сәншә
Оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙың иҙеүҙе ябыу өсөн күлдәк эсенән кейгән ҡорап йәки сигеп эшләнгән түш ябыуы. □ Женская нагрудная повязка. Ҡайылған сәншә. Йылы сәншә. Йоҡаҡ сәншә. Сәншә кейеп йөрөу.
СӘНШӘ III (Р.: бюстгальтер; И.: brassiere; T.: sutyen) и. диал. ҡар. күкрәксә.
Ҡатын-ҡыҙҙың түшен йыйнаҡ итеп тота торған махсус эске кейем. □ Бюстгальтер. Сәншә кейеу. Селтәр сәншә. Ебәк сәншә. Аҡ сәншә.
СӘНӘ [ғәр. (Р.: год; И.: year; T.: sene) и. иҫк.
Ерҙең Ҡояш тирәһендә бер әйләнеп сығыуына тиң булған ваҡыт берәмеге (1 ғинуарҙан башланып, 12 айҙы эсенә ала); йыл. □ Год. Сәнә менән иҫәпләу. Бер нисә сәнә. Алдағы сәнә. Үткән сәнәлә. ■ Һабаҡ уҡып ун биш сәнә .. файҙа алманым әҙ генә лә. М. Ғафури. Ҡитаптың тәуге битенә ул [Әхмәди] ғәрәп хәрефтәре менән сатай-ботай итеп яҙып ҡуйҙы: «Мең туғыҙ йөҙ ун өсөнсө сәнәлә шаһаршәнбә айының икенсе синтәберендә кинйәбеҙ донъяға килде». Ж. Кейекбаев.
СӘНӘҒИ (Р: искусственный; И.: artificial; T.: suni) с. иҫк. ҡар. яһалма.
Тәбиғи түгел, эшләнгән. □ Искусственный, бутафорский. Сәнәғи быуа. Сәнәғи әйберҙәр. Сәнәғи тау. Сәнәғи кул.
СӘНӘҒӘТ [ғәр. (Р/ промышленность; И.: industry; T: sanayi) и.
Ижтимағи хужалыҡтың төрлө тормош кәрәк-ярағы эшләй торған тармағы. □ Промышленность. Ауыр сәнәғәт. Еңел сәнәғәт. Сәнәғәт уҫешә. Ҙур сәнәғәт. Металлургия сәнәғәте. ■ Урта Азия ҡиммәтле мәғдән ятҡылыҡтары менән генә тугел, бигерәк тә еңел сәнәғәт өсөн мамыҡ, каракул, ебәк кеуек Русияның уҙендә бөтөнләй булмаған сеймалға бай. Р. Байымов.
СӘНӘҒӘТЛӘШТЕРЕҮ (сәнәғәтләштер-) (Р: индустриализовать; И.: industrialize (the industry); T: sanayileştirmek) ҡ.
1. Сәнәғәт йәһәтенән үҫтереү; индустриалләштереү. □ Индустриализировать, индустриализовать. Илде сәнәғәтләштереу.
Тиҙ арала сәнәғәтләштереу. Оҙайлы ваҡыт сәнәғәтләштереу. Сәнәғәтләштереугә бу-ленгән финанс капитал.
2. Эре машина техникаһы менән тәьмин итеү; машиналаштырыу. □ Перевести на машинную, индустриальную технику. Ауыл хужалығын сәнәғәтләштереу. Сәнәғәтләштерә башлау. Сәнәғәтләштереп бөтөу.
СӘНӘҒӘТСЕ (Р: промышленник; И.: industrialist; T: sanayici) и.
1. Сәнәғәт предприятиеһы хужаһы.
□ Промышленник. Эре сәнәғәтсе. Төрлө әлкә сәнәғәтселәре йыйылышы. Сәнәғәтселәр өсөн һалым туләу ҡағиҙәләре.
2. Етештереүҙә туранан-тура ҡатнашҡан кеше, сәнәғәттә эшләүсе. □ Производственник. Сәнәғәтселәр төркөмө. Сәнәғәтселәр өсөн ташламалар. Сәнәғәтсе булыу. Алдынғы сәнәғәтсе.
СӘНӘҒӘТСЕЛЕК (сәнәғәтселеге) и. ҡар. сәнәғәт. Сәнәғәтселеккә бәйле уҙгәреш-тәр. Сәнәғәтселекте уҫтереу.
СӘНӘҒӘТ ТАУАРЫ (Р: промтовары; И.: manufactured goods; T: sanayi ürünleri) и.
Сәнәғәт тарафынан сығарылған тауар.
□ Промтовары. Сәнәғәт тауарҙары магазины.
СӘНӘҒӘТХАНА [ғәр. (р.: за-
вод; И.: plant; factory; works; mill; T.: fabrika) и.
1. Сәнәғәт хужалығы, сәнәғәт тауарҙары етештергән предприятие, урын. □ Завод. Сәнәғәтханала эшләу. Сәнәғәтханала эш сәғәте. Сәнәғәтхана эшселәре. Ауыл хужалығы машиналары етештереу сәнәғәт-ханаһы. Сәнәғәтхана идараһы. Ҡирбес сәнә-ғәтханаһы.
2. Машиналар ярҙамында төрлө тауарҙар етештерә торған сәнәғәт предприятиеһы. □ Фабрика. Ҡағыҙ сәнәғәтханаһы. Ойоҡ бәйләу сәнәғәтханаһы. Туҡыу сәнәғәтханаһы. Дәуләкәндәге аяҡ кейеме етештереу сәнәғәтханаһы.
СӘНӘД [ғәр. (Р.: доказательство; И.: evidence; T.: sened) и. иҫк.
812