СӘЛБИ
һуғып ебәрәләр; бер төркөм бер осҡа, икенсе төркөм икенсе осҡа табан сөрҙө һуғып, сиктән үткәрергә тырыша; ҡайһы төркөм үткәрә — шул бер мәрәй ала). □ Хоккей на траве. Сәкән уйнау. Сәкән һуғыу. ■ Үлән өҫтөндә ҡырын ятҡан килеш, ул көн Хәләф малайҙарҙың урам тултырып сәкән һуғыуҙарын күҙәтә ине. Р. Байымов.
2. Шул уйынды уйнай торған кәкре башлы тос таяҡ, сәкән таяғы. □ Бита (для хоккея на траве) или клюшка. Һөйән сәкән. Сәкән яһау. Сәкән менән туп һуғыу. ■ Ҡара маска кейгән бер нисә малай, сәкәндәр күтәреп, һыу буйына төшөп бара. Р. Байбулатов. Иртәгеһен малай бер сәкән, бер туп яһай. Әкиәттән.
СӘКӘН II (Р: початок; И.: ear; corn-cob; T.: koçan) и. бот.
Кукуруздың орлоҡло башы. □ Початок. Кукуруз сәкәне. ■ «Чишминская» сортлы кукуруз сәселгән ун биш гектар ерҙең орлоҡҡа ҡалдырылған биш гектарында сәкәндәр саф алтын төҫлө булып өлгөрҙөләр. Ә. Вәли.
СӘКӘН III (Р: тканый узор; И.: textural design; T: desen) и. диал. ҡар. суптар.
Киндер һуҡҡанда буйлыҡты күтәреп яһаған биҙәк. □ Тканый узор. Сәкән менән сүпләп һуғылған ашъяулыҡ. Сәкән менән һуғылған балаҫ.
СӘКӘНЛЕ с. диал. ҡар. суптарлы. Сәкәнле таҫтамал. Биҙәктәре сәкәнле. Сәкәнле балаҫтар һуғыу.
СӘКӘНӘТ [ғәр. OUL-] и. иҫк. ҡар. сөкүнәт. ■ Йыртҡыс хайуандар ҡул саба, башҡалары сәкәнәт итә. М. Ғафури. Тирә-яҡты баяғынан да тәрән сәкәнәт ҡапланы. М. Ғафури.
СӘКӘҮ (сәкә-) (Р: стукнуться; И.: bang; T: çarpışmak) ҡ.
Ҡуша төкөтөү. □ Стукнуться. Баштарҙы сәкәү. Ҡулдарҙы сәкәү. Ҡаты ғына сәкәп ҡуйыу. Стакандарҙы сәкәп алыу. ■ Сулпан .. маңлайын атаһының маңлайына килтереп сәкәй яҙҙы. Р. Ғабдрахманов.
СӘКӘШЕҮ (сәкәш-) (Р: чокаться; И.: hobnob; tussle; T: kadeh tokuşturmak) ҡ.
1. Үҙ-ара төкөшөү, ҡуша килеп бәрелешеү. □ Чокаться. // Чоканье. ■ Стакандар сәкәште лә бушап кире ултырҙы. Ф. Иҫәнғолов. Ҡыштың ҡара төнө, юл сатында елдәр сәкәшә. Ғ. Мәсғүт.
2. диал. ҡар. сәкәләшеү 2. Бушҡа сәкәшеү. Үҙ-ара сәкәшеп алыу. Ҡапыл сәкәшә башланылар. Һүҙгә килешеп, сәкәшеп китә яҙҙылар.
СӘКӘШТЕРЕҮ (сәкәштер-) (Р: чо каться; И.: clang glasses together; T: kadeh tokuşturmak) ҡ.
1. Нимәнелер ҡуша төкөтөү, бер-бсреһенә бәреү. □ Чокаться; скрестить. Сәкәштереп алыу. Сәкәштереп ебәреү. Рюмкаларҙы сәкәштереү. И Бокалдар өҫтәлгә ҡуйылып бөткәс, Виктор, ҡыҙҙар биленән тотҡан һымаҡ, һаҡ ҡына ике бокалдың өҙөлөп сығам-сығам тип торған биленән тотто ла сәкәштерҙе. И. Абдуллин. Аттары ла ярһыны, һөңгө сәкәштереп, ҡалҡан ҡағып үтәләр ҙә [Әббаҡ менән Алдар] тағы боролалар ҡаршыға. Ғ. Ибраһимов. Биктимер туҫтаҡтарҙы сәкәштергән булып, ажда-һаныҡын үҙе әсә. Әкиәттән.
2. күсм. Үҙ-ара талаштырыу, һуғыштырыу. □ Ссорить, вздорить. Ҡешеләрҙе сәкәштереү. Әтәстәрҙе сәкәштереү.
СӘҠАР [ғәр. >4 (Р: ад; И.: hell; T: cehennem) и. дини. ҡар. тамуҡ.
Дини ҡарашса, теге донъяла гөнаһлы кешеләрҙең йәнен язалай торған утлы урын, йәһәннәм. □ Ад. Сәҡарға эләгеү. Сәҡар тураһындағы мифтар. Мәңге сәҡарҙа яныу. Сират күперен үтә алмағандар сәҡарҙа яна. ■ Эй, Маһира, .. ялҡының бар яндырырға уйлағанда, туңдырһаң да, үҙ ҡулыңда сәҡарың бар. Ш. Бабич.
СӘЛБИ [ғәр. uAd (Р: отрицательный; И.: negative; T.: selbi) с. иҫк. ҡар. насар.
Тейешле талаптан, ыңғай баһанан түбән сифатлы; кире. □ Отрицательный. М Бер яҡтан, ишан тирәһендәге төрлө рыялар, алдашыуҙар, икенсе яҡтан, шәкерттәрҙең һуң дәрәжәлә юҡ-бар менән сыуалыуҙары, ғүмерҙәрен әрәм итеүҙәре күңелгә сәлби яҡтан тәьҫир бирә баралар ине. М. Ғафури.
797