Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 809


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӘНСКЕ
коленом; сидеть, согнув ноги в коленных суставах (под углом 90°). Тубығын ҡосаҡлап, аяҡтарын сәнсеп ултырған. Бер аяҡты сәнсеп ултырыу. ■ Әхмәтғәле яҙғы таңға кинәнеп, тубығын сәнсеп ултырҙы. Р. Низамов.
8. Туп-тура төбәү. □ Смотреть прямо. ■ Иҙелдең уң яғында, маңлайҙарын көньяҡҡа сәнсеп, яланғас тауҙар тора. Ж. Кейекбаев. Һылыу ҡыҙый керпек сәнсеп матурлыҡты күҙләне. Ғ. Ибраһимов.
9. күсм. Йәнгә тейер һүҙ әйтеү, зәһәр һүҙ менән төрттөрөү. □ Колоть, упрекать, съязвить. // Упрёк. Тел менән сәнсеү. Һүҙ менән сәнсеп ҡуйыу. Тел сәнсеп тороу. ■ Хәсән инде борсолоп китте. Хәмиттең сәнсеүҙәре уның маҙаһына тейә башланы. С. Агиш. Ағарынып киткән Вася Егорҙың сәнсеүенә ҡолаҡ һалманы. X. Мохтар.
10. күсм. Үтә тишкән кеүек итеү (ҡарашҡа, ҡояш нурына һ. б. ҡарата). □ Пронзать (взглядом, лучами и др.). Сәнсеп ҡарау. Ҡайнар нурҙар менән сәнсеү. ■ Миңә теге ҡыҙ һәм йыуан кеше асыулы сәнсеү менән ҡарап ҡуйҙы. Ғ. Хәйри. Һүҙгенәйен әйтмәй сәнсеп үтә, ғишҡы менән әллә үлһен тип. Халыҡ йырынан.
11. миф. Ышаныуҙар буйынса, осло нәмә менән сәнсеп имләү, һаҡлау. □ Колоть, втыкать (используется в лечебной магии, порче, обезвреживании колдуна убыр). И Убыр үлһә, зыян килтермәһен тип, үксәһенә энә сәнсәләр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
СӘНСЕҮ II (Р.: колотьё; И.: tingle; Т: sancı) и.
Тән ағзаһының бысаҡ һ. б. менән төрт-кәндәге һымаҡ булып ауыртыуы. □ Колотьё. Ҡаты сәнсеү. Шөбһәле сәнсеү. Йөрәк сәнсеүе баҫылды. Түҙеп торғоһоҙ сәнсеү. Бөйөр сәнсеүенән яфаланыу. ■ Комиссарҙың йөрәген күп замандар йәшеренеп, боҫоп ятҡан зәһәр бер сәнсеү алды. М. Кәрим. Өҫтәүенә, самаһыҙ көсәнеүҙән күкрәген сәнсеү алды. Ә. Хәкимов.
СӘНСЕҮЛЕ (Р: воткнутый; И.: stuck; sticking; T: batırılmış) с.
1. Сәнселеп торған, сәнселеп ҡуйылған.
□ Воткнутый. Сәнсеүле энә. Сәнсеүле һәнәк. Иткә сәнсеүле сәнске.
2. күсм. Йәнгә тейер, төртмә, зәһәр (һүҙле). □ С упрёком (слова). ■ Баһау ундай сәнсеүле һүҙҙе Зөләйхәнән икенсе тапҡыр ишетә ине. А. Таһиров.
СӘНСЕШЕҮ (сәнсеш-) ҡ. урт. ҡар. сәнсеү I, 1—10. взаимн. от сәнсеү I, 1—10. Ҡолондар ҡойроҡ сәнсешеп уйнап йөрөй. Аяҡ тауышына барлыҡ йылҡылар ҡолаҡ сәнсеште. Ҡолаҡ сәнсешеп һиҫкәнеү. Арҡа сәнсешеп ауырта. Теҙ быуындар сәнсешеп китте. Хәнйәр менән сәнсешә башланылар.
СӘНСКЕ I (Р.: вилка; И.: fork; T: çatal) и.
1. Сәнсен алып ашай торған ҡорал.
□ Вилка. Ҡалак-сәнскеләр ҡуйып сығыу. Итте сәнске менән ашау. Сәнске менән эҫе ҡоймаҡты алыу. ■ Ҡалаҡтарҙың һәм сәнскеләрҙең тәрилкә ситтәренә шаҡ-шоҡ ҡағылыу ы ишетелде. Б. Рафиҡов.
2. Сәнсә, ҡаҙала торған бәләкәй генә осло нәмә. □ Колючий предмет. Тимерсыбыҡ сәнскеһе. И Сафый һәлмәк кенә үткер сәнске менән соҡор өңә, ә Мәрйәм дымлы төргәктән матур, ныҡ үҫентене һурып һайлап, әҙер ояға тыға. С. Шәрипов.
3. диал. Осо ырғаҡлы бер нисә асанан торған балыҡ сәнсеү ҡоралы; һалдау.
□ Острога. Өс тешле сәнске. Сәнске һабы. Сәнске менән сыраҡҡа төшөү. Сәнске менән балыҡ тотоу. Эре балыҡты сәнске менән сәнсеп алалар.
4. диал. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең, йәнлектәрҙең осло энә кеүек үҫентеһе; сәнскәк. □ Колючка, игла, шип. Рауза гөлө сәнскеһе. Балыҡ сәнскеһе. Гөлйемеш сәнскеһе. Бармаҡҡа кактус сәнскеһе керҙе. • Сәскәһен яратһаң, сәнскеһенә түҙ. Әйтем.
5. миф. Ҡатын-ҡыҙ символикаһына эйә, уға бәйле аш-һыу кәрәк-ярағы. □ Вилка (мифологизированный предмет, имеющий женскую символику). Я Сәнске төшһә, ҡатын-ҡыҙ килә. Һынамыш.
СӘНСКЕ II с. диал. ҡар. сәнскеле 2. Сәнске һүҙ. Сәнске тел. Сәнске телле кеше.
27- 1.0072.15
809