Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 803


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӘМЛӘШЕҮ
ҡуйҙы. ■ Рәхиләнең элекке һөйәрен өлтөрәп ҡаршылауҙары күптән инде теймәй Әнүәрҙең сәменә. Б. Рафиҡов.
СӘМҒАН ВӘ ТАҒАТАН [ғәр. ] (Р: слушаю и повинуюсь; И.: listen and obey; T.: semğan ve taatta) ҡ. иҫк.
Тыңлайым һәм буйһонам тигән һүҙҙәрҙең һыңары (түрәнең бойороғона яуап итеп әйтелә). □ Слушаю и повинуюсь. Сәмған вә тағатан һүҙҙәре менән юҡ булды. Я Ғифрит, сәмған вә тағатан, тип баш эйҙе. Әкиәттән.
СӘМ-ДӘРТ и. ҡар. сәм 2. Я Ураҡҡа төшкән көндәрҙәге ярһыу, сәм-дәрт бар ине унда. Яр. Вәлиев. Ҡаны яңы йәшәү ҡомарын, танһыҡ, көслө уҙамандың сәм-дәртенең үҙенә эркелеүен көтә. Т. Ғарипова.
СӘМИН [ғәр. û^| (Р.: толстый; И.: thick; T.: şişman) с. иҫк. ҡар. йыуан.
Тулы, йомро тәнле, һимеҙ. □ Толстый. Сәмин кәүҙәле. Сәмин ир. Сәмин ҡорһаҡлы. М [Иблис] бер йыуаш ғифриткә атланған ләғин. Ғифрите ай-яй йыуан, ай-яй сәмин! Ш. Бабич.
СӘМИТ [ғәр. (Р: семиты; И.: the Semites; Т: Semitier) и.
Бирге Азия, Төньяҡ һәм Көнсығыш Аф-рикала йәшәгән халыҡтар төркөмө (уларға ғәрәп, йәһүд, эфиоп һ. б. халыҡтар ҡарай). □ Семиты. / Семитский. Сәмит тәңреләре. Сәмит төркөмө. Сәмит телдәре. Сәмиттәрҙең сығышы. Сәмит ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү.
СӘМЛЕ (Р: честолюбивый; И.: ambitious; T: hırslı) с.
Намыҫсан, ғәрсел, сәмсел. □ Честолюбивый, самолюбивый. Сәмле һунарсы. Сәмле булыу. Сәмле, тынғыһыҙ кеше булыу. Я Сәмле егет ине Ғайса, һыйҙы ла мул әҙерләгәйне. Н. Мусин. Мансурҙың үҙ ихтыярынан сәмлерәк көс уны ла шул ағымға ҡушылырға ҡыҫтай, ләкин ул быға йәне-тәне менән ҡаршы. Ә. Хәкимов. • Сәмле эш йәмле. Әйтем.
СӘМЛӘНДЕРЕҮ (сәмләндер ) (Р: раззадоривать; И.: stir up; put somebody on his/ her mettle; T: hırslandırmak) ҡ.
1. Мин-минлек тойғоһон уятыу; намыҫ-ландырыу, ғәрләндереү. □ Раззадоривать. Сәмләндереп ҡуйыу. Көрәшсене сәмләндереп ебәреү. Я Рәшиттең ирен сите менән генә йылмайыуы, Хәсән ағайҙы сәмләндереп, һәр ваҡыт һәр йәһәттән формала булырға саҡыра һымаҡ. Б. Рафиҡов. Малайҙар, На-дирҙы сәмләндереп, шарҡылдап көлөргә тотондо. Р. Байбулатов.
2. Нимәгәлер дәрт тыуҙырыу, ҡеүәт биреү. □ Подбадривать, вдохновлять, стимулировать. Эшкә сәмләндереү. Сәмләндереп тороу. Уйҙары сәмләндерҙе. Я Тирә-яҡта ташҡа, ҡырсынға сыҡ-сыҡ тейгән кәрәк, кирка сыңдары ишетелә, хатта ошо тауыш та һәр береһен дәртләндерә, әллә ниндәй асыштарға сәмләндерә. 3. Ураҡсин.
СӘМЛӘНЕҮ (сәмлән-) (Р: раззадориваться; И.: get worked up; be offended; T: hırslanmak) ҡ.
1. Мин-минлек тойғоһона бирелеү; намыҫланыу, ғәрләнеү. □ Раззадориваться. Сәмләнеп ҡуйыу. Н Абдулла бөтә арыуҙарын, хәлһеҙләнеүен еңергә тырышып, тағы ла сәмләнеберәк һаман юғарыға тырмаша, аялап-ҡарышлап тигәндәй алға бара. Н. Мусин. Уйын ҡыҙғандан-ҡыҙа, Мәҙинәне түңәрәктән бәреп сығара алмаған малайҙар ярһый, сәмләнә. Т. Ғарипова. Аҡназар, .. көнө буйы урманды ҡыҙырып, бер йәнлек тә тап итә алмаған. Быға ул бик сәмләнгән. Әкиәттән.
2. Дәртләнеү, ғәйрәтләнеү. □ Подбадриваться, вдохновляться. Сәмләнеп китеү. Сәмләнеп эшләү. Башҡаларҙың дәртле бейеүе уны ла сәмләндерҙе.
СӘМЛӘНЕШЕҮ (сәмләнеш-) ҡ. урт. ҡар. сәмләнеү, взаимн. от сәмләнеү. Сәм-ләнешеп эшкә тотоноу. Н Бил ауырта башланы. ҒИулай ҙа туҡтап тороу юҡ, һаман сәмләнешеп утайбыҙ. Н. Мусин. Шунан аҙаҡ табында ултырыусы барлыҡ ҡунаҡтар ҙа үҙ-ара сәмләнешеп, бер-береһенә ит һоғондора башланылар. Я. Хамматов.
СӘМЛӘШЕҮ (сәмләш ) (Р: соревно ваться; И.: compete; T.: rekabet etmek) к.
803