Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 808


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӘНСЕЛМӘ
сәнселдереп ултырыу. ■ Павел уҙе, ҡыҫҡа тартылған өҙәңгегә аяҡтарын тығып, алтын һары бейә һыртында ултыра. Өҙәңгегә аяҡ баҫҡас, ике теҙе сәнселеп торғанды ярата ул. М. Кәрим.
♦ Сәнселгер әрләгәндә, ҡарғағанда әйтелә. □ Будь (ты) проклят!; чтоб ты сдох! (слова зложелания, проклятия). ■ Сэсе-башы туҙғыған Сәлиха: «Дөмөгөгөҙ! Сәнселегеҙ, иблистәр!» Ғ. Лоҡманов.
СӘНСЕЛМӘ (Р.: крутой; И.: steep; Т.: dik) с.
Бик текә. □ Крутой. Сәнселмә тубә. Сәнселмә ярға менеп китеу. Сәнселмә тауға урләу.
СӘНСЕМ I (Р.: стежок; И.: stitch; T.: dikiş) и. һөйл.
1. Бер сәнсеп алырлыҡ күләм (энә менән). □ Стежок. Ике сәнсем тегеу. Бер нисә сәнсем менән генә тегеп ҡуйыу. Ваҡ ҡына сәнсем менән тегеп сығыу. Теген машинаһын эре сәнсемгә кусереп ҡуйыу.
2. диал. Бер күтәреп, сәнсеп алырлыҡ күләм (һәнәк менән)', күтәрем (2), көшөл.
□ Куча, ворох (количество сена, соломы и т. п., которое можно подцепить вилами за один раз). Өс сәнсем һалам. Бер нисә сәнсем курән. Әллә нисә сәнсем борсаҡ һаламы ҡойолоп ҡалған. Ҡырып тырмаһаң, бер сәнсем бесән йыйылыр. Бәләкәй кубәләр шул тиклем кипкән, бер сәнсемгә генә тороп ҡалған.
СӘНСЕМ II и. диал. ҡар. сыра 3. Умарталарға сәнсем яһау. Умарта эсенә сәнсем ҡуйыу.
СӘНСЕМЛӘҮ (сәнсемлә-) (Р: собирать в кучу; И.: gather in a heap; T.: toplamak) ҡ.
Сәнсемдәргә бүлеү, сәнсем-сәнсем итеү.
□ Собирать в кучу (сено или солому). Бесәнде сәнсемләп алыу. Кипкән бесәнде тырмап сәнсемләп сығыу. Сәнсемләп ҡуйыу. Сәнсемләй башлау. Бәләкәй итеп сәнсемләу. Кутәремдәрҙе урта ҙурлыҡта сәнсемләу.
СӘНСЕҮ I (сәнс-) (Р: вонзать; И.: thrust (into); stab; T.: sançmak) ҡ.
1. Осло нәмә менән тәнде тишә төртөү, ҡаҙау (йәрәхәтләгәнсе йә ултергәнсе).
□ Вонзать, колоть, воткнуть. Арҡаға сәнсеу. Ҡап йөрәк тапҡырына сәнсеу. Бысаҡ менән
• сәнсеу. ■ Йөрәгемә кемдер сәнсеп алды. .. Юҡ, алды тугел, би-и-ик оҙон хәнйәрен бер сәнсеуҙән ҡаҙаны ла, туҙеп тора алмаҫлыҡ ауыртыу яһап, йөрәгемә аҡрынлап ҡына батыра башланы. Ш. Бикҡол. Батша .. ҡатынын сәнсеп ултермәк булды, ти. Әкиәттән.
2. Осло нәмәне ҡайҙалыр төртөп индереү; ҡаҙау. □ Воткнуть, втыкать. Батыра сәнсеу. Таяҡты ергә сәнсеу. Энәне урынына сәнсеу. ■ Гөлбанат әбей иләп ултырған орсоғон шәрәшлегә сәнсеп, урынынан торҙо. М. Ғафури. Ҡылыс менән сабып өҙөлгән тал сыбыҡтары ҡарға сәнсә төшә барҙы. Р. Өмөтбаев. • Еңгәм сәнсә, мин тартам, мин дә нағыш һырыйым. Әйтем.
3. Тәнгә инеп төртөлөп еңелсә ауырттырыу (осло, сәнскәкле нәмәләргә ҡарата).
□ Колоть (о колючих растениях и т. д.). Сәнсеп тора. Ҡурай еләге сәнскәкле, сәнсә. Бармаҡты кактус сәнсте.
4. Тәндә ауыртыу һиҙеү (сәнскәк ҡаҙалғандасы йәки тишә төрткәндәге һымаҡ). □ Колоть (об ощущении колющей боли). Сикә сәнсеу. Кукрәк сәнсеу. Сәнсеп ауыртыу. Ҡаты сәнсеу. Йөрәк сәнсеп ҡуйыу. Еңелсә сәнсеп ҡуйыу. ■ [Сергей] сәнсеп һыҙлаған башын боҙ ҡырыйына һалды. А. Абдуллин.
5. Нимәлер теккәндә энә менән епте туҡымаға үткәреү. □ Вонзать, колоть иголкой (при шитье). Аша сәнсеу. Сәнсеп алыу. Ваҡ ҡына сәнсеп тегеу. Эре-яры сәнсеп тегеп сыҡҡан.
6. Текә итеп күтәреү (ҡолаҡ, ҡойроҡ, ял хаҡында). □ Поднимать прямо (о хвосте, гриве, ушах), держать хвост или гриву трубой. Ҡойроҡ сәнсеп сабыу. Юртаҡ ҡолаҡ сәнсеп һиҫкәнде. ■ Матур куренә йылҡылар, ҡойроҡ сәнсеп, уйнап сапҡанда. Т. Йәнәби. Ҡолаҡтарын текә сәнсеп бышҡырҙы аттар. М. Тажи.
7. Аяҡты тубыҡтан бөгөп текә итеп ҡуйыу. □ Сидеть прямо с приподнятым
808