Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 800


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӘЛӘМ БИРЕҮ
Иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында сәләм алмай уҙыу.
СӘЛӘМ БИРЕҮ (сәләм бир ) (Р.: приветствовать кого, здороваться с кем; И.: greet smb; T.: selam vermek) ҡ.
һаулыҡ ҡушыу. □ Приветствовать кого, здороваться с кем. Сәләм биреп уҙыу. Сәләм биреп китте. • Хандың этенә лә сәләм бир. Әйтем. Фәҡирлек уҙ эйәһен ташҡа сәләм бирҙерер. Әйтем. Бер көн тәғәм итһәң, ҡырҡ көн сәләм бир. Әйтем. Тау башындағы тәкәгә тау аҫтындағы арыҫлан сәләм бирер. Әйтем.
СӘЛӘМ ЕБӘРЕҮ (сәләм ебәр-) (Р: послать привет; И.: send respects; T.: selam göndermek) ҡ.
Кеше йәки хат аша иҫәнлек-һаулыҡ теләге әйтеү. □ Послать привет. Һағышлы сәләм ебәреу. Шатлыҡлы сәләм ебәреу. Телефон аша сәләм ебәреу. Кеше аша сәләм ебәреу.
СӘЛӘМЛӘҮ (сәләмлә-) (Р: приветствовать; И.: greet; T.: selamlamak) ҡ.
1. Ололап, ҙур хөрмәт белдереп иҫәнләшеү (ғәҙәттә, «әссәләмәғәләйкум», «сәләм» һуҙҙәре менән). □ Приветствовать, здороваться. Сәләмләп курешеу. Ихлас сәләмләу. Ике ҡуллап ҡул ҡыҫып сәләмләу. Ҡул болғап сәләмләу. Һикереп тороп сәләмләу. Аяҡ урә сәләмләу. ■ Үҫмерҙәр, яҡын таныштар һымаҡ, йылмайышып бер-береһен сәләмләне. Р. Байбулатов. Рәшиҙә булмәгә ингәс, директор уны урынынан тормайынса ғына сәләмләне. Ғ. Аллаяров. Куңеле кутәрелгән Зәки Вәлиди командирҙар менән курешеп сыҡты, һалдаттарҙы ихлас сәләмләне. Р. Байымов.
2. Тәбрикләү, ҡотлау. □ Приветствовать. // Приветствие. Шиғри сәләмләу. Сәләмләу доклады. ■ Яҙ хәбәрсеһе март унда тантана итә, «тап-топ, топ-тап, тас-тос!» тип тамсылар, һәр ҡайһыһы уҙенә хас тауыш сығарып, ерҙе сәләмләй.
3. Биишева.
СӘЛӘМЛӘШЕҮ (сәләмләш-) ҡ. урт. ҡар. сәләмләү, взаимн. от сәләмләү. Сәләмләшеп йөрөу. Сәләмләшеп тороу. Сәләмләшеп уҙҙылар. ■ Улар [ҡыҙ менән егет] ус
тарын усҡа терәп сәләмләштеләр. Д. Бүләков.
СӘЛӘМНАМӘ [фарс. (Р- при-
ветственное письмо; И.: welcoming letter; T: selamname) и. иҫк.
Иҫәнлек-Һаулыҡты белдергән, теләгән хат; сәләм хаты. □ Приветственное письмо. ■ Хәбәрең юҡ, уҙең юҡ, сәләмнамә һуҙең юҡ. Әкиәттән.
СӘЛӘМ-ХАТ и. ҡар. сәләмнамә. Сәләм-хат тапшырыу. I [Тайфур:] Икенсе тосты һуғыш йылдарында беҙҙе сәләм-хаттар менән һөйөндөргән хат ташыусыларҙың һаулығы һәм бәхете өсөн тотайыҡ әле. Т. Килмөхәмәтов.
СӘЛӘМӘ (Р: тряпьё; И.: rags; T: paçavra) и. диал. ҡар. алам-һалам.
Иҫкергән, туҙған кейем-һалым, тотонолған сепрәк-сапраҡ; алама. □ Тряпьё, ветошь. Сәләмә йыйыу. Кәрәкмәгән сәләмә. Эшкә ашмаған сәләмә куп.
СӘЛӘМ ӘЙТЕҮ (сәләм әйт ) (Р: передавать привет; И.: send one’s best (greetings); T: selam söylemek) ҡ.
Кеше йә хат аша иҫәнлек-һаулыҡты белдереү һәм теләү. □ Передавать привет. Сәләм әйтеп ебәреу. Хат аша сәләм әйтеу. Кеше аша сәләм әйтеу. Сәләм әйтеп ҡалыу. Сәләм әйтеп тороу. Сәләм әйтергә ҡушыу.
СӘЛӘМӘТ [ғәр. (Р: здоровый; И.: healthy; T: selamet) с.
1. Ауырымаған, сырхауһыҙ; иҫән-һау. □ Здоровый. Сәләмәт бала. Сәләмәт уҡыусылар. Сәләмәт организм. Сәләмәт куҙ-ҙәр. Сәләмәт саҡ. Сәләмәт атай-әсәйҙәр генә сәләмәт киләсәк быуын ҡалдыра. Н Икеһе лә иллене утеп барған һау-сәләмәт, хатта уҫалыраҡ, уҙ һуҙлерәк кешеләр. Р. Байбулатов. • Сабырлыҡ — сәләмәт, сабырһыҙлыҡ — һәләкәт. Мәҡәл. Сәләмәт тәндә — таҙа аҡыл. Мәҡәл.
2. кусм. Боҙолмаған, имен, таҙа. □ Здоровый. Сәләмәт тормош алып барыу. Сәләмәт аҡыл. Сәләмәт куңел. • Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух. Мәҡәл.
800