Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 813


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СӘҢГЕЛДӘК АҒАСЫ
1. Ышаныслы дәлил, нигеҙ. □ Доказательство, довод, аргумент. Сәнәд булыу.
• Сәнәде юҡ. Мәсьәләнең сәнәден курһәтеу.
2. Рәсми ҡағыҙ, документ. □ Документ. Мисәтһеҙ сәнәд. Сәнәдтәрҙе төпләу. Сәнәд һалынған папка. Сәнәдкә ҡултамға ҡуйыу.
СӘНӘМ [ғәр. ^-1 (Р.: идол; И.: idol; Т.: sanem) и. иҫк. ҡар. балбал.
Мәжүсиҙәр табына торған һын; бот (Ш).
□ Идол, истукан. Сәнәмгә табыныу. Ағас сәнәм. Таш сәнәм. ■ Тетрәһен ер, йөҙ ту-бән китһен сәнәмдәр сылтырап! Ш. Фидаи.
СӘНӘҮИ [ғәр. (Р: годовой; И.: annual; yearly; T.: senelik) с. иҫк. ҡар. йыллыҡ.
1. Купмелер йыл дауам иткән, купмелер йыл менән иҫәпләнгән. □ Годовой, годичный. Йөҙ сәнәуи. Сәнәуи керем. Сәнәуи уҫеш. Утыҙ сәнәуигә һуҙылған ғумер.
2. Купмелер йылға тәғәйенләнгән, билдәләнгән. □ Годовой, годичный. Сәнәуи план. Ун сәнәуи мәктәп. Сәнәуи эш.
СӘҢГЕЛ I (Р: пронзительный; И.: acute; argute; T.: keskin) с.
1. Көслө, яңғырауыҡлы, сағыу, сәңгер (тауышҡа ҡарата). □ Пронзительный. Сәңгел сың. Сәңгел тауышлы. Сәңгел яңғырау. ■ Аҙмы-купме ваҡыт утеугә, Кәлимулла ҡарт сәңгел тауыш менән йыр һуҙып ебәрҙе. В. Исхаҡов. Уның [һандуғастың] сәңгел тауышына буҙлауыҡ ҡушыла. Т. Килмөхәмәтов. Йәш ҡолондарҙың сәңгел тауыштары, дөйәләрҙең уҙ буталарын эҙләп тамаҡ төбө менән аҡырыуҙары әленән-әле һауаны яра. 3. Ураҡсин. Боғаҙаҡтан аша йырлағанда, сәңгел сыға минең тауышым. Халыҡ йырынан.
2. Сәңгетеп өшөткән; сатнама, сәңгер.
□ Очень сильный. Сәңгел һыуыҡ. Сәңгел һалҡындар килде. ■ Тыныс һулышлы, сәңгел һыуыҡлы серле төн. И. Мостафин.
3. Күҙ яуын алырлыҡ асыҡ; сағыу, сәңгер. □ Очень яркий. Сәңгел һары. Сәңгел ҡыҙыл. Сәңгел төҫтәрҙән һуғылған балаҫ. Сәңгел йәшелгә буяу. ■ Кобараһы осҡан сәңгел төпһөҙ куҙҙәре менән баҡҡан донъяға. Й. Солтанов.
4. диал. Күк төҫ. □ Синий. Асыҡ сәңгел. Сәңгел куҙле ҡыҙ. Сәңгел төҫкә буяу. Ка-рағусҡыл сәңгел бәрхәт.
СӘҢГЕЛ II (Р: забродивший; И.: fermented; T.: ekşimiş) с. диал.
Ҡырҡыу, әсегән. □ Забродивший, прокисший. Сәңгел икмәк. Сәңгел ҡамыр. Сәңгел ҡоймаҡ. Сәңгел ҡамырҙан итле бәлеш тәмле була.
СӘҢГЕЛДӘК (сәңгелдәге) (Р: колыбель; И.: cradle; T.: beşik) и.
1. Йәш баланы һалыр өсөн элеп ҡуймалы бәүелсәк итеп яһалған ҡулайлама. □ Колыбель, люлька. Сәңгелдәк сымылдығы. Сәңгелдәктәге бала. Сәңгелдәккә һалыу. Сеңгелдәкте бәуетеу. И Юлдыбай ишек тауышына уянған малайын барып һөйҙө лә уның сәңгелдәген аҡрын ғына һелкетеп йоҡлатты. Һ. Дәүләтшина. Шәһәрбаныу өләсәһенең ҡыҙы Төлбаныу өсөн эшләткән сәңгелдәге был! Т. Ғарипова.
2. кусм. юғары. Нимәнелер барлыҡҡа килтергән, башлап ебәргән урын. □ Колыбель. Революция сәңгелдәге. Тыуған ерем — бала саҡ сәңгелдәге. ■ Ер — беҙҙең донъябыҙҙың башланғысы һәм сәңгелдәге! Д. Исламов.
3. Балаларға бәүелеп уйнар өсөн тағылған бау йәки баулы таҡта; эйелтмәк.
□ Качели. Сәңгелдәктә бәуелеу. Сәңгелдәк эйеу. Сәңгелдәк таҡтаһы. Сәңгелдәк арҡаны. Сәңгелдәктә атылып бәуелеу. ■ Миҙхәт, .. баҡсаға барып, туйғансы сәңгелдәк эйҙе. Р. Ғабдрахманов.
4. миф. Мифологик ҡараш буйынса, бала ятҡан изге урын; баланы һаҡлаусы.
□ Колыбель (выполняет обережную функцию, является освоенным миром для ребёнка). ■ Баланы сәңгелдәктән алғас, урынына тимер әйбер, йә Көрьән, йә бетеу һалғандар, ен-шайтан килмәһен тип. «Башҡорт мифологияһы »нан.
СӘҢГЕЛДӘК АҒАСЫ (Р: деревянный шест; И.: wooden pole; T.: beşik takılan ağaç) и.
Бер осо нығытылып, икенсе осо мәйшелдәп торған таяҡ; сиртмә (I, 1, 2). □ Деревянный шест, с помощью которого под
813