сәкә
СӘКӘ и. диал. ҡар. сәкмә. Сәкә балы һары була. Сәкәһен ҡырып алыу.
СӘКӘЙс. диал. ҡар. сәкеш. Сәкәй танаулы. Сәкәй суҡышлы. Сәкәй морон. ■ Йомро быжыр битенә килешеп торған сәкәй танауын бөрсөк-бөрсөк тирҙәр сыбарлаған Хәсән, ергә төшкәс, уҡытыусыһының ҡаршыһына барып баҫты. 3. Биишева. *
СӘКӘЙЕҮ (сәкәй-) (Р.: загибаться концом кверху; И.: hike up; T.: yukarı çekilmek) ҡ.
Осо, баш яғы өҫкә кәкрәйеү; кәксәйеү. □ Загибаться концом кверху, задираться. Сәкәйеп тора. Сәкәйеп бөткән. Сәкәйә башлаған. Итектең башы сәкәйгән. ■ [Сә-биләнең] .. танауы, ҡоро һарғылт тиренән торған йөҙөн сөрөштөргәнсе тартылып, өҫкә сәкәйә. Т. Ғарипова. !Ҡыҙырастың] әҙ генә үргәрәк ҡарап торған бәләкәс танауы тағы ла сәкәйҙе. 3. Биишева.
СӘКӘЙЕШЕҮ (сәкәйеш ) ҡ. урт. ҡар. сәкәйеү, взаимн. от сәкәйеү. Сәкәйешә башлау. Күн итегенең баштары сәкәйешеп торалар.
СӘКӘЙТЕҮ (сәкәйт-) (Р.: задирать; И.: turn up (one’s nose; lift); T.: yukarı çekmek) ҡ.
Ос яғын, башын өҫкә күтәреү, кәкрәйтеү; кәксәйтеү. □ Задирать, поднимать. ■ Ҡыҙырас, ике ҡулын кеҫәһенә тығып, танауын сәкәйтеп, .. Юлдаш ултырған баҫҡыстың аҫтынан ғына үтеп китте. 3. Биишева. Йылан, башын сәкәйтеп, Уралға ҡарап ялбарған. «Урал батыр».
СӘКӘК (сәкәге) и. ҡар. соңҡа 1—2. Сәкәк һөйәге. Тау сәкәге.
СӘКӘЛСӘЙ (Р.: щиколотка; И.: ankle; Т.: ayak bileği) и. диал. ҡар. йәкәл.
1. Малдың бәкәл быуынындағы ваҡ тупар һөйәк; ашыҡ, бәкәл, бәкәлсәй. □ Щиколотка, лодыжка; бабка. Сәкәлсәй быуыны. Сәкәлсәйгә һуғыу. Сәкәлсәйен бәреп ауырттырған.
2. миф. Киләсәкте юрағанда, күрәҙә ҡылғанда ҡулланылған һөйәк. □ Щиколотка, лодыжка; бабка (ритуальная кость). Сәкәлсәй килтереү. Сәкәлсәй менән юрау. Сәкәлсәй менән күрәҙә ҡылыу.
СӘКӘЛӘЙ (Р: задира; И.: bully; Т.: kavgacı) с. диал.
Һуғыш суҡмары. □ Задира, драчун. Сәкәләй ир йораты. Бәләкәйҙән сәкәләй малай булыу. ■ Төшөндә берәйһе менән «мал бүлешә», күрәһең, сәкәләй малай. .. Тейҙерһәләр — башын яралар сәкәләй малайҙың. Яр. Вәлиев.
СӘКӘЛӘШЕҮ I (сәкәләш-) (Р: биться за мяч; И.: scuffle; sokizmish; T.: sopa çekmek) ҡ.
1. Сәкән уйынында туп өсөн болашыу, талашыу. □ Биться за мяч или за шайбу. Сәкәләшеп уйнау. Ҡыҙыу сәкәләшеү. Сәкәләшә башлау. Бер туҡтауһыҙ сәкәләшеү.
2. Үҙ-ара еңелсә һуғышыу; бәргеләшеү.
□ Биться, драться. // Драка. ■ Ҡорман-таев .. әҙәп тигән нәмәне бик белеп бөтмәй шул, әле кисә Яманаев менән сәкәләшеп ҡайтҡан. Д. Бүләков. Тоҡтомалға көрмәкләшеп айҡаша Алтынғужа, көрмәкләшеү, сәкәләшеү, йәнәһе, ҡыҙыҡ уға. А. Игебаев.
3. күсм. Үҙ-ара һүҙгә килешеү, ҡара-ҡаршы әйтешеү; талашыу. □ Ссориться. ■ Сафуан .. приискыла уҙғарылған йыйылыштарҙа сәкәләшкәндә үҙ һүҙен өҫтөн ҡалдыра алмай, халыҡ алдында хур булды. Я. Хамматов. Яшинский менән фекерҙәш булырға ла, сәкәләшергә лә бер кем ашыҡмай. 3. Биишева.
СӘКӘЛӘШЕҮ II (сәкәләш ) (Р: играть в хоккей; И.: shinny; T.: buz hokeyi oynamak) ҡ. диал.
Сәкән уйнау. □ Играть в хоккей. Боҙ туңыу менән, малайҙар сәкәләшә башлайҙар. Кискә саҡлы сәкәләшеү. Ике малай сәкәләшеп йөрөй.
СӘКӘН I (Р: хоккей на траве; И.: hockey; T.: çim hokeyi) и.
1. Туп һуғыу уйыны (уҙаҡлашып ике төркөмгә бүленәләр; һәр уйынсыла — кәкре башлы таяҡ, бөтәһенә бер ағас туп — сөр; алыҫ ара ҡалдырып, ике сик һыҙыла, ике сик араһында урталыҡ билдәләнә; урталыҡҡа сөрҙө һалып торалар ҙа, кем өлгөрөрҙән
796