Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 805


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӘНДЕРӘ
Күҙ ҡабағы ҡыҙарып, иларға етешеү, йәшләнеү; шәмәреү (2) (куҙгә ҡарата). □ Слезиться. Сәмәреп йөрөу. Сәмәреп бөтөу. Ҡыҙарып сәмәреу.
СӘМӘРӘ [ғәр. oj-Ч (Р.: плод; И.: fruit; Т.: yemiş) и. иҫк. ҡар. емеш.
1. Үҫемлектең сәскә емшәненән үҫкән, эсендә орлоғо булған өлөшө. □ Плод, фрукт. / Плодовый, фруктовый. Сәмәрә сәсеу. Ергә сәмәрә төртөу. Гөлйемеш сә-мәрәһе.
2. кусм. Иң һуңынан дөйөмләштереп яһалған бер фекер, йомғаҡ; нәтижә, һөҙөмтә. □ Результат, вывод. ■ Милләт өсөн бурыслыбыҙ һәр беребеҙ, тиҙ ҡушылһын бер урынға фекеребеҙ, булмаһын сәмәрә -беҙ яңғыҙ һуғыш! М. Ғафури.
СӘНАИҒ [ғәр. и. иҫк. ҡар. сәнғәт. Сәнаиғ мәктәбе. Камил сәнаиғ. М Нарком-прос эргәһендә сәнаиғы нәфисә булеге ойош-төрола. Д. Юлтый. Бәғзе игенсе вә сауҙагәр балалары .. сәнаиғты башҡаларҙан артыҡ курер. 3. һаҙый.
СӘНҒӘТ [ғәр. ] (Р: искусство; И.: art; T.: sanat) и.
1. Ысынбарлыҡты художестволы образдар аша сағылдырыу эше; художестволы ижади эшмәкәрлек. □ Искусство. Сәнғәт оҫтаһы. Сәнғәт эшмәкәре. Сәнғәт әҫәре. ■ Конкрет тарихи осорҙан тыш сәнғәт тә, рәссам, музыкант йәки яҙыусы ла юҡ. Ә. Хәкимов. Хәсән почта аша башҡорт йырҙары яҙылған пластинкалар, башҡорт сәнғәте тураһында китаптар алдырҙы. Т. Ғарипова.
2. Художестволы ижади эшмәкәрлек тармағы. □ Искусство. Сәнғәт институты. Сәнғәт йорто. Театр сәнғәте. Һынлы сәнғәт. К Айһылыу Сәйфуллина, Өфөгә кусеп килгәс, сәнғәт академияһы эргәһендәге махсус музыка колледжында уҡый. Н. Әхтәмова.
3. Берәй эштең үҙенә хас метод һәм алымдары булған әлкәһе. □ Искусство, технология (базовый комплекс методов создания чего-л.). Ҡайыу сәнғәте. Кейеҙ баҫыу сәнғәте. Баланы дөрөҫ тәрбиәләу — ул уҙе бер оло сәнғәт. ■ Хәҙерге башҡорттарҙың
биҙәу сәнғәтендә беҙ торбаслыларға хас булған тәңкә формаларының һаҡланыуын курәбеҙ. Н. Мәжитов.
4. Билдәле эш өлкәһендәге оҫталыҡ.
□ Мастерство, умение. М Тәржемә сәнғәте беҙҙең заманда һәр әҙәбиәттең айы-рылмаҫлыҡ өлөшө булып тора. Ә. Вәли. Башҡорт ҡул эштәре сәнғәтендә уйламай эшләнгән бер генә биҙәк-һыр ҙа юҡ, бигерәк тә боронғораҡ ҡомартҡыларҙы теуәл ҡабатлау, орнамент көсөнә ышаныу һәм ихтирам итеу һиҙелә. С. Сурина.
СӘНҒӘТКӘР [фарс.^ + (Р: ре-
месленник; И.: artisan; T.: sanatkar) и. иҫк. ҡар. һәнәрсе.
Үҙенә башҡа күнекмә, оҫталыҡ талап иткән бер эш менән шөғөлләнгән кеше.
□ Ремесленник. ■ [Исмәғил:] Беҙ былай ҡарамаҡҡа уҙ кәсебебеҙҙе яҡшы белгән кеуекбеҙ. Торғаны сәнғәткәрбеҙ. Руда табыу серҙәрен, руда һәнәрҙәрен дә купмелер беләбеҙ төҫлө. Ғ. Хөсәйенов.
СӘНҒӘТСЕ (Р: деятель культуры; И.: cultural worker; T.: sanatçı) и.
Ысынбарлыҡты художестволы образдар аша сағылдырыусы. □ Деятель культуры. ■ Ә Тамерлан уҙе идара иткән йәмғиәтте ун ике синыфҡа булеп, ғалимдарҙы, сәнғәтсе һуҙ оҫталарын, фекер эйәләрен, әмирҙәренән, вәзирҙәренән байтаҡҡа өҫтөн ҡуйып, пәйғәмбәр нәҫеле менән тицләп, иң беренсе синыфҡа индереп ололаған! Р. Байымов.
СӘНДЕР и. диал. ҡар. сандыр 1. Сәндер ите яраланған. Сәндере сәбертеп тора. Сәндерен һыҙыртҡан.
СӘНДЕРӘ (Р: полати; И.: plank bed; T.: tahta yataklık) и. диал. ҡар. һәндерә.
1. Мейес артына юғарыға күтәреп яһалған урын (аҫты ҡыш көнө бәрәс, быҙау өсөн, өҫтө кәрәк-яраҡ һалыу, йоҡлау өсөн ҡулланылған). □ Полати, нары (место для сна, устраиваемое под потолком между печью и стеной). Сәндерәлә йоҡлау. Сәндерә аҫтына бәрәстәрҙе индереу. Мейес артындағы сәндерәгә ятып тороу.
805