СӘЛДЕРЕҮ
СӘЛДЕРЕҮ (сәлдер-) (Р.: украсть; И.: pilfer; T.: çalmak) ҡ.
1. һорамай, йәшереп алыу; урлау. □ Украсть, красть. Сәлдереп байыу. Сәлдереп тотолоу. ■ [Йәнтимер:] Етмәһә, уҙған төндө вагонда бурек аламамды сәлдерҙеләр. М. Кәрим. Вася ағаһы Сеняның кәртен сәлдереп сыҡты ла, малайҙар аҙна буйына кәрт уйнап, кәрт менән һуға-һуға, танауҙарын шештереп бөттөләр. X. Мохтар.
2. кусм. Ҡулға төшөрөү; эләктереү. □ Воровать, красть, присвоить, завладеть. Сәлдереп ҡалыу. ■ «Ниндәй уңған ҡыҙҙы сәлдерҙе!» — тип ҡай берәуҙәр көнләшеп тә йөрөнө Ғәзиздән. Ә. Атнабаев. [Левашев] Өфө янындағы тауҙар тирәһенән, Шөгөр йылғаһы буйындағы Оло яландан, Ағиҙел аръяғынан әллә ни саҡлы ерҙәр сәлдереп ҡалған. Ғ. Ибраһимов.
СӘЛЕЙ (Р.: колыбель; И.: cradle; T.: beşik) и. диал. ҡар. сәңгелдәк.
1. Йәш баланы һалыр өсөн элеп куймалы бәүелсәк итеп яһалған ҡулайлама; һәңгелсәк. □ Колыбель, люлька; зыбка. Сәлей сымылдығы. Сәлей элеу. Сәлейҙәге бала. Сәлейгә баланы һалып бәуелтеу.
2. Тартылып, һуҙылып тормалы тимер спираль; пружина. □ Пружина. Бишек сәлейе. Сәлей тағып бишек элеу. Сәлей уртаһынан бау тарттырып ҡуйыу.
3. миф. Мифик ҡараш буйынса, ен-шайтандан ҡурсалаусы бала ятҡан изге урын; баланы һаҡлаусы. □ Колыбель (выполняет обережную функцию, является освоенным миром для ребёнка). Сәлей бетеуе. Сәлейҙе өй туренә генә эләләр, уны хатта иҙәнгә ҡуйып тороу ҙа ярамай. Бала ныҡ асырғанып илаһа, сәлей эргәһен артыш яндырып төтәтеп сығалар. ■ Сәлейгә миләш тәлгәше элеп, куҙ тейеуҙән һаҡлайҙар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
СӘЛЕҮ I (сәл-) ҡ. ҡар. сәлдереү. Сәлеп бөтөу. Әллә купме колхоз байлығын сәлеп ҡалған. Кеше әйберен сәлеу. Ваҡ-төйәк әйбер сәлеу.
СӘЛЕҮ II (сәл-) (Р: выпивать; И.: drink; T.: içmek) ҡ. диал.
Иҫерткес эсемлек ҡабул итеү; эсеү. □ Выпивать, поддавать. Яртыны сәлеу. Бер стакан сәлеп ҡуйыу. Сәкушкәне сәлеп ҡуйыу.
СӘЛЕШ с. диал. ҡар. сәркәш. Сәлеш бала. Сәлеш малай булып уҫте.
СӘЛИ АҒАС и. диал. ҡар. сәңгелдәк ағасы. Сәли ағасын ныҡлы беркетеу. Сәли ағасына сәңгелдәк элеу.
СӘЛИ СӘНСЕК (сәнсеге) и. диал. ҡар. сәңгелдәк ағасы. Сәли сәнсекте ҡағып ҡуйыу. Сәли сәнсеккә бишек элеу. Сәли сән-секкә элеп бәуетеу.
СӘЛЛӘ [ғәр. (Р: чалма; И.: imamah; T.: sarık) и.
1. Мосолман ирҙәрҙең баш урамаһы; салма. □ Чалма. Аҡ сәллә. Сәллә урап йөрөу.
■ Мыҡты кәуҙәле, башына сәллә ураған, дәруиш ҡиәфәтле урта йәштәрҙәге ир килеп инде. Р. Байымов. Мәулет бай өйгә инеп ҡағынды-ҡағынды ла, башындағы буркен ташлап, ҡуйынындағы сәлләһен кейҙе. Ғ. Дәүләтшин. һуҙһаң, Мәскәугә етерлек муллаларҙың сәлләһе. Халыҡ йырынан. • Наҙан мулланың сәлләһе ҙур була. Әйтем.
2. миф. Изгелек билгеһе (мифик ҡараш буйынса, һаҡлау функцияһын утәусе изге эйәләрҙең башында була). □ Чалма (мифологизированный головной убор), ft Йорт эйәһе сәллә кейгән ҡарт булып та куренә. «Башҡорт мифологияһы»нан.
СӘЛЛӘЛЕ (Р: с чалмой; И.: having ап imamah; T: çalmak) с.
Сәллә ураған, сәлләһе булған. □ С чалмой. Сәлләле кеше. Йәшел сәлләле мулла.
■ Хәҙрәттең тирә-яғын төрлө йәштәге, һәммәһе лә сәлләле булған мөриттәр солғап алған. М. Ғафури. Майҙандағы халыҡ ҡаушап ҡалғандай булды, ғәйеплеләр һымаҡ, сәлләле баштар тубән эйелде. Р. Байымов.
СӘЛЛӘ ЯУЛЫҒЫ и. диал. ҡар. сәллә. Сәллә яулығы урау. Аҡ сәллә яулығы. Йәшел сәллә яулығы.
СӘЛПӘК (сәлпәге) (Р: лепёшка; И.: flat cake; T: lavaş) и. диал. кул.
1. Ҡамырҙы йәйеп, табала бешереп алынған икмәк; кәлсә, йәймә. □ Лепёшка. Сәлпәк
798