Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 794


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӘКЕН-СӨКӨН
Сәкен эшләтеу. Сәкен уткерләу. Сәкенде билбауҙа йөрөтөр булғандар.
2. Башлы шәкәрҙе вата торған бәләкәй генә балта рәүешендәге ҡорал. □ Топорик для раскалывания кускового сахара. Өҫтәлдәге сәкен. Сәкен менән шәкәр ватыу. Сәкенде йыуып алып ҡуйыу.
СӘКЕН-СӨКӨН (Р.: мелочи; И.: trinkets, little things; T.: ufak tefek) и. йыйн.
Юҡ-бар ваҡ нәмә; ваҡ-төйәк. □ Мелочи, пустяк. ■ [Мәрхәбә:] Анау бер ваҡыт уйнап ҡына һөйләгәнемде сәкен-сөкөнөн дә ҡалдырмай .. кеше ышанырлыҡ итеп яҙып сыҡтығыҙ бит. М. Тажи.
СӘКЕРӘ с. диал. ҡар. сәнселмә. Сәкерә ярлы йылға. Сәкерә тау. Сәкерә ҡая.
СӘКЕТЕҮ (сәкет-) (Р.: спустить курок; И.: pull the trigger; T: tetiği çekmek) ҡ.
1. Атыу ҡоралының сәкеһен ыскындырыу. □ Спустить курок. Мылтыҡты сә-кетеу. Сәкене сәкетеу. ■ Әсәйем .. эткә тоҫҡаны. Бер сәкетә — атылмай. Ике сәкетә — юҡ. Ә. Атнабаев.
2. Атып, кемгәлер йәки нимәгәлер тейҙереү. □ Выстрелить, застрелить. Револьверҙан сәкетеу. ■ [Мәхмут:] Аҡтарҙы мылтыҡ менән сәкетәм генә. С. Агиш.
3. диал. ҡар. сәкәштереү 1. Стакандарҙы сәкетеу. Сәкетеп эсеу. Аяҡтарҙағы балды сайпылтҡансы сәкетеу.
СӘКЕТКЕС и. диал. ҡар. сәке I. Мылтыҡ сәкеткесе. Сәкеткесте тартыу.
СӘКЕТӘ (Р: родовое подразделение башкир; И.: one of Bashkir clan subdivisions; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡошсо ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир рода кошсы. Сәкетә аймағы. Сәкетә тамғалары. Сәкетәләр болаһы. Сәкетәләрҙең нәҫел башы. Сәкетәләр таралған ерҙәр.
СӘКЕҮ (сәке-) (Р: делать узоры на чём’, И.: emboss; T.: çakmak) ҡ. диал.
1. Металл нәмәләрҙе сүкеп семәрләү, сүкеп һыр төшөрөү. □ Делать, чеканить узоры на чём. Батмус сәкеу. Көмөш сеуәтә сәкеу. Алтын-көмөш биҙәуестәре сәкеу.
2. Атып, кемгәлер йәки нимәгәлер тейҙереү, юҡ итеү. □ Выстрелить, застрелить. Яҙа сәкеу. Бер сәкеуҙә тейҙереу. ■ [Мельников:] Илле аҙым да бара алмағандыр [окоптан сыҡҡан Тамбов егете], сәкенеләр уҙен. А. Таһиров.
3. Нимәгәлер ҡапыл һуғыу. □ Резко ударять по чему. Туп сәкеу. Сәкән сәкеу. Сәкеп уйнау. Сәкеп ебәреу. ■ [Кәмәгә] тағы бер малай ярҙамға ултырмаҡсы ине, һиҙиәт ағай уны көрәге менән сәкеп кенә ебәрҙе. К. Кинйәбулатова.
4. Тоҡандырып, ҡабыҙып ебәреү маҡсаты менән бер нәмәне икенсеһе менән ҡуша һуғыу. □ Резко ударять по чему, (с целью зажечь). Таш сәкеу. Саҡма сәкеу. ■ Уның [Ғөбәйҙуллиндыц] уйын дөрөҫләргә теләгән шикелле, саҡма сәкеп тәмәке тоҡандырған кесе лейтенант блиндаж яғына эйәк ҡаҡты. Я. Хамматов.
СӘКЕШ (Р: крючкообразный; И.: hami-form; T.: çengelli) с. диал.
Сәкәйеп торған, сәкәйгән. □ Крючкообразный, крючковатый. Сәкеш танау. Сәкеш суҡышлы. Сәкеш элгесле ишек.
СӘКМӘ (Р: перга; И.: beebread; Т: ölümsüzlük yemeği) и. диал.
Бал ҡортоноң һитәһе. □ Перга (пчелиная). Сәкмә һатып алыу. Сәкмә — бал ҡортоноц икмәге.
СӘКМӘН (Р: чекмень; И.: sort of oriental cloak; T: bir çeşit kaftan) u.
1. Йөн туҡыманан итәк һәм яғаһының ситен, ең остарын сигеп йәки ҡыҙыл буҫтау, уҡа менән әҙепләп теккән киң билле тышҡы кейем. □ Чекмень. / Чекменный. Аҡ сәкмән. Буҫтау сәкмән. Мәллә сәкмән. Соға сәкмән. Тула сәкмән. Уҡалы сәкмән. Сәкмән кейеу. ■ Оло йәштәге ҡарттар һәр ҡайһыһы сит-сото алтын-көмөш менән сигеуле сәкмән кейеп йөрөнө. Я. Хамматов. Итәк-яғаһы һәм ең остары сигелгән сәкмәнде хәҙер тау башҡорттарында ғына курергә мөмкин. Ә. Вәли. Кармазинҡай яға, ай, кук сәкмән килбәтһеҙ ҙә иргә килешмәй. Халыҡ йырынан. • Селләлә сәкмәнеңде ҡалдырма. Мәҡәл.
794