Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 810


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӘНСКЕЛЕ
СӘНСКЕЛЕ (Р.: колючий; И.: thorny; Т.: dikenli) с.
1. Осло, үткер, остары тырпайып торған. □ Колючий. Сәнскеле тимерсыбыҡ кәртәләр. Сәнскеле сыбыҡтарҙан эшләнгән рогаткалар. ■ Һыланың арҡа йөҙгөсө ҡаты, осло, сәнскеле, ә арҡа менән ҡойроҡ йөҙгөстәре араһындағы яры пәрҙәләргә ҡараһыу төҫтәге ваҡ ҡына тимгел таптар төшкән. Ш. Нафиҡов.
2. кусм. Кешенең йәненә, намыҫына тейгән; төртмәле. □ Колкий, язвительный. Сәнскеле таҡмаҡ. Сәнскеле һорау. Сәнскеле шаяртыу. ■ Вәлимәгә иһә уның [Ғәфурҙең] ҡыланышы оҡшамай. Шуға курә ниндәй ҙә булһа сәнскеле һуҙ әйтергә теле ҡысытып тора ине. Н. Мусин.
3. Йәнгә тейер, үтә тишкән кеүек (ҡараш хаҡында). □ Пристальный, пронзительный (о взгляде). Сәнскеле ҡараш. Сәнскеле куҙҙәр менән туп-тура ҡарау. ■ «Йәнем тартмаған бәндәне ир тип әйтәйемме?» — тип Сәлимә [Буранбайға] сәнскеле ҡараш ташланы. Я. Хамматов.
4. ҡар. сәнскәкле 1. Сәнскеле уҫемлектәр. Сәнскеле ҡыуаҡтар. Сәнскеле гөлдәр. Сәнскеле кактус. И Беҙ Вәкил менән һалам кубәһендә уйнай башланыҡ. Бында рәхәт, тик елкәгә сәнскеле кәбәк кенә тула. Ғ. Аллаяров. Таштарға, сәнскеле селек төптәренә йәбешкән саҡта Абдулланың ҡубып бөткән тырнаҡ шәбеләренән ҡан һарҡа. Н. Мусин.
СӘНСКЕЛЕЛЕК (сәнскелелеге) (Р: язвительность; И.: mordacity; T.: sarakalıhk) и.
Гел теңкәгә тейерлек һүҙ һөйләп то-роусанлыҡ, төртмә теллелек, зәһәр һүҙлелек. □ Колкость, язвительность. Сәнскелелеге яман. Сәнскелелек сәсә. Холҡөнда сәнскелелек бар.
СӘНСКЕЛЕ ТАШТИШӘР (Р: воробейник полевой; И.: salfern; T.: tarla taşkeseni) и. бот.
Бер йә ике йыллыҡ сәнскеле сүп үләне. □ Воробейник полевой (лат. Buglossoides arvensis). Ҡоролоҡта баҫыуҙарҙы сәнскеле
таштишәр баҫты. Сәнскеле таштишәр биш тажлы аҡ сәскә ата.
СӘНСКЕЛӘҮ (сәнскелә-) (Р: вонзать; И.: pierce repeatableistab; T: delmek) ҡ.
1. Ҡабат-ҡабат, бер нисә урындан сәнсеү.
□ Колоть, вонзать несколько раз. Сәнскеләп бөтөу. Сәнскеләп ташлау. Сәнскеләп сығыу. Сәнскеләй башлау. Энә менән сәнскеләу.
■ Ул [Әлфиә] куренмәгән туңгәккә һөрөндө, йығылды, урылған ашлыҡ ҡамылына ҡулдарын сәнскеләне, йәнә тороп йугерҙе. И. Абдуллин.
2. кусм. Төртмә һүҙҙәр әйткеләү, сәнсеп-сәнсеп алыу, сәнсеү. □ Колоть, упрекать, съязвить несколько раз. И Ҡыйыу ҡыҙҙар Талханы төрлө һуҙҙәр менән сәнскеләнеләр. Ж. Кейекбаев. • Һөймәгәнгә һөйкәлмә: ҡулы менән төрткөләр, көймәгәнгә көйөнмә: теле менән сәнскеләр. Мәҡәл.
СӘНСКЕС (Р: колющий инструмент; И.: spinous instrument; T.: çatal) и.
Сәнсә торған ҡорал. □ Колющий инструмент. Тимер сәнскес. Сәнскесе билендә. Осло сәнскес менән ҡаҙау. Ҡоростан сәнскес ҡойоу.
СӘНСКӘК I (сәнскәге) (Р: колючка; И.: prickle; thorn; T: diken) и.
1. Ҡайһы бер үҫемлек япраҡтарының үҙгәреп, осло энә рәүешен алған үҫентеһе.
□ Колючка, игла, шип. Энәлек сәнскәге. Гөлйемеш сәнскәге. Балыҡ сәнскәге. Рауза гөлө сәнскәгенә ҡулды яралау. ■ Беләм, йыуаштарға ауыр, сәнскәге бар хатта сәскәнең. Р. Бикбаев. Азамат ергә һылашып ятты ла, әлморон сәнскәге битен сыйғанды ла тоймай, артҡа шылыша башланы. Й. Мостафин.
2. диал. Ҡайһы бер йән эйәләренең тәнендә була торған энә һымаҡ үҫенте.
□ Колючка, игла (на теле животных). Терпе сәнскәге. Балык ҡанатының сәнскәге. Балыҡ ҡойроғоноң сәнскәге. Балыҡ йөҙгөсөнөң сәнскәге.
3. Сәнсә торған энәһе күп булған үләндәргә ҡарата. □ Колючка. Сәнскәк орлоғо.
■ Бөргәк, сәнскәк кеуек уләндәр араһында .. емешле ҡыуаҡтар ҙа куренеп ҡала ине. Ғ. Дәүләтшин.
810