдәктәр. Көмөш сыртылдаҡ элмәге.
СЫРТЫЛДАТЫУ (сыртылдат-) (Р: цокать; И.: shut up; T.: gür bir şekilde ses çıkarmak) ҡ.
Сырт-сырт иттереү. □ Цокать, цыкнуть, цыкать. Сыртылдатып төкөрөнөү. Сыртылдатып сиртеү. ■ Хөсәйендең сыртылдатып теш араһынан төкөргәне ишетелде. Т. Ғарипова.
СЫРУР [ғәр. (Р: радость; И.: joy; fun; T: sevinç) и. иҫк. кит. ҡар. ҡыуаныс.
Йәнгә рәхәтлек, күңелгә күтәренке рух биргән тойғо; кинәнес, шатлыҡ. □ Радость, наслаждение, удовольствие. Сырур тойғоһо. Сырур тауыштары. Сырур кисереү. ■ Эй йәмәғәттәрем, эй күҙемдең нурҙары, күңелемдең сырурҙары, һеҙҙе һәм үҙемде яратҡан бер Хоҙайыма тапшырҙым. «Ба-тыршаның хаты».
СЫРХАУ I (сырха-) [фарс. ‘һыҙып ауырыу’] (Р: недомогать; И.: be ill; be unwell; T.: hastalanmak) ҡ. ҡар. ауырыҡһыныу.
Еңелсә ауырыу; һауһыҙланыу. □ Недомогать, хворать, болеть. Сырхап китеү. Сырхап тороу. Сырхап йөрөү. Ятып сырхау. Сырхау булыу. ■ Бөрөк ҡарт сырхап тороу сәбәпле, йыйынға барырға хәлем юҡ, тигән. Ж. Кейекбаев. • Аҡ кәүҙәңдең ҡәҙерен сырхау булғас белерһең. Мәҡәл.
СЫРХАУ II (Р: болезнь; И.: sickness, disease; T.: hastalık) и.
1. Дауамлы ауырыу. □ Болезнь, недомогание. Оҙайлы сырхау. Сырхау тейеү. Ауыр сырхау. Яман сырхау. Сырхау ҡағылыу. ■ Ахун ҡарт башын сырхауға һалды ла тәүҙәрәк ҡарауылға йөрөгән булды. Р. Ғабдрахманов. • Тән сырхауы — күп ашау, күңел сырхауы — күп һөйләү. Әйтем.
2. Сырхап тороусы, ауырыу. □ Пациент, больной. Сырхауҙарҙы ҡабул итеү сәғәте. Сырхауҙың хәле. Сырхауға әйләнеү. ■ Йылдар буйы яҫтыҡтан тормай, әжәл көтөп ятҡан сырхауҙар аяҡҡа баҫа. И. Абдуллин.
763