СЭМ
СӘЛӘМӘТ БУЛЫУ (сәләмәт бул-) ҡ. ҡар. сәләмәт йәшәү 1. Сәләмәт булыуҙы теләу. Сәләмәт булып ҡалыу.
СӘЛӘМӘТ ЙӘШӘҮ (сәләмәт йәшә-) (Р.: здравствовать; И.: be in good health; T.: selamet olmak) ҡ.
1, Иҫән-Һау, ауырыу-һыҙлауһыҙ булыу.
□ Здравствовать, быть здоровым. Һәр саҡ сәләмәт йәшәу. Оҙон-оҙаҡ сәләмәт йәшә.
2. Дөрөҫ туҡланып, насар ғәҙәттәрһеҙ йәшәү, һау-сәләмәт тормош алып барыу.
□ Вести здоровый образ жизни. // Здоровый образ жизни. Сәләмәт йәшәу яҡлы булыу. Сәләмәт йәшәу ҡағиҙәһе. Сәләмәт йә-шәуҙе пропагандалау. Сәләмәт йәшәргә тырышыу. Гумер ахырынаса сәләмәт йәшәу.
СӘЛӘМӘТЛЕК (сәләмәтлеге) (Р.: здоровье; И.: health; T.: sağlık) и.
Ауырымаған, таҙа хәл; иҫәнлек, һаулыҡ.
□ Здоровье. Сәләмәтлекте теләу. Сәләмәтлекте нығытыу. Сәләмәтлекте тикшереу. М Ике йыл грузчик булып, пароходта йөҙөп, сәләмәтлеген ҡаҡшатты ул [Әлембәк]. М. Ғиләжев.
СӘЛӘМӘТЛӘНДЕРЕҮ (сәләмәтләндер-) (Р.: излечивать; И.: heal; T.: iyileştirmek) ҡ.
1. Сәләмәт итеү, һауыҡтырыу, шәбәйтеү.
□ Излечивать, вылечивать, исцелять. // Излечивание, вылечивание, исцеление. Баланы сәләмәтләндереу. Йәш быуынды сә-ләмәтләндереу. Халыҡты сәләмәтләндереу. Шифаханала сәләмәтләндереу.
2. кусм. Имен, төҙөк, яҡшы хәлгә килтереү; төҙәтеү, йүнәтеү. □ Оздоровлять, улучшать. // Оздоровление, улучшение. Тормош шарттарын сәләмәтләндереу. Үҙ-ара мөнәсәбәтте сәләмәтләндереу.
СӘЛӘМӘТЛӘНЕҮ (сәләмәтлән) (Р: выздоравливать; И.: recover; T.: iyileşmek) ҡ.
1. Ауырыу бөтөп, таҙа хәлгә килеү; һауығыу, шәбәйеү. □ Выздоравливать, поправляться, вылечиваться. Сәләмәтләнеп китеу. Сәләмәтләнә барыу. Сәләмәтләнә башлау. ■ Сәләмәтләнгәс, Сынтимер госпиталдән тура Фираяға ҡайтты. Д. Бүләков. Шешәне уҙе тотоп, ярты һыуҙы эскән
икән, [егет] бөтөнләй сәләмәтләнеп, көс-хәл кереп, аяғына баҫҡан. Әкиәттән.
2. кусм. Имен, төҙөк, яҡшы хәлгә килеү; төҙәлеү, йүнәлеү. □ Поправляться, улучшаться. Хеҙмәт шарттары сәләмәтләнде. Үҙ-ара мөнәсәбәт сәләмәтләнде.
СӘЛӘҢГЕР (Р: тощий; И.: lean; T.: zayıf) с. диал. ҡар. ябыҡ.
Майһыҙ, һимеҙ булмаған. □ Тощий, худой. Сәләңгер ит. Сәләңгер мал. Сәләңгер һарыҡ булһа ла, эс майы куп.
СӘЛӘХИӘТ [ғәр. (Р; способ-
ность; И.: capability; T.: salahiyet) и. иҫк. ҡар. һәләтлек.
Кешегә тыумыштан бирелгән нимәнелер эшләй, булдыра алыу, ижад итеү һәләте, булдырыу ҡеүәһе, сифаты. □ Способность. Ижади сәләхиәт. Сәләхиәтте уҫтереу. Эйелеу сәләхиәтен юғалтыу. Куреу сәләхиә-те насарайҙы. ■ Бала — саф бер инсандыр, өйрәтһәң, һәр нәмәне белер, шулай булһа ла, ҡәбилиәт вә сәләхиәт төрлөсәлер. 3. Һаҙый.
СӘЛӘХИӘТЛЕ (Р: способный; И.: capable; T.: salahiyetli) с. иҫк. ҡар. һәләтле.
һәләткә эйә, булдыҡлы. □ Способный. Шәп йугереугә сәләхиәтле. Бар эшкә лә сә-ләхиәтле ҡыҙ. Сәләхиәтле бала булыу. ■ Һәр төрлө һәнәргә сәләхиәтле балалар бик куптер. 3. һаҙый.
СӘЛӘХИӘТЛЕК (сәләхиәтлеге) и. иҫк. ҡар. сәләхиәт. ■ Минең эшкә сәләхиәтле-гем булған, курәһең, бик тиҙ кутәрелдем. И. Насыри.
СӘЛӘХИӘТҺЕҘ (Р: неспособный; И.: incapable; T: salahiyetsiz) с. иҫк. ҡар. һәләтһеҙ.
Кешегә тыумыштан бирелгән нимәнелер эшләй, булдыра алыу һәләте булмау; булдыҡһыҙ. □ Неспособный. Сәләхиәтһеҙ кеше. Бейеугә сәләхиәтһеҙ. Атлауға сәләхиәтһеҙ булып ҡалыу.
СӘМ (Р: честолюбие; И.: ambition; Т.: hırs) и.
1. Минлек тойғоһо; намыҫ, ғәр. □ Честолюбие. Сәмгә тейеу. Сәме артҡандан-арта барҙы. ■ Ошондай саҡта Нәбиҙең куңелен-дә, Сафыйҙан ни ерем кәм, тигәнерәк сәм,
801