Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 804


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӘМРЕҒОШ
Намыҫ итеп, үҙ-ара ярышыу; бер-береңдән уҙҙырырға тырышыу. □ Соревноваться. Сәмләшеп йәшәу. Сәмләшеп йөрөу.
■ Сәмләшер, мин-минлекте ҡурсытыр нәмәләр урҙә килтерелгән миҫалдар менән генә сикләнмәй сикләнеуен. Ә. Хәкимов. Уны [балыҡты] һалдау теше араһынан айырып яр өҫтөнә быраҡтырғас, [Ҡаһым] сәмләшеп китеп, йылға ситендәге балыҡтарҙы берәм-берәм сәнсеп супләргә тотондо. Я. Хамматов.
СӘМРЕҒОШ (Р.: симург; И.: mythical bird’s name, simurg; T.: Simurg) и. миф.
1. Әкиәттәге бик ҙур мифик ҡош. □ Симург (имя мифической птицы, вызволяющей людей из беды). Сәмреғош балаһы. Сәмреғош ояһы. ■ Сәмреғоштоң ҡанат осо әҙ генә ҡағылып ҡалһа, ҡая таштар емерелеп төшә, ти. Әкиәттән.
2. Батша гербындағы ике башлы ҡош һүрәте. □ Двуглавый орёл (геральдическое изображение). ■ Госпиталдең алды таш бағана, сәмреғошҡайҙың да һурәте. Халыҡ йырынан.
3. миф. Мифологик ҡараш буйынса, ерҙең түбәнге һәм урта ҡатламын бәйләүсе ҙур ҡош. □ Симург (огромная мифическая птица, вызволяющая людей из беды).
■ Сәмреғош аҫҡы һәм ер өҫтө донъяһын бәйләй. Ф. Хисаметдинова.
СӘМРӘҮ и. ҡар. сәмреғош 1. Сәмрәу ҡош. Сәмрәу ҡанаты. Сәмрәу ҡойроғо. Сәмрәугә ултырып осоу. Сәмрәу — мифик ҡош.
СӘМСЕЛ с. ҡар. сәмле. Сәмсел кеше.
■ «Ауылыбыҙ менән мәсхәрәгә ҡалабыҙ бит, ағай-эне!» — тип урһәләнергә кереште беҙҙең сәмсел ҡоҙабыҙ. М. Кәрим. Уртаға сыға батырҙар, сәмселдәр һәм таҫылдар. Ф. Күзбәков. Уңышлы юл йөрөу, табышлы һунарҙар Ҡарабайҙы бик сәмсел һунарсыға әйләндереп ебәргән. «Ҡуҙыйкүрпәс».
СӘМСЕЛЛЕК (сәмселлеге) и. диал. ҡар. сәм 1, 2. Йөҙөнә сәмселлеге сыҡҡан. Уның төп һыҙаты — сәмселлек. Сәмселлеге менән буш тора алмай.
СӘМСӘ (Р: узор в виде улиток из кожи другого цвета на мягкой кожаной обу
ви; И.: sort of national snail-like pattern; T.: salyangoz şeklindeki desen) и.
Күндән эшләнгән нәмәгә яһалған биҙәк. □ Узор в виде улиток из кожи другого цвета на мягкой кожаной обуви. Ҡусҡар сәмсә. Ҡайылған сәмсә. Итек уксәһенә сәмсә һалыу. Сарыҡҡа сәмсә һалыу.
СӘМСӘЛЕ (Р: с узором в виде улиток из кожи другого цвета на мягкой кожаной обуви; И.: having a sort of national snail-like pattern; T.: salyangoz şeklindeki desenli) с.
Ҡусҡарлап, биҙәкләп сигелгән. □ С узором в виде улиток из кожи другого цвета на мягкой кожаной обуви. Сәмсәле ҡата. Сәмсәле сарыҡ. М Ҡатындың аяғында ..бейек кутәрмәле, сәмсәле ситек. С. Агиш. Аяҡта осло дағалы, сәмсәле ситек, башта ынйылы ҡалпаҡ. 3. Биишева. Тибенгеһе сәмсәле, болан тире таралғы, өҙәңгеһе көмөштән. «Урал батыр».
СӘМСӘЛӘҮ (сәмсәлә-) (Р: вышивать цветными нитками на кожаных изделиях узоры в виде улиток; И.: broider with coloured stitches; T.: salyangoz şeklindeki desenler işlemek) ҡ.
Күн нәмәне сигеп йәки ҡусҡарлап биҙәү, биҙәк һалыу. □ Вышивать цветными нитками на кожаных изделиях узоры в виде улиток. Ситекте сәмсәләу. Сәмсәләп бөтөу. Сәмсәләп биреу. Сәмсәләп ҡуйыу.
СӘМҮМ [ғәр. (Р.: самум; И.: strong sand wind; T.: semûmin) и. иҫк.
Эҫе сүл еле. □ Самум (песчаный сильный ветер). ■ Хыялында ул [Гёте] ғәрәп ҡом сахраларында гиҙә, оазистарына һоҡлана, ғәжәйеп сағымдарға, сәмумдәргә тап була. Ғ. Хөсәйенов. Сәмум еле иҫә һыҙҙырып. М. Сөндөкло.
СӘМӘҒ [ғәр. (Р.: ухо; И.: ear; Т.: kulak) и. иҫк. ҡар. ҡолаҡ.
Кешенең һәм умыртҡалы хайуандарҙың ишетеү ағзаһы. □ Ухо. ■ Шул ваҡыт сәмәғемдә төрлө иҫке моңдар сыңлаша. Ш. Бабич.
СӘМӘРЕҮ (сәмәр-) (Р: слезиться; И.: water; T.: yaşlanmak) ҡ. диал.
804