сәншә
4. кусм. Гел теңкәгә тейерлек, төртмә, зәһәр һүҙ. □ Колкость, язвительность. Сәнскәк әйтеу. Сәнскәк ҡушып һөйләу. Ж Хөрмәт Исмәғил хаҡында һөйләй башлағас , уның [Разияның] сәстәре урә торҙо. Сәнскәк ҡаҙарға ашыҡты. Яр. Вәлиев. • Ҡыҙ сәнскәге — боҙ сәнскәге. Әйтем.
СӘНСКӘК II с. ҡар. сәнскәкле 1. ■ Сәнскәк уләндәргә яңылыш баҫып ҡуйһаң, табанға тулып суп ҡаҙала. 3. Биишева.
СӘНСКӘКЛЕ (Р.: колючий; И.: thorny; T.: dikenli) с.
1. Сәнсә торған, энәле (уҫемлеккә ҡарата). □ Колючий, иглистый, с иглами, с шипами (о растении). Сәнскәкле гөл. Сәнскәкле улән. ■ Йөҙ йыллыҡ ағастар гөрһөлдәп ауҙы, емеше бешә башлаған ҡарағаттар, баландар, сәнскәкле гөлйемеш өйкөмдәре, тәгәрмәс аҫтында тушәлеп, тупраҡҡа буталды. Ш. Янбаев.
2. кусм. диал. ҡар. сәнскеле 2. ■ Рәхимдең .. теле сәнскәкле. Ш. Янбаев.
СӘНСКӘКЛӘҮ (сәнскәклә-) (Р.: убегать, спасаясь от укусов оводов; И.: scamper; run away; T.: atsineğinden koşarak kaçmak) ҡ.
Уҡра себененең ҡаяуына сыҙамай, ҡойроҡ сәнсеп сабыулау (һыйыр малына ҡарата). □ Убегать, спасаясь от укусов оводов (о крупном рогатом скоте). Сәнскәкләп сабыу. Сәнскәкләп йөрөу. ■ Көн ҡыҙа башлау менән, һыйыр малы сәнскәкләп өйгә ҡайтыу яғын ҡарай башлай. Һ. Дәүләтшина. Яҡын-тирәлә эҫе көндә сәнскәкләп йөрөгән һыйыр көтөуҙәре лә куренмәҫ булды. Т. Сәғитов.
СӘНСКӘКЛӘШЕҮ (сәнскәкләш ) (Р: убегать, спасаясь от укусов оводов; И.: run away; T.: atsineğinden koşarak kaçmak) ҡ.
Төрлөһө төрлө яҡҡа сәнскәкләп таралышыу, сабышыу (һыйыр малына ҡарата). □ Убегать, спасаясь от укусов оводов (о крупном рогатом скоте). Сәнскәкләшеп ҡасыу. Сәнскәкләшеп тороу. Сәнскәкләшеп бөтөу. Ж [Ҡарамырҙа:] Һалҡын кәртәгә быҙауҙарҙы ла ҡаматығыҙ! Сәнскәкләшеп китеп бармаһындар. X. Ғәбитов.
27*
СӘНСӘК ТАШ и. ҡар. ҡолонташ. Сәнсәк ташҡа һуғып ямғыр саҡырыу.
СӘНСКӘКҺЕҘ (Р: неколючий; И.: with no thorns; unarmed; T.: dikensiz) с.
Сәнскәге булмаған; энәһеҙ (уҫемлеккә ҡарата). □ Неколючий, без шипов. Сәнскәкһеҙ уҫемлек. • Ҡыҙыл гөл сәнскәкһеҙ булмай. Әйтем. Сәнскәкһеҙ билсән булмай. Әйтем.
СӘНСТЕРЕҮ (сәнстер ) ҡ. йөкм. ҡар. сәнсеү 1—10. понуд. от сәнсеү 1—10. Билге итеп таяҡ сәнстереу. Энә менән сәнстереу. Ҡулды сәнскәккә сәнстереу. Уйынлы-ысынлы сәнстереу. ■ Ҡунәк бушатып килеп еткән Мифтахетдин алыҫтан уҡ Зәйнигә сәнстерҙе. Й. Солтанов. Айыу майор Назаров ун ике кешеһен штыктан сәнстереп ултерткән, тиҙәр. Ғ. Хөсәйенов.
СӘНСӘ и. диал. ҡар. сыңғарсай бармаҡ. Сәнсә бармаҡ. ■ Ныҡлы ир ҡулы теймәгән ихата эсендә купереп уҫкән кесерткәнде ураҡ менән урып йөрөгәндә, аңғармаҫтан һул ҡулының сәнсә бармағын да өҙә тартҡайны Сәми. Р. Байымов. Был бармаҡ — атай, был бармаҡ — әсәй, сәнсә бармаҡ — бәпәй. Халыҡ ижадынан.
СӘНСӘКӘЙ БАРМАҠ (бармағы) и. диал. ҡар. сыңғарсай бармаҡ. Сәнсәкәй бармаҡҡа суп кереу. Сәнсәкәй бармағын бәйләу. Сәнсәкәй бармаҡ ҙурлығы.
СӘНТЕИ и. диал. ҡар. сыңғарсай бармаҡ. Сәнтей бармаҡ. Сәнтейгә элеп алыу. Сәнтейҙе ауырттырыу.
СӘНТӘКӘЙ и. диал. ҡар. сыңғарсай бармаҡ. Сәнтәкәйендә көмөш йөҙөгө бар. Сәнтәкәй бармаҡты ҡыҫтырыу.
СӘНШӘ I (Р.: короткая одежда из обшитой ваты; И.: cottonwool skimpy outfit; apparel; T.: kısa pamuk giysi) и. иҫк.
Тышлап тегелгән мамыҡлы ҡыҫҡа кейем. □ Короткая одежда из обшитой ваты. Сәншә тышлау. Һырылған сәншә. Сәншә кейеп алыу. Аҡ тула сәншә.
СӘНШӘ II (Р.: женская нагрудная повязка; И.: female dressing worn on the breast; T: ihtiyar kadınların göğüslüğü) и. этн. ҡар. түшелдерек.
811