СӘНДЕРӘ ҠАШЫ
2. Вагон, пароход һ. б. ерҙә бейек итеп яһалған йоҡлау, ултырыу һәм нәмәләр һалыу өсөн эшләнгән махсус урын. □ Скамейка или лавка в вагонах и пароходах. Вагон сәндерәһе. Артыҡ әйберҙәрҙе вагондың буш сәндерәһе өҫтөнә һалдыҡ.
3. Йәнлекте йәки башҡа нәмәне ҡарауыллағанда тирә-яҡты алыҫтан күреү өсөн юғары күтәреп (йышыраҡ ағас башына) яһалған урын. □ Полати (деревянный настил, устраиваемый на дереве для наблюдения за зверем). Сәндерәгә баҫып ҡарау. Сәндерәгә менеү. Сәндерәгә менеп, йәнлекте аңдып тороу.
СӘНДЕРӘ ҠАШЫ (Р.: шесток сеновала; И.: forepart of a hay-loft; T.: ahır başının ön tarafı) и. диал. ҡар. һәндерә алды.
Бесәнлектең, аҙбар башының ал яғы. □ Шесток сеновала. Сәндерә ҡашына менеп китеу. Сәндерә ҡашына бер һалырлыҡ бесән йолҡоу. Баҫҡан тауыҡ сәндерә ҡашына менеп оя ҡорған.
СӘНЕСКЕ I и. диал. ҡар. сәнске 3. Өс саталы сәнеске. Сәнеске менән шамбы сәнсеп алыу. Сәнеске менән ажау эләктереү.
СӘНЕСКЕ II (Р.: чертополох; И.: thistle; T.: eşekdikeni) и. бот. диал.
Алһыу шәмәхә төҫлө йөнтәҫ сәскә атыусы, йондоҙ сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ сәнскеле үлән; шайтан таяғы. □ Чертополох (лат. Carduus). Сәнеске сәскәһе. Сәнескегә ҡулды һыҙырыу. Сәнескенең бөтә төрҙәре лә бал биреүсе, бал ҡорттарын әүрәтеүсе.
СӘНЕСКЕЛЕ ГӨЛ и. диал. ҡар. сә-нескәкле гөл. Сәнескеле гөл һуты менән сәс сайҡау. Сәнескеле гөл шифалы.
СӘНЕСКЕС I и. диал. ҡар. сәнеске II. Сәнескес төрҙәре. Бөҙрә сәнескес.
СӘНЕСКЕС II (Р: рыбья кость; И.: fishbone; T.: kılçık) и. диал.
Балыҡтың ваҡ һөйәге; ҡылсыҡ. □ Рыбья кость. Йомро сабаҡ сәнескесе. Бәрҙе сә-нескесе. Һары табан сәнескесе. Ас кешегә балыҡ ашатма, сәнескесе тамағына торор.
СӘНЕСКӘ (Р: ость; И.: awn; T.: kılçık) и. диал.
Иген башағының сәнскәкле мыйығы; ҡылсыҡ. □ Ость (у хлебных растений). Нәҙек сәнескә. Арыш сәнескәһе. Башаҡ сәнескәһе.
СӘНЕСКӘК I (сәнескәге) (Р: стрекоза; И.: dragonfly; T.: kızböceği) и. диал. ҡар. энәғараҡ.
Ҡорһағы оҙонса, башы һәм күҙҙәре ҙур булған, йыртҡыстар отрядына ҡараған яҡшы осоусы бөжәк. □ Стрекоза (лат. Odo-nata). / Стрекозий; стрекозиный. Сәнескәк ҡанаты. Сәнескәк сөрләүе. Сәнескәктәрҙең ҡурсаҡтары.
СӘНЕСКӘК II (сәнескәге) (Р: коровяк чёрный; И.: dark mullein; T.: sığırkuyruğu) и. бот. диал.
Оҙон һабағын ябып һарғылт ҡыҙыл сәскә атыусы бер йә ике йыллыҡ үлән; һыйырғойроҡ. □ Коровяк чёрный (лат. Ver-bascum nigrum). Сәнескәк сәскәһе. Сәнес-кәктең бейеклеге.
СӘНЕСКӘК III (сәнескәге) (Р: хвоя; И.: pine-needles; T.: iğne yaprak) и. диал. ҡар. ылыҫ.
Ылыҫлы ағастарҙың энәләре. □ Хвоя. Шыршы сәнескәге. Ҡарағай сәнескәге. Эрбет сәнескәге. Сәнескәк япраҡ ҡыш та ҡыуармай, йәшел ултыра.
СӘНЕСКӘКЛЕ ГӨЛ (Р: алоэ; И.: aloe; Т: sarısabır) и. бот. диал.
Сәнскеле япраҡ остары һәм һабаҡтары дымға бай булған, ҡоролоҡҡа сыҙамлы күп йыллыҡ, һәр саҡ йәшел төҫтәге үҫемлек; алоэ. □ Алоэ (лат. Aloe). Сәнескәкле гөл сәскәһе. Сәнескәкле гөл үҫтереү. Сәнескәкле гөлгә аҙ ғына һыу һалырға кәрәк. Сәнескәкле гөлдөң һабағын һындырып алып, ышҡып, төрлө тән ауырыуҙарынан дауаланалар.
СӘНЕСКӘК ҮЛӘН (Р: пикульник; И.: hemp nettle; T: kedibaşı) и. диал. ҡар. күҙлут.
Ирен сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған бер йыллыҡ сүп үләне. □ Пикульник (лат. Galeopsis). Сәнескәк үлән тамыры. Сәнескәк үлән сәскәһе.
СӘНИҒ [ғәр. (Р: творец; И.: creator; T.: sani) и. иҫк. ҡар. оҫта 2.
806