СӘКЕН
Ҡояш йәки башҡа шундай йондоҙ тирәләй әйләнеп йөрөгән эре күк есеме. □ Планета. Ер сәйярәһе. Йыһандағы барлыҡ сәйярәләр. Һәр сәйярә уҙ кусәрендә әйләнә.
■ Иҫке тормош, яңы тормош — былар ике сәйярә. X. Ғәбитов.
СӘЙЯХ [ғәр. сН и. иҫк. ҡар. сәйәхәтсе.
■ Ғәбделрәхим уҙен .. ислам донъяһы менән яҡындан танышыр өсөн сығарылған бер сәйях итеп ғарыз итә. Ғ. Рафиҡи. Сәйях вә ғалим булараҡ, ул [Аурело] бер нисә сит телдә, йөмләнән ғәрәпсә, фарсыса иркен һөйләшә. Ә. Хәкимов.
СӘК (Р.: подражание отрывистому звуку удара по твёрдому предмету; И.: clippety-clop; T.: şak) оҡш.
Сынаяҡҡа, йоҡа ҡаты нәмәгә еңелсә һуҡҡанда сыҡҡан йомшаҡ нәҙек тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание отрывистому звуку удара по твёрдому предмету. Сәк итеп бәрелеу. Сәк итеп ҡалыу. Сәк тигән тауыш сыҡты. Сәк иттереп тәҙрәгә ваҡ ҡырсын таш килеп тейҙе.
СӘКЕ I (Р: курок; И.: trigger fork; T.: tetik) и.
Атыу ҡоралының пистонға һуға торған өлөшө; сирткес. □ Курок. Сәкене ултыртыу. Ҡорал сәкеһе. Сәке тартыу. Сәке сиртте. ■ Сәләхетдин, тоҫҡап, сәкене тартһа, мылтығы атылмай ҙа ҡуя. Н. Мусин.
СӘКЕ II с. диал. ҡар. сәркәш. Сәке малай. Сәке кеше булып сыҡты. Сәке әҙәм уҙ һуҙен бирмәй.
СӘКЕЙ (Р: разновидность мелкого степного суслика; И.: sort of ground squirrels; T.: bir tür gelengi) и. зоол.
Йомрандың көрәнһыу төҫтәге бәләкәй бер төрө. □ Разновидность мелкого степного суслика (лат. Spermophilus, Citellus). Сәкей аулау. Дала сәкейе. Ялан сәкейе. Сәкей өңө. Сәкейҙәр һыҙғырыу ы.
СӘКЕЛДӘТЕҮ (сәкелдәт ) (Р: издавать звуки, напоминающие звон тонких металлических предметов; И.: clink; T.: şaklamak) ҡ.
1. Сәк-сәк иттереү, сәк-сәк тигән тауыш сығарыу. □ Издавать звуки, напоминающие звон тонких металлических предметов.
Сәкелдәтеп салғы сукеу. ■ Маһира асыуланып, сынаяҡтарҙы сәкелдәтеп, өҫтәлде йыя башланы. Н. Ҡотдосов. Ҡорт айырғанда таш сәкелдәтәләр. Ҡорт һырыһын өсөн. Экспедиция материалдарынан.
2. кусм. Атып үлтереү. □ Застрелить. Тотҡан урында сәкелдәтеу. Сәкелдәтеп китеу.
СӘКЕЛДӘҮ (сәкелдә-) (Р: токовать; И.: utter the mating call; T.: orman horozunun ötüşü) ҡ.
1. Сәк-сәк тигән тауыш сығарыу, уйнау (һуйырға ҡарата). □ Токовать (о глухаре). // Токование. Һуйыр сәкелдәгәне ишетелә. Сәкелдәп тороу. Бер туҡтауһыҙ сәкелдәу. Һуйыр сәкелдәуе ҡапыл тынып ҡалды.
2. диал. Шаҡылдап, саңҡылдап сыҡҡан еңелсә тауыш сығарыу. □ Стучать. Салғы йөҙөнә һуғып сәкелдәу.
СӘКЕЛДӘШЕҮ (сәкелдәт-) ҡ. урт. ҡар. сәкелдәү, взаимн. от. сәкелдәү. Һуйырҙар сәкелдәтеп урман яңғырата. Һуйырҙар, ҡорҙар яҙғы уйын мәлендә куңелле сәкелдәтәләр.
СӘКЕЛ САПҠЫ (Р.: маленькая лопаточка для резания кизяка; И.: special spattle; T.: tezek kesen kürek) u.
Тиҙәк киҫә торған бәләкәй кәрәк. □ Маленькая лопаточка для резания кизяка. Сәкел сапҡы һабы. Сәкел сапҡы менән эшләу. Сәкел сапҡыны уткерләу.
СӘКЕН I [ғәр. ûj*-] (Р: сукун; И.: diacritic; T: sükûn) и.
Ғәрәп орфографияһында хәреф өҫтөнә ҡуйылып, тартынҡынан һуң һуҙынҡы өн юҡлығын белдергән бәләкәй генә түңәрәк рәүешендәге диакритик тамға. □ Сукун (диакритический знак в арабской письменности, обозначающий отсутствие гласного звука после согласного). Сәкен ҡуйыу. Яҙыуҙа сәкендәрҙе ҡуйып сығыу.
СӘКЕН II (Р: секира; И.: pole-ax; Т: keser) и.
1. Ныҡ ағастан яһалған оҙон һаплы, нәҙек билле һуғыш балтаһы. □ Секира или топор (боевой). Сәкен балта. Сәкен һабы.
793