СӘНСЕЛЕҮ
Эшләүсе, нимәлер яһаусы кеше. □ Творец, мастер. Сәниғ булыу. Оҫта сәниғ. ■ Шулай уны сәниғ куп гөлдәрҙән артыҡ итеп .. яратҡан. Б. Мирзанов.
СӘНКЕМ (Р.: название башкирского рода; И.: Bashkir clan name; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсак ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт ырыуының исеме. □ Название башкирского рода. Сәнкемдәр биләмәһе. Сәнкемдәр менән туғанлашыу. ■ [Арыҫлан -Килмәккә:] Мин дә сәнкемдәргә ҡәрҙәшмен, .. шулай ҙа һинең яуыңа сыҡҡым килмәй. Ғ. Ибраһимов.
СӘНСЕЛДЕРЕҮ (сәнселдер-) (Р.: убивать; И.: kili; T: öldürmek) ҡ. һөйл.
1. Юҡ итеү, үлтереү, дөмөктөрөү.
□ Убивать. Сәнселдереп китеу. Атып сән-селдереу. Ярһып китеп сәнселдереу. ■ Ул [һалдат] автомат менән өс фашисты сәнселдерҙе. Ә. Ихсан. [Остап Фёдорович:] Ҡаса-нитә ҡалһа, мин ул ҡәбәхәтте сәнселдерермен. X. Мохтар.
2. кусм. ҡар. сәнселеү 8. Сәнселдереп ҡарау. Ҡояш нурҙарын сәнселдерә. ■ Ҡояш һаман юғарыраҡ кутәрелә, арҡаларға ҡыҙҙырылған энәләрен рәхимһеҙ сәнселдерә. Й. Солтанов.
СӘНСЕЛЕҮ (сәнсел-) (Р: вонзаться; И.: pierce, penetrate; T: sançmak) ҡ.
1. Тәнгә төртөлөп тишә инеү, ҡаҙалыу (төрлө осло, уткер нәмәләргә ҡарата).
□ Вонзаться, вонзиться, колоться. Бармаҡҡа энә сәнселеу. Аяҡҡа тәпке осо сәнселеу. Арҡаһына хәнйәр сәнселеу. ■ Осло мөгөҙҙәр инде Гөлнурға сәнселде тигәндә генә, ул [угеҙ], ҡыҙҙы кутәреп, кәртә аша ырғытты. М. Кәрим. Башлағанда бик еңел кеуек ине, тегергә тотонғас, улай уҡ еңел булмай сыҡты, йә эре тегелә, йә энә ҡулға сәнселә. К. Кинйәбулатова.
2. Ҡайҙалыр төртөлөп инеү; ҡаҙалыу (осло нәмә хаҡында). □ Воткнуться, втыкаться. Ҡышҡы юл буйына маяҡтар сәнселгән. Бысаҡ ағасҡа барып сәнселгән, һөңгөһө кәрәкмәгән ергә сәнселде. Атҡан уғы сәптең уртаһына ғына сәнселде. Энә
шаршауҙа сәнселеп тора. ■ Юлында сәнселгән сыбыҡты куреп, теҙгенен шунда тартты [майор Кусимов]. Р. Өмөтбаев.
3. Тәнгә инеп төртөлөп ауырттырыу (осло, сәнскәкле нәмәләргә ҡарата).
□ Колоться (об ощущении колющей боли). Крыжовник энәһенә сәнселеп бөтөу. Бармағыма гөлйемеш энәһе сәнселде. Ылыҫлы ағасҡа сәнселеу. Я Ҡырҡылған сәстең остары усҡа сәнселеп тора ине. И. Абдуллин.
4. Осло, үткер нәмәгә төртөлөү, ҡаҙалыу.
□ Колоться. Энәгә сәнселеу. Бысаҡҡа сәнселеу. Кармаҡҡа сәнселгән. ■ Мәҙинәнең куҙ алдына ҡыйырһытылған өләсәһе, мөгөҙөнә һәнәк менән сәнселгән Бөйрәкәйе килде. Т. Ғарипова.
5. кусм. Күңелгә ауыр тәьҫир итеү.
□ Уколоть, врезаться, чувствовать плохое влияние. Ауыр һуҙҙәр йөрәккә сәнселде. Гел генә әсе теле менән сәнселеп тора. ■ Һуңғы һуҙҙәр Гөлйөҙөмдөң йөрәгенә сәнселде. Ғ. Дәүләтшин. Кукбуре, йөрәгенә осло ҡаҙауҙай сәнселгән усен алмаҡ булып, әллә нисә барып әйләнде шул урынға, әммә кеше еҫе танауына бәрелмәне. Т. Ғарипова.
6. кусм. Төртмә һүҙ әйтеп, кешелә насар тәьҫир ҡалдырыу. □ Уколоть, съязвить. Бушҡа сәнселеу. Төртмә һуҙ менән сәнселеу. Әсе теле менән бер туҡтауһыҙ сәнселеп тора. ■ [Арыҫланбәк — Розалияға:] Йә, сәнселеп килмә әле. Р. Низамов.
7. кусм. Юҡ булыу, юҡҡа сығыу, бөтөү; дөмөгөү. □ Издыхать, подыхать, сдыхать, околеть. // Издыхание. Сәнселеп киткер. ■ «Их һин, тормош! — тинек әсенеп. — Кем генә һуң уйлап тапҡан һине, китмәйһең дә шунда сәнселеп». Р. Ғарипов.
8. кусм. Үтә тишкән кеүек итеү (ҡарашҡа, ҡояш нурына, тәбиғәт куренештәренә һ. б. ҡарата). □ Пронзать, проникать. Сәнселеп ҡарау. Ҡайнар ҡояш нурҙары сәнселә. ■ Куктау һырттары өҫтөнә тартылған ал шәфәҡ эсенә ҡара болот һыҙаты уҡтай сәнселде. Т. Ғарипова.
9. Аяҡты тубыҡтан бөгөл д өрөп текә итеп ҡуйыу. □ Сидеть прямо, согнув ноги в коленных суставах (под углом 90°). Аяҡты
807