Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 799


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӘЛӘМ АЛЫУ
бешереу. Сәлпәк йәйеу. Сәлпәк менән сәй эсеу. • Ас кешегә еҫле сәлпәк еҫе тәмлерәк. Әйтем.
2. миф. Мифик ҡараш буйынса, мәрхүм-дәрҙең йәне өсөн бешерелгән йәймә. □ Лепёшка (ритуальное кушанье, соединяющее эту жизнь с загробной), в Кырҡына ҡырҡ сәлпәк бешереу йолаһы бар. «Башҡорт мифологияһынан.
СӘЛСӘБИЛ [ғәр. J^-Ь] (Р/ райский источник с очень вкусной водой; И.: paradisiac well, spring; T.: selsebil) и. миф.
Тәмле һыулы ожмах шишмәһе. □ Райский источник с очень вкусной водой. Сәлсәбил эсеу. Сәлсәбил шифаһы. Сәлсәбилгә шишмәгә төшөу. ■ «һеу әл-хаҡ», — тип уҫкән ожмахта улар, сәлсәбилдәрҙә йыуынғандар былар. Ш. Бабич.
СӘЛТЕР (Р: голень; И.: shin; T: baldır) и. диал. ҡар. балтыр.
1. Аяҡ енсегенең йыуан ере; бурбай.
□ Голень. Сәлтер ите. Сәлтер һөйәге. И [Ҡыҙҙың] ҡояшта янып ҡара көрәнгә әйләнгән тулы сәлтерҙәре Туғановтың тыныслығын юғалта, башын әйләндерә ине. Ә. Вәли.
2. Бот ите. □ Ляжка. Сәлтерҙәре ябыҡ. Ап-аҡ сәлтерҙәр. Сәлтерҙән һыу кисеу. Сәлтерҙәргә көс төшкән.
СӘЛӘМ [ғәр. (Р* привет; И.: greetings; T.: selam) и.
1. Именлек, иҫәнлек теләү, һаулашыу һүҙе. □ Привет, приветствие. Сәләм уҡыу. Сәләм кундереу. Сәләм әйтеп китеу. И Ирҙәр кеуек таҙа кәуҙәле, оҙонса йөҙлө .. ҡатын өйгә килеп инде лә шыҡһыҙ ҡалын тауыш менән сәләм бирҙе. М. Садиҡова. [Дейеу — Батырмәргәнгә:] Сәләмең булмаһа, мин һине икегә өҙөп ҡапҡан булыр инем. Әкиәттән.
2. Күрешкәндә сәләм биреү, иҫәнләшеү, иҫәнлек һорашыу (ғәҙәттә, «әссә-ләмәғәләйкум», «сәләм» һуҙҙәре менән).
□ Приветствие при встрече. И Һирәк кенә ерән һаҡаллы кеше нәҙек кенә тауыш менән: «Әссәләмәғәләйкум, йәмәғәт», — тип сәләм бирҙе. М. Тажи. • Әҙәплелек билгеһе — эйелеп сәләм биргәне, яҡын итеу билгеһе — кисектермәй килгәне. Әйтем.
3. Сәләм алыу, яуап итеп иҫәнләшеү. □ Привет. Сәләмемде алманы. Сәләмде ишетмәмеш булыу. ■ Файза апаһы .. бер көндө утеп барышлай уның [Йәмилдең] сәләмен дә алманы, шикелле. Р. Байбулатов. • Сәләм бирмәгән бер оятлы, яуап бирмәгән мең оятлы. Әйтем.
4. Кеше йәки хат аша ебәрелгән иҫәнлек-һаулыҡ теләге. □ Привет. Ҡайнар сәләм. Суҡ-суҡ сәләм. Сәләм хаты. Сәләм ебәреу. Сәләм кундереу. Сәләм тапшырыу. Сәләм яҙыу. Хат аша сәләм әйтеу. Кеше аша сәләм әйтеу. Ж Хаттар килә, хаттар килә, еңеп ҡыш сәмен, алып килә улар дуҫтар сәләмен. Р. Назаров. Башта атаһы [Мәҙинәнең] бөтә курше-куләнгә сәләм кундергән булып сыҡты. Т. Ғарипова. Осоп барған ҡош артынан әйтегеҙ беҙгә сәләм. Бәйеттән. Сәләм хаты юҡ был араларҙа, иҫән-имен, һау микән. Халыҡ йырынан. • Сәләм әйткән өсөн сәләмәт бул. Әйтем.
5. Кеше йәки хат аша ебәрелгән хәбәр йә үтенес. □ Послание (с просьбой). Үтенес сәләме. V Бәләкәй Костяның сәләменә яуап итеп, куп тә утмәй, партизан урманынан шыршы тубырсыҡтары ла килеп төштө. Ә. Байрамов. • Ҡоро сәләм ҡолаҡҡа ятмай. Әйтем.
6. Кеше йәки хат аша ебәрелгән ниндәйҙер хәбәр, яңылыҡ. □ Весть, һөйөнөслө сәләм. Һағышлы сәләм алыу. Шатлыҡлы сәләм алып килдем. ■ Хәбибулла Сөнәғәткә заводта уҡ, ҡайтҡанда мотлаҡ беҙҙең ауылдан утә ҡайт, атайымдарға сәләм әйтерһең, тип ҡалғайны. Ж. Кейекбаев.
СӘЛӘМ АЛЫУ (сәләм ал-) (Р: получить привет; И.: get a greeting; T: selam almak) ҡ.
1. Кеше йәки хат аша ебәрелгән ниндәйҙер хәбәр, яңылыҡ йә үтенесте ҡабул итеү. □ Получить привет, послание (с просьбой). Ебәргән сәләмеңде алдым. Шатлыҡлы сәләмегеҙҙе алып ҡыуандым. Көйөнөслө сәләм алыу.
2. Сәләмләгән йә сәләм ҡушҡан кешенең сәләменә яуап әйтеү. □ Поздороваться с кем в ответ. Үткән-һуткәндә сәләм ҡушып, сәләм алып йөрөу. Сәләмләусенең сәләмен алыу.
799
00:00
00:00
00:00